Башың эшләһә... йәки Нисек мин пенсиямды икеләтә арттырам30.05.2017
Башың эшләһә... йәки Нисек мин пенсиямды икеләтә арттырамБеҙҙең яҡта “Башың эшләмәһә, ҡаҙ көт” тигәнде йыш ишетергә тура килә. Лаҡап ҡыналыр ул, моғайын. Ҡайҙан килеп сыҡҡанын, эсенә ниндәй мәғәнә йәшерелгәнен белмәйем. Ҡыуанысҡа күрә, әлегәсә тормош тәжрибәм был һүҙҙәрҙең киреһен генә иҫбатлай.
Ауыл кешеһе һуңғы йылдарҙа тауыҡ-ҡаҙҙы, отошлораҡ тип, бәләкәй сағынан һатып алып үҫтерергә өйрәнде. Йылы айҙарҙа ғына мәшәҡәтләнәһең дә ҡыш буйы рәхәтләнәһең. Ҡайҙа инде ул минең ише пенсионерға һыйыр, йылҡы аҫрау? Һарыҡ-кәзә тотам тиһәң дә, бесән хәстәрләргә кәрәк. Ә бына ҡош-ҡорт артыҡ көс талап итмәй.
Бәпкәләрҙе күпләп алып көтөү йәһәтенән өлгө күрһәтә алам, тимәйем, әммә бер йылда ла үкенгәнем булманы. Хаҡлы ялдағы кешенең ни, көндәр буйы сиҙәмдә ултырһа ла, йылға-күл тирәһенән таң һарыһынан ҡыҙыл эңергәсә китмәһә лә, башҡа эше өйөлөп бармай. Көтәһең дә көтәһең. Ҡыҙыҡ күрептер инде, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә, хатта күршеләге малай һәм ҡыҙҙар ҙа ярҙамға килгеләй. Кәсептең матди яғын ҡарағанда, күҙ теймәһен, һәр саҡ йыллыҡ пенсиям хәтлем аҡса эшләүгә өлгәшәм.
Бәпкәләрҙең бер нисә көнлөгөн ала инем, яҡынса илле-алтмыш баш итеп. Тәүге осорҙа ҡаҙ менән булаштым, аҙаҡ, байтағы сибек булып, бәләкәй саҡтан ҡырыла тип, өйрәккә күсеп ҡараным. Баҡһаң, осраҡлы алыпһатарҙарға юлығып, гел алданғанмын, тәжрибәмдең сама­лылығы ла үҙенекен иткәндер. Өйрәк тә һәйбәт ҡош ул, тик бигерәк күп ашай, туя белмәй. Ҡаҙ иһә башлыса үлән менән туҡлана, емгә көс төшөрмәй. Түшкәләрен һатҡанда ла ҡайһыһын аҫрау отошлораҡ икәне тиҙ аңлашыла.
Хәҙер йәнә ҡаҙ бәпкәләре тотам, уны ышаныслы эшҡыуарҙарҙан ғына алам. Баш ҡалала йәшәгән улым ауылға бер ҡайтҡанында Өфө районының Авдон ауылындағы “Агро-Гусь Урал” предприя­тиеһына юлайҡан инеп, хаҡтар, шарттар менән ҡыҙыҡһынып сыҡҡан. Шул йылдан бирле ҡаҙ мәсьәләһе күтәрелгән һайын ҡарашыбыҙ шул тарафҡа ғына төбәлә.
Пенсияға тиң аҡса эшләү тураһында һүҙ башлағас, онотмаҫ борон уның серен аңлата һалайым. Бер-ике көнлөк бәпкәләр яҡынса 180-200 һумға һатыла. Алтмышты алһаң, иң түбән хаҡ менән 11000 һум самаһы түләргә кәрәк. Иллеһе үҫеп етте, түшкәләре бишәр килограмм тартты, ти. Хәҙерге хаҡ менән килоһын 350 һумдан һатам, йәмғеһе 87500 һум килеп сыға. Бәпкәләр, ем-фәлән алыуға тотонған аҡсаны (күп тигәндә 20000 һум) сығымдар иҫәбенә индерһәк, 70000 һумы саф табыш булып кеҫәлә ҡала. Ун ике айға бүлеп һалһаң, бына һиңә йәнә бер пенсия! Ни бары биш айлыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе! Ҡаҙҙарҙың күберәге имен үҫеренә, ауырлыҡтары ҙурыраҡ булырына, емдең арзаныраҡҡа төшөрөнә өмөт итергә мөмкин тағы.
Быйыл аҡсамдың самалыраҡ булыуы арҡаһында бәпкәләрҙе һатып алмаҫҡа, ә инкубатор менән үҙем сығарырға ҡарар ит­тем. Февраль айының пенсияһынан 3600 һумды ҡалдырып, “БИ-2” тигән ҡорамалға тотондом. Ул 50 дана ҡаҙ йомортҡаһына иҫәпләнгән, шулай ҙа, автомат рәүештә әйләндергесен ҡуймаһаң, саҡ ҡына күберәкте һыйҙырырға мөмкин. Исмаһам, 70-75 проценты эшкинһә, етер әле, тигәйнем.
Март пенсияһын ҡулға алғас, әлеге йәмғиәткә шылтыратып, йомортҡаның күпме торғанын белештем. Ҡиммәт түгел икән, ни бары 90 һумдан. Иллене алһам, 4500 һумға төшә.
Авдон ауылы янындағы фермаға улым менән икәүләп юлландыҡ. Күптән ышанысымды яулаған предприятиеның етәксеһе Илшат Низаметдинов менән шунда таныш­тыҡ та инде. Кассала тауар өсөн иҫәпләшеп торған саҡта үҙе яныбыҙға килеп: “Хәйерле көн! Һеҙҙе электән беләм шикелле, йөҙөгөҙ иҫтә ҡалған”, — тип күреште ул улым менән. Бәй, биш-алты йыл элек бер мәртәбә осратҡан кешене хәтерҙә ҡалдыр әле! Йөҙәрләгән клиент араһынан...
Һөйләшеп киттек. Шуныһы ҡыҙыҡ: Илшат Тәлғәт улы яҡташыбыҙ, Буҙат ауылы егете булып сыҡты. Уңайы тура килеүҙән файҙаланып, хужалыҡ етәксеһенән ҡаҙ аҫрауҙың серҙәре хаҡында ныҡлап һорашып ҡалырға тырыштыҡ. Әлбиттә, әңгәмәбеҙ өҙөклөк менән барҙы, сөнки директорҙың телефоны бер минутҡа ла тынмай тиерлек. Берәүҙәр фермаға юлды һораша, икенселәре, тиҙҙән киләм тип, бәпкәләргә алдан заказ бирә, өсөнсөләре хаҡтар, ташламалар хаҡында төпсөнә. Фермаға бәпкә алырға ҡайҙан ғына килмәйҙәр: Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Омск, Липецк өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Алтай республикалары, Ханты-Манси автономиялы округы, Ҡаҙағстан... Илшат Тәлғәт улы клиенттарының һәр ҡайһыһын исем-шәрифе менән белә, сөнки йыл һайын хеҙмәттәшлек итәләр, үҙ-ара ышаныслы мөнәсәбәттәләр.
Төшөнөүемсә, “Агро-Гусь Урал” бөгөн тотороҡло эшләп килә, үҫеш бар. Авдон һәм Сергеевка ауылдарындағы ике фермала венгр тоҡомло тиҫтә меңләп ҡаҙ тоталар икән. Өлкән ҡоштарҙы ҡараусылар һәм инкубаторҙа эшләүселәр, һаҡсылар әлеге осорҙа тәүлек әйләнәһенә мәшғүл. Предприятие өсөн ял көндәре юҡ. Ҡаҙҙарҙы витаминлы аҙыҡтан өҙмәйҙәр, ветеринарға күрһәтеп, вакцина һалдырып торалар. Ҡош киҙеүенән бигерәк вируслы энтерит янай икән уларға. “Ваҡытында тейешле саралар күрелгәс, беҙҙекеләр ауырымай”, – тине Илшат Тәлғәт улы.
Кәңәш-төңәш бер ваҡытта ла артыҡ булмаҫ, кәрәге тейер. Шуға инкубаторҙа эшләүселәрҙән дә бәпкәләрҙе моронлатыу, үҫтереү серҙәрен белештек. Улар миңә, хәйер булһын тип, бер нисә йомортҡаны бушлай биреп ебәрҙе хатта. Иң ныҡ һөйөндөргәне бер айҙан булды: 53 йомортҡанан 47 бәпкә сыҡты! 90 процентлыҡ күрһәткес! Сығымдарым үҙен аҡланы, өҫтәүенә хәҙер инкубаторлымын. Киләһе йыл кәсебем тағы ла отошлораҡ булыр тип өмөтләнәм.
Стәрлебаштар, элекке әйтемен үҙгәртеп, “Башың эшләһә, ҡаҙ көт” тип күберәк һөйләй башлаһа ине. Был йүнәлешкә республикабыҙҙың башҡа тарафтарында йәшәүсе пенсионерҙар ҙа әүҙемерәк тотонор, моғайын.




Вернуться назад