Пенсияңды алдан хәстәрләүҙең мөһимлеге хаҡында йыш иҫкәртәләр. Әлегә беҙ был мәсьәләнең көнүҙәклеген тоймайбыҙ, сөнки, системаны үҙгәртеп ҡороу ике йыл элек үк башланһа ла, яңы шарттарға күсеү осоронда халыҡҡа әллә ни ҡаты бәрелмәйҙәр.
Быйыл ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын юллау өсөн 8 йыллыҡ эш стажы һәм 11,4 балл етә. Шулай ҙа алдағы йылдарҙа хаҡлы ялға китергә теләүселәрҙән күберәк балл талап итәсәктәр: йыл да 2,4-кә арттырып барып, 2025 йылғаса был күләмде 30-ға еткерергә тейештәр. Тимәк, күптәрҙең страховка пенсияһынан ҡолаҡ ҡағыуы ла ихтимал. Бәлә айырыуса хеҙмәт хаҡын “конвертта” алыусыларға, йәғни рәсми рәүештә теркәлмәйенсә эшләгәндәргә янай.
Белгестәр шәхси пенсия иҫәбен тикшереп барырға кәңәш итә, сөнки ҡайһы бер осорҙарҙағы хеҙмәт стажының иҫәпкә алынмай ҡалыуы ла ихтимал. Бигерәк тә уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарындағы тотороҡһоҙлоҡ шарттарында. Ул саҡта күп предприятиелар асылды ла ябылды, исемен үҙгәртеп, яңынан теркәлде, милексеһен алмаштырҙы – хәҙер эҙҙәрен табырмын тимә. Хәҡиҡәтте тергеҙеүҙе иртәрәк башлау хәйерле.
Балдар мәсьәләһенә еңел ҡарарға ярамай. Стажығыҙҙы дөрөҫ иҫәпләмәгәндәр тип шикләнә башлаһағыҙ, оҙаҡ уйлап тормай барлыҡ документтар менән (хеҙмәт кенәгәһе, хәрби билет, төрлө белешмәләр) Пенсия фонды идаралығына барығыҙ. Раҫлаусы документтар табылмаған хәлдә лә борсолмағыҙ: 400-сө Федераль законда эшмәкәрлек осорон шаһиттар ярҙамында дәлилләү мөмкинлеге тураһында әйтелгән.