“Кем шылтыратты икән?..”30.05.2017
Нурлыгөл ҡарсыҡ, маҙаһыҙланып йөрөп, кеҫә телефонын юғалтты. “Замана зәхмәте”нә шул тиклем күнеккән: унан бер аҙға ғына айырылып торһа, ниндәйҙер ағзаһынан яҙғандай тоя ла китәсе үҙен. Шул ҡоромағырҙы уйлап тапҡанға ҡәҙәр нисек көн иткәндер – башына ла килтерә алмай хәҙер. “Сотовый”ы булмаһа, көнө – төнгә, төнө көнгә әйләнгәндәй.
Өйөнөң тетмәһен тетеп сыҡты, ҡарамаған ер ҡалдырманы – юҡ ҡәҙерле әйбере, һыу төбөнә төшкәндәй юғалды. Телефонын эҙләп берсә карауат, йә өҫтәл, унан ултырғыс, урындыҡ аҫтына дүрт аяҡланып мүкәйләгән әбейенең арт һынына ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла бабайы, ҡарсығының буй-һынынан да, йөҙ-ҡиәфәтенән дә кинәнес тапмағас, “күҙемә көйөк булып, аяҡ аҫтында буталып йөрөмәһен әле” тигән уй менән сымлы телефоны янына килде. Әбейенең номерын йыйыуы булды, эҙләгән әйбере “мин бында-а-а” тигәндәй, карауаттағы ҡаралты араһынан ишетелер-ишетелмәҫ тауыш сығарҙы. Таныш шылтырауҙы ишеткән Нурлыгөл әбей карауат аҫтынан норматив үтәгән һалдатҡа ҡарағанда ла йылғырыраҡ мүкәйләп килеп сыҡты ла, яҫтыҡ-юрғандарҙы атып-бәреп, етемһерәп ятҡан телефонына сат йәбеште. Тапҡан әйберен күкрәгенә ҡыҫты, үпте, һыйпамаған ерен ҡалдырманы. Әбейенең ҡыланышын ситтән күҙәтеп торған ҡартласын да шәйләмәне хатта. Нурлыгөлдә хәләл ефет ҡайғыһы юҡ ине.
– Таба алмай йөрөгән осорҙа кем шылтыратты икән? – тип, ҡыҙыҡһыныуынан сыҙай алмай телефон төймәләренә баҫҡыслап, “ингәндәр”ҙе тикшерергә тотондо.
Бибинур әхирәте һөйләшергә теләп өс мәртәбә үтенес ебәргән. “Эй, был ҡарун, аҡсаһын йәлләгәс, бер аҙ көтһөн әле”, – тип башҡа исем-шәрифтәргә күҙ атты. Улы, килене, ейәне һөйөнсөләгән икән үҙен. “Һай, рәхмәт төшкөрҙәре, онотмай балаларым”, – тип ҡыуанып алды әбей. Унан ҡапыл аптырауға ҡалды:
– Туҡта-туҡта, быныһы ниндәй таныш түгел нумир?
Йәш сағындағылай йөрәге дарҫлап тибергә тотондо, тыны йышайыуҙан дәү күкрәктәре бер ҡалҡты, бер төштө. Күңелендәге осҡон сатҡылары ялҡынға әйләнә башланы. “Кем булыр икән? Кем?” тигән уй бар зиһенен ялмап алды. Кем минең менән ҡыҙыҡһына икән?
Йәш сағындағы холоҡ-фиғеле яңы­ры­уын тойоп, “Анау һиҙеп ҡалмаһын!” тип аяҡ осона ғына баҫып, бабайынан йыра­ғыраҡ китеү маҡсатында төптәге йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Берәй таныш ир-ат түгелме икән? Ян-яғына ҡарана-ҡарана һаҡ ҡына төймәгә баҫты. “Бип, б-и-и-п” тигән тауыш оҙаҡ ҡына көттөрөп туҡтап ҡалды. Өмөтө өҙөлөр сиккә еткәс кенә телефондың теге осонан “Дә!” тигән ир тауышы һиҙҙертте үҙен. Ана бит – күңеле алдамаған...
Нурлыгөл ҡарсыҡ, бар булған илтифат­лығын һалып:
– Һеҙ миңә шылтыратҡайнығыҙмы? – тине.
Теге яҡтан яуап булмағас, тағы ла наҙлыраҡ, нәзәкәтлерәк итеп:
– Минән һеҙгә нимә кәрәк ине? – тигән булды.
Һуңғы йылдарҙа ҡарсығынан үҙенә ҡарата бындай ете йәнгә үтеп инерлек яғымлы мөнәсәбәтте һис тә тоймаған ҡарттың һарыуы ҡайнаны.
– Эй, бисура, хәҙер нимәгә кәрәгеңде күрһәтәм икән!!! – тигән зәһәрле тауышты танығанда барыһы ла һуң ине инде...
“Бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә” тигәндәре ошолор, күрәһең.



Вернуться назад