Дәүләт Думаһында тәжрибә туплап26.05.2017
Дәүләт Думаһында тәжрибә туплап Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының юридик факультетын быйыл 116 студент тамамлай. Бында белем алғандарҙың күпселеге – Башҡортостандың көньяҡ райондарынан, араларында Алтай, Сыуаш, Татарстан республикаларынан, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Азербайжан иленән килгәндәр ҙә бар. Үҙҙәрендәге билдәле уҡыу йорттарына бармайынса Сибайға юл тотоуҙары нимәгә бәйле? Ошо һорауҙы асыҡлар өсөн юридик факультет деканы вазифаһын башҡарыусы биология фәндәре кандидаты Айрат ЗӨЛҠӘРНӘЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Айрат Булат улы, факультеттың йәштәрҙә йылдан-йыл күберәк ҡыҙыҡ­һыныу уятыуы нимәгә бәйле?
– Беренсенән, беҙҙең сығарылыш студенттарына дәүләт өлгөһөндәге документ тапшырыла. Башҡорт дәүләт универ­ситетының дипломы илдең һәр төбәгендә абруйлы һанала. Икенсенән, түләүле нигеҙҙә уҡыу ҙур ҡалаларҙағы уҡыу йорттарына ҡарағанда ике-өс тапҡырға осһо­ҙораҡ килеп сыға. Өсөнсөнән, балаһына именлек теләп кенә йөрөгән атай-әсәйҙәргә Сибай ҡалаһының ыҡсым, тыныс булыуы оҡшай.
– Хеҙмәт баҙарында юристарға ихтыяж бер ҡасан да кәмемәй, һуңғы йылдарҙа дәүләткә һатып алыуҙы ойоштороу кеүек яңы һөнәрҙәр ҙә барлыҡҡа килде. Һеҙҙә уҡып сыҡҡан йәштәр эште оҙаҡ эҙләп йөрөмәйҙер, моғайын.
– Йыл да сығарылыш студенттарының 90-95 проценты эшкә урынлаша, ҡалған 5-10 проценты – ғәҙәттә, ғаилә ҡороп, бала үҫтерергә ҡарар иткән ҡатын-ҡыҙҙар. Йәштәребеҙ суд, прокуратура системаларында, адвокатура өлкәһендә, Эске эштәр министрлығы органдарында, дәүләт һәм коммерция ойошмаларында, уҡыу йорттарында эшләй, фән юлын һайлағандар ҙа бар.
– Күптән түгел Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан бер төркөм студенттар Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында практика үтеп ҡайтҡайны. Был сараның маҡсаты ниндәй ине?
– Уҡытыусылар студенттарға белем­дәрен тормошта ҡулланырға өйрәтергә ынтыла: криминалистика кабинетында махсус ҡорамалдар ярҙамында енәйәтте асыҡлау алымдарын күрһәтәләр, суд залы рәүешендә йыһазландырылған аудиторияла суд процесын аңлаталар. Тағы ла студенттар факультетыбыҙ нигеҙендә эшләп килгән юридик клиниканың эшендә әүҙем ҡатнаша. Үҙенсәлекле клиника Рәсәй юристар ассоциацияһы ярҙамы менән булдырылған. Уның маҡсаты – йәштәргә һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү, факультет студенттарының хоҡуҡи белемен арттырыу, консультациялар үткәрергә өйрәтеү.
Шулай уҡ студенттарыбыҙҙы Мәскәүгә белемен нығытып ҡайтһын тигән маҡсатта ебәргәйнек. Был сараны институт директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов ойошторҙо. Уҡыу алдынғылары Лена Ваһапова, Айһылыу Танһыҡҡужина һәм Арыҫлан Яхин төп ҡануниәт органдары – Дәүләт Думаһы менән Федерация Сове­тының эшмәкәрлеген өйрәнде, халыҡ мөрәжәғәтен тикшереү һәм яуаптар әҙерләүҙә ҡатнашты.
– Ошондай эшлекле, мауыҡтырғыс факультетҡа уҡырға инер өсөн ниндәй һынауҙар үтергә кәрәк?
– Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле фәндәренән Берҙәм дәүләт имтихандарынан тейешле балдар йыйырға һәм конкурстан үтергә кәрәк. Ҡабул итеү комиссияһы 1 ап­релдән 16 сентябргә тиклем эшләй, телефоны: 8(34775) 5-15-38. Адресыбыҙ: Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 21-се йорт.



Вернуться назад