Гөлбәзир шишмәһе30.05.2017
Бәләкәй саҡта олатайым һөйләй торғайны: “Дүрт йөҙ йыл элек өйөр-өйөр йылҡыһы булған бик бай, арҙаҡлы кеше йәшәгән. Уның һылыу, зирәк, егеттәр кеүек сос Гөлбәзир исемле ҡыҙы булған. Гөлбәзир үҙе йәшәгән осорҙа тирә-яҡта үткәрелгән һабантуйҙарҙа, ырыу йыйындарында, йүгерек атына атланып, сабыштарҙа ҡатнашҡан, майҙанға иң беренсе килеп, бөтә кешене һоҡландырған. Уҡ менән сәпкә атыуҙа ла тәүге урындарҙы яулаған.
Гөлбәзиргә бик күп егеттәрҙең, майҙан батырҙарының күҙе төшкән. Төрлө яҡтан яусылар килгән. Ул үҙе иһә Миәкә районының Илсеғол ауылынан бер батыр егетте яратҡан һәм, унан яусы килгәс, уға тормошҡа сыҡҡан.
Гөлбәзир шишмәһе ауылдың көньяғында, оҙонлоғо 25–30 метр, киңлеге 15–18 метр, ярының бейеклеге 4 метр самаһы соҡорҙан урғылып сығып, ағып китә ине. Һалҡын, саф, тоноҡ һыуында ҡыҙыл ҡанатлы сабаҡтары күп була торғайны. Шишмә Өйә йылғаһына барып ҡойған. Гөлбәзир ҡыҙ сағында әхирәттәре менән ошо шишмә ярына килеп уйын ойошторған. Илсеғолға киткәс, әхирәттәре һағынып, шишмәгә уның исемен биргән. Шулай итеп ҡыҙҙың исеме мәңгеләштерелгән.
Гөлбәзир кейәүе Йомагилде менән ауылына ҡайтҡанда, һыбай килгән аттарын шишмә янындағы ерек ағасына бәйләп, шишмә һыуында йыуынып, услап һыу эскән. Һәр ваҡыт ошонда килеп йөрөгәндәр”.
Гөлбәзир шишмәһе бынан 25 йыл самаһы элек ҡороно, дөрөҫөрәге, уны ҡороттолар: Сәйетбаба һөтсөлөк фермаһы һыу урғылып сығып ятҡан соҡорға тиреҫ, сүп түкте.
Быйыл, экология, тәбиғәт матурлығын, йылға, шишмәләребеҙҙе һаҡлау йылында, Сәйетбаба ауыл хакимиәте йәмәғәтселек ойошмалары менән берлектә Гөлбәзир шишмәһен таҙарттырһын ине. Ул элеккесә урғып килеп сығып, сылтырап ағып китер ине.


Вернуться назад