Юрисҡа һорауҙарығыҙ әҙерме?06.04.2012
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! “Башҡортостан”да ойоштороласаҡ тура бәйләнеш ваҡытында юрисҡа үҙегеҙҙе борсоған хоҡуҡи һорауығыҙҙы биреп ҡалыу мөмкинлеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Ул 11 апрелдә сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем дауам итәсәк. Һеҙҙең һорауҙарға баҫмабыҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән юрист, “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары Таһир Мансуров яуап бирәсәк. Әлегә һорауҙарығыҙҙы хат менән, 272-35-20 телефоны аша йәки һорау@mail.ru электрон адресына ебәрә тороғоҙ. Ә тура бәйләнеш көнөндә иһә 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратырға була.