Кемгә күпме тейеш?30.05.2017
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе биргән мәғлүмәттәргә таянып, “Башҡортостанстат” белдереүенсә, быйылғы 1 ғинуарға ҡарата республикала уртаса пенсия 11 806 һум тәшкил иткән. Уҙған йыл башында ул 11 420 һумға тиң ине.
Әле төбәктә 1,164 миллиондан ашыу (былтыр 1,148 миллион булған) пенсионер иҫәпләнә, шуның 1,065 миллиондан ашыуы страховка пенсияһы ала. Уларға айлыҡ түләү, һәр ҡайһыһына бүлгәндә, уртаса 12 080 һум тәшкил итә.
Ошондай категорияға ҡарағандарҙың дөйөм һанынан 970 мең самаһы кешегә ҡартлыҡ буйынса пенсия таратыла. Башҡортостанда был түләүҙең уртаса күләме 12 466 һум тәшкил итә. Инвалидлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме 7980 һум булһа, ҡараусыны юғалтҡан осраҡта бирелгәне 8317 һумға тиң.
Бынан тыш, республикала дәүләт пенсия тәьминәте буйынса хеҙмәтләндерелгән 99 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың уртаса пенсияһы 8863 һум тәшкил итә.