Ағас күрке... сепрәк түгел!30.05.2017
Ағас күрке... сепрәк түгел!“...Мин – ҡарағай... Мәғрур булырға тейеш инем... Бахыр яһанылар... Тамырҙарым менән ташҡа йәбешеп тыуҙым... Елгә, дауылға бирешмәнем... Үҫтем... Эргәмдә генә – Ғәҙелша шарлауығы, тирә-йүнемдә – Ирәндек ҡаялары, өҫтөмдә – зәңгәр күк... Донъя шундай гүзәл... Дөрөҫөрәге, гүзәл ине... Бер көн кемдер килеп ботағыма ҡулъяулыҡ бәйләне... Шунан – икенсеһе... Өсөнсөһө – ботинкаһының шнурын... Нимә генә таҡманылар миңә... Донъяның йәме китте... Тирә-яғымдағы тиҫтерҙәремдән оят... Ике ботағым – ауырлыҡтанмы, ғәрлектәнме – ҡороп, һынып төштө... Тын алыуы ҡыйын... Әҙәмдәр, Аллаһҡа теләгегеҙ, үтенесегеҙ, һорауығыҙ булһа, зинһар, эргәмдәге ташҡа ултырып, шым ғына доға ҡылығыҙ... Бер кемде лә язаламай ғына... Шым ғына... Ағас ботаҡтарына бәйләгән сепрәк-сапраҡтарығыҙ минең рәнйеү-ҡарғышымдан башҡа һеҙгә бер нәмә лә бирмәйәсәк... Бәйләмәгеҙ миңә, бәйләнмәгеҙ...”


Вернуться назад