Миҙгел шифа өләшкәндә...30.05.2017
Миҙгел шифа өләшкәндә...Әле нәҡ үлән сәйҙәре әҙерләү ваҡыты етте. Ошо мәлде файҙаланып ҡалайыҡ тип әйҙәп, үҙемдең тәжрибәмде уртаҡлашырға булдым.
Иң алда шуны әйтеп үтәйем: сейә ботаҡтарының кәрәкмәгәндәрен киҫеп ташлағас, уларҙың япраҡтарын йыйып алып, ит турағыстан үткәреп, киптерергә ҡуям. Сәйгә ҡушһаң, бик тәмле була.
Ғөмүмән, һәр үләнде айырым-айырым турап, һауытҡа һалып, иртәнгә тиклем ҡаплап ҡуям. Унан мейескә ҡуйып киптерәм (ҡыҙҙырып алам да һүндереп торам, шунан тағы ҡабатлайым). Алғас, йәнә асыҡ һауыттарға һалам, сөнки кипмәй ҡалғандары булыуы ихтимал. Артабан банкаларға тултырып, башын ҡаплайым.
Ҡулланған саҡта сәйнүккә сәй ҙә өҫтәйем. Улар үлән менән икеһе бер ваҡытта бешә. Файҙаһы күберәк булһын өсөн 20-30 минут төнәтергә кәрәк. Ошо ысул менән эшләгән сәйҙәрҙе айырым тәғәйенләп йыям. Мәҫәлән, кис эсә торғанына мелисса, мәтрүшкә, бөтнөк, боланут, сейә, ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, виноград япраҡтары ҡушам. Тап шундайҙар тынысландыра, йоҡоно татлы итә.
Бөйөрҙәге, бауырҙағы таштарҙы бөтөрә торған сәйгә бәпкә үләне, һары мәтрүшкә, ер еләге япрағы, баҫыу ҡырҡбыуыны һәм башҡа витаминлыларҙы ҡушам. Уларҙың ете төрлөһөн бергә ҡулланам. Һалҡын тейгәндә эсә торған сәйгә иһә йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, кәзә һаҡалы һәм башҡа үләндәрҙе ҡушам. Эхинацеяны ла өҫтәргә мөмкин, ул иммунитетты нығыта. Бөтнөктө лә йыйырға онотмайыҡ. Мәғлүм булыуынса, ул сәйгә үҙенсәлекле тәм өҫтәй, тыныс йоҡлата.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: мәтрүшкә менән һары мәтрүшкәне ҡушырға ярамай. Файҙаһы булмай, тиҙәр. Сәйҙе иң ныҡ тәмләткәндәр – кейәү үләне, еркәүек һәм сейә япрағы. Уларҙы мин ай һайын алмашлап ҡулланам. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, шифа бирһен!




Вернуться назад