Стажды яңыса иҫәпләйҙәр30.05.2017
Ил Хөкүмәте страховка пенсияларын билдәләү өсөн стажды иҫәпләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Атап әйткәндә, I төркөм инвалидын, физик мөмкинлектәре сикләнгән баланы йәки 80 йәшкә еткән оло кешене ҡараған осорҙо раҫлауҙың ябайлаштырылған тәртибе күҙ уңында тотола.
Белгестәр аңлатыуынса, закон тексында страховка стажына индереү һәм тейешле осорҙо раҫлау үҙенсәлектәрен билдәләгән урындар бар. Шулай уҡ тулыраҡ иҫәпте тәьмин итеү өсөн дәлилләүсе мәғлүмәт йыйыу ҡағиҙәләре үҙгәртелә. Мәғлүмәттәр тәрбиәләге кешенең пенсия тәьминәте өсөн яуаплы органдың ҡарары буйынса индереләсәк.
Әйткәндәй, хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандарҙы ҡараған өсөн аҡса юғалтылған килемде компенсациялау рәүешендә түләнә. Әле илебеҙҙә I төркөм инвалидтарын, башҡаларҙың хәстәренә даими мохтаждарҙы һәм 80 йәште үткәндәрҙе тәрбиәләгән өсөн 1,8 миллион самаһы кешегә айына 1200 һум биреп баралар. Дәүләт ҡаҙнаһынан был маҡсатта бер йылда 36,9 миллиард һум тотонолған. Зәғиф балаларҙы, шулай уҡ тыумыштан I төркөм инвалидтарын ҡараған 514 мең кешегә йыллыҡ түләү иһә 30,3 миллиард һум тәшкил иткән. Уларға, әгәр баланың ата-әсәһе йәки уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусыһы булһалар, айына 5500 һум тейеш. Башҡа төрлө тәрбиәләүселәргә дөйөм шарттар буйынса 1200 һум бирелә.