Башҡортостанда йыл башынан кисектерелгән эш хаҡы күләме 150 миллион һумға кәметелде. Ә барлығы 303 миллион һум бурыс йыйылғайны. Тимәк, яртылаш кәмегән. Әммә был ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙырмай.Республика прокуратураһының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан үҙ коллективтарына эш хаҡы биреүҙе һуңлатҡан 120 етәксе асыҡланған. Һәр осраҡ буйынса тикшереү уҙғарылған, ете меңдән ашыу ғариза судҡа ебәрелгән. Унан алдағы айҙарҙа ғына ла 277 ойошманың етәкселәре административ яуаплылыҡҡа тарттырылғайны. Шул иҫәптән “Уралэнергомонтаж” берекмәһе – 12 миллион һумлыҡ, “М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы” йәмғиәте 18 миллион һумлыҡ бурысын ҡапланы. Прокуратура бер юлы хеҙмәт хаҡын “конвертта” биреү осраҡтарын асыҡланы һәм был хәлде туҡтатты, хеҙмәт килешеүе төҙөмәй эшләргә мәжбүр булған эшселәр ҙә табылды. Борай районында, мәҫәлән, дүрт эшсеһе менән ваҡытында хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән фермерға биш мең һумлыҡ штраф һалынған. Хәҙерге заманда бындай сумманың етәкселәрҙе ҡурҡытыуы икеле, ләкин ҡануниәтте лә боҙоп булмай бит.
Предприятиеларҙың төрлөһө бар. Шулай ҙа төп сәбәп – әйләнеш сараларының етмәүе. Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводында, мәҫәлән, эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 1 миллион 350 мең һумға еткән. Бер нисә ай ныҡышып та, үҙ хеҙмәте өсөн түләттерә алмағас, байтаҡ кеше ошо предприятиенан киткән һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Бухгалтер документтарын тикшереп ҡарағас, был осорҙа ойошмала эш хаҡын түләрлек аҡсаның етерлек тупланыуы беленгән. Әммә етәкселек эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә һәм башҡа фирмалар менән иҫәп-хисап яһауға 50 миллион һум аҡса тотоноуҙы өҫтөнөрәк күргән. Район прокурорының талабына ярашлы, заводҡа 30 мең һумлыҡ штраф һалынған. Тотош предприятие өсөн был да әллә ни ҙур сумма түгел.
Булған аҡсаны эш хаҡын түләүгә тотонорға һәм, предприятиены әйләнеш сараларынан мәхрүм итеп, эшмәкәрлекте бөтөнләй туҡтатырғамы, әллә хеҙмәт хаҡын кисектереп тороу иҫәбенә заводтың ғүмерен оҙайтырғамы? Күпселек урында эшҡыуарлыҡтың рентабеллеге бер нисә процент ҡына, ә банк кредитының унан бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ булыуын хәтергә төшөрһәк, Рәсәйҙәге күп ойошмалар өсөн был һорауҙың үтә ҡатмарлы дилеммаға әйләнеүен аңлауы ҡыйын булмаясаҡ. Хеҙмәткәрҙәргә үҙ ғаиләләрен аҫрау зарурлығы иң көнүҙәк булыуын иҫәпкә алғанда, бындай һорау тыумаҫҡа ла тейеш кеүек, әммә бөгөнгө иҡтисади хәл ҡатмарлы шул. Мәҫәлән, байтаҡ предприятиеларҙың үҙҙәрендә бөлгөнлөк процедураһы башлау йәки милексенең алмашыныуы сәбәпле эш хаҡы түләүҙе аңлы рәүештә, йәғни яуыз ниәт менән кисектерә барыуы билдәле.
Дәүләт һәм муниципаль ҡаҙнаға ҡараған учреждениеларҙа бындай бурыс бик аҙ, ул тулыһынса тиерлек хосуси секторҙа барлыҡҡа килә. Ә иҡтисадтың был өлкәһендә эш хаҡын “конвертта” түләү бик киң таралған, һөҙөмтәлә ҡайһы эшҡыуарҙың күпме хеҙмәткәре барлығын һәм һәр ҡайһыһына күпме аҡса түләүен белерлек тә түгел. Шуға күрә, белгестәр раҫлауынса, һуңлатылған эш хаҡы күләме буйынса “Росстат” мәғлүмәттәре дөрөҫлөккә тура килмәй.