Ураҙаның ниғмәте мул26.05.2017
Ураҙаның ниғмәте мул Рамаҙандың тәүге изге кисендә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих уҡыла. Был ғәмәлде мәсеткә йыйылып, йәмәғәт менән бергә башҡарыу айырыуса сауаплы һанала. Ғибәҙәтте үтәгәндә файҙаһыҙ, әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү; ике көн буйы ифтар ҡыл­майын­са ураҙа тотоу; мунсала оҙаҡ ултырыу; бәләкәй генә булһа ла дарыу йотоу; енси яҡынлыҡ ҡылыу һ.б. тыйыла. Яңылыш һыу йотһаң, ауыҙыңа ҡар, ямғыр тамсыһы инһә, сәхәрҙе һуң ашаһаң, иртәрәк ауыҙ асһаң, ғибәҙәт боҙолор. Ундай көндәр өсөн Рамаҙандан аҙаҡ ураҙа тоторға кәрәк булыр.
Был айҙа ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. “Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.
“Эй, Аллаһ илсеһе! Әгәр бәғзе берәүҙең ураҙа тотҡан кешенән ауыҙ астырыу өсөн ашатырға ризығы булмаһа, нимә эшләргә?” – тип һораған сәхәбәләр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. Пәйғәм­бәребеҙ иһә шулай яуаплаған: “Бер йотом һөт, уныһы ла булмаһа, уртлам һыу бирһен”. Ауыҙҙы тоҙ менән асырға мөмкин. Шулай ҙа һыу ҡулланыу яҡшыраҡ һанала. Емеш, айырыуса хөрмә менән асыу ҙа һәйбәт.
Мәғлүм ки, Рамаҙандың 27-се төнө – Ҡәҙер кисе. Унда Раббыбыҙҙың рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла. “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. “Йә, Рәсүлуллаһ, был мәл­дә ниндәй доға ҡыла­йым?” – тип һораған Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләмдән ҡа­тыны Ғәйшә. Пәйғәм­бә­ре­беҙ уға “Эй, Раббым, һин — ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигәнде уҡырға әйткән.
Ғөмүмән, ураҙаны нисек тотоу тураһында һүҙ сыҡҡанда, диндарҙар, башҡа осраҡтарҙағы кеүек үк, тәү сиратта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош рәүешен өлгө итеп күрһәтә. Пәйғәмбәребеҙҙең башҡарғаны, әлбиттә ки, беҙҙең һымаҡ ябай әҙәм балалары өсөн көс еткеһеҙ. Ул, һәр ваҡыттағыса, шул ҡәҙәр күп эшләгән, ғәрәп илендәге эҫелектә ураҙа тотоу менән бер рәттән пәйғәмбәрлек вазифаһын бөтөн тулылығында үтәгән. “Рамаҙан айында Ислам ғәмәл­дәренә, Ҡөрьәнгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырыр ине, – тип хәтерләр булған хәҙрәти Ғәйшә. – Айҙың һуңғы төндәрен мәсеттә ғибәҙәттә үткәрә торғайны”.
Мөбәрәк “Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, иманлы бәндәләр, һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғә­ләнең пәй­ғәмбәре – ҙур өлгө. Кем дә кем Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Раббыбыҙҙың рәсүле тип таныһа, Ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”, – тиелгән. Тимәк, үҙ тормошо аша өммәтенә Ҡөрьән буйынса йәшәү үрнәген күрһәткән, һәр хәрәкәтенән, йөрөш-торошонан Аллаһ һүҙенең тәфсире сағылған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте булараҡ, беҙ изге айҙы уның өлгөһөндә үткәрергә тейешбеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”де, хәҙистәрҙе өйрәнергә бурыс­лыбыҙ. Уларҙағы аҡылды күңелгә һеңдереү, файҙаланыу тормошо­боҙға ҙур бәрәкәт бирер.
“Кем дә кем ураҙаның ниғмәт­тәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән Пәйғәмбә­ребеҙ үҙенең хәҙисендә. – Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт алыу, урталағылары – гонаһтарҙың кисерелеүе, аҙаҡ­ҡылары тамуҡ утынан азат булыу осоро. Әгәр ҙә ки өммәтем Ураҙаның бөтөн хикмәттәрен, бөйөк­лөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”.
Ураҙаның ниғмәте мул


Вернуться назад