Икәүҙән өсәү яҡшы30.05.2017
Былтыр Пенсияны берлектә финанслауҙың дәүләт программаһында ҡатнашыусылар үҙ иҫәптәренә 5,7 миллиард һумлыҡ иғәнә индергән. Быйыл майҙа дәүләт тарафынан ошо аҡсаға 5,5 миллиард һум өҫтәлде.
Финанслауҙың дөйөм күләме һәр саҡ иғәнәләр тупланмаһынан аҙыраҡ килеп сыға, сөнки йыл һайын тейешленән аҙыраҡ йәки күберәк түләүселәр осрай, ти белгестәр. Мәғлүм булыуынса, кешеләрҙең иҫәбенә йыл дауамында һалынған аҡсаны дәүләт кәмендә 2 һәм иң күп тигәндә 12 мең һум тәшкил иткән хәлдә генә “үҫтерә”.
Программала өсөнсө яҡ сифатында ҡатнашҡан эш биреүселәрҙең иғәнәләре 2016 йылда 107,4 миллион һумға еткән. Был аҡсаға, әйткәндәй, дәүләт тарафынан бер ни ҙә өҫтәлмәй.
Үрҙә телгә алынған барлыҡ аҡсалар граждандарҙың шәхси иҫәптәрендә теркәлгән һәм тупланмаларҙың һаҡланыуын гарантиялау системаһына индерелгән идарасы компанияларға, дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарына тапшырылған.
Барлыҡ пенсия тупланмалары һымаҡ уҡ, әлеге аҡса граждандарға хаҡлы ялға киткәс тә кире ҡайтарыла башлаясаҡ (йәшләй вафат булған осраҡта – уларҙың вариҫтарына). Уҙған йыл аҙағына ҡарата программала ҡатнашҡан 14,3 мең кешегә пенсияға сығыу менән бәйле 159 миллион һум түләнгән. Дөйөм алғанда, әлеге сара ҡулланыла башлағандан бирле берлектә финанслау программаһына ҡушылыусыларҙан 51,1 миллиард һумлыҡ иғәнә йыйылған, дәүләт ярҙамы 49,8 миллиард һумға еткән, эш биреүселәр 788,3 миллион һум күсергән. Шулай итеп, программаға ярашлы барлыҡҡа килгән пенсия тупланмалары 101,7 миллиард һумдан ашҡан.