Аҙан әйтте Рамаҙан26.05.2017
Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәштәр! Бөгөн ҡояш байығас, иншаллаһ, мосолман өммәтенең иң бөйөк айына – изге Рамаҙанға – аяҡ баҫабыҙ. Ошо йәһәттән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем! Ураҙа мө­бәрәк булһын, һәммәбеҙгә лә Раббыбыҙҙың рәхмә­тенә өлгәшергә яҙһын, иншаллаһ.
“Ҡөрьән Кәрим”дәге һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәйек: “Эй, иман килтергән һөйөклө бәндә­ләрем! Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, изге айҙа һәммәбеҙ ҙә Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Рамаҙан емеш-еләккә бай йәй кеүек ул: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Аллаһ Тәғәлә ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.
Был айҙа фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ауыҙыбыҙҙы үлсәп асырға өйрәнергә тейешбеҙ. Мәғлүм ки, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ. Тел тормошта ҙур көскә эйә. Уның үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәм­бәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ята.
Ураҙа тотҡан кеше ризыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнә. Өҫтәлдәребеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ашамлыҡтан һығылып тора, аслыҡ, һуғыш йылдарында көн иткәндәр кеүек бер һыныҡ икмәккә зар булып йәшәмәйбеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ, балаларыбыҙ ҙа туҡ – ошоға йәнә инандыра Рамаҙан. Ул әҙәм балаһының йөрәген йомшарта, мохтаждарға, сирлеләргә ҡарата иғтибарлы, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булырға өйрәтә. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Бәғзеләр, һәр миҙгелдәге төрлө ауырлыҡтарға һылтанып, ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шулай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Ҡыҙ бала – туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Ныҡ өлкән йәштәге­ләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад