ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТ26.05.2017
ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТ Быйылғы йәй Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ һәм Һарыҡташ райондарында үтәсәк фольклор экспедицияһы алдынан ошо юлдарҙың авторы һәм БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Ғәлиә Ғәниева тарафынан Ҡатралы буйы башҡорттарының фольклорын, йәнле һөйләү телен өйрәнеү маҡсатында ошо тарафҡа ижади сәфәр ойошторолдо.
Үҙем тыуып үҫкән Хәйбулла районының Әбүбәкер (Башҡорт Атингәне) һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Үрге Наҙарғол (Башбүре) ауылдары – быуаттар буйы ҡатнашып, ҡыҙ бирешеп, ҡыҙ алышып, туғанлашып йәшәгән төбәктәр. Аралары ни бары егерме дүрт кенә саҡрым булһа ла, был яҡҡа беренсе тапҡыр аяҡ баҫыуым.

Үҫәргән ырыуы Шешәй түбәһе башҡорттары йәшәгән был ике төбәктең йыр-моңдары ла, һөйләш үҙенсәлектәре лә уртаҡ икәненә инандыҡ сәфәр ваҡытында.
Үрге Наҙарғол ауылы 1941 йылдың 1 ғинуарына тиклем Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы составында була. 1941 йылдан 1962 йылға тиклем ауыл Ырымбур өлкәһенең Яңы Покровка, Хәлил, Гай һәм Орск райондары биләмәләрендә булып өлгөрә. Документтарҙы бер район үҙәгенән икенсе район үҙәгенә тапшырған мәлдәрҙә Төлкүлгән-Наҙарғол (руссаһы ҡыҫҡаса Т-Назаргулово) тип аталған ауыл­дың исемен чиновниктар яңылыш уҡып, Татар Наҙарғолона ла әйләндереп ебәрә. Шул рәүешле ауылдың милли составы тураһында яңылыш мәғлүмәт килеп сыға. 1963 йылда Ҡыуандыҡ районы ҡурсаулығына эләккәс кенә, ауыл Үрге Наҙарғол тип атала башлай.
ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТБеренсе әңгәмәсебеҙ 1954 йылғы Мәрйәм Сәлихйән ҡыҙы Абдуллина (Рамазанова) булды. Һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан был ханым – өс бала әсәһе. Бал ҡорттары тотоп, мал аҫрап, донъяһын матур итеп ҡороп йәшәй. Донъяуи мәшә­ҡәттәр уға биш ваҡыт намаҙын уҡырға ҡамасауламай. Мәрйәм Сәлихйән ҡыҙы затлы нәҫелдән. “Юныс ҡартатам төшөмдә уҡытты мине. Ясин сүрәһен өйрәтте, баш осомда тороп. Көслө мулла булды. Ауырыған кешеләрҙе өшкөрөп дауаланы. Билдәле геолог Миңләхмәт Ғилметдин улы Моталов – минең олатам (атай-әсәйҙән оло кеше – диалект һүҙ). Уның әсәһе – Юныс ҡартатамдың өлкән улының ҡыҙы. Олатамдың “Яҙмышҡа рәхмәтлемен” китабына (Өфө, 2011 йыл) ҡартатамдың фотоһы ла индерелгән. Бер туған ағайым Ғәбибйән Сәлихйән улы Рамазанов та фән юлынан китте. Техник фәндәр кандидаты, доцент. Ауылыбыҙҙа мәсет төҙөттө”, – тип һөйләне ул (текстарҙа авторҙарҙың стиле һәм башҡорт теленең көньяҡ диалектындағы Эйек-Һаҡмар һөйләшенә хас үҙенсәлектәр һаҡланды. – Г.Ҡ.).
ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТМәрйәм Сәлихйән ҡыҙы өйө янында ғына урынлашҡан Һеркә (Хәлекәй) тауы, ауылды ярып аҡҡан Ҡатралы һәм Төлкүлгән йылғаларының тарихын һөйләне.
Артабан беҙҙе Үрге Наҙарғол ауылының Ташкент тип аталған урамының осондағы һәйкәл янына алып барҙылар. Ҡасандыр ауыл ситендә булған был ҡәберлек хәҙер ихата эсендә тороп ҡалған. Эргәһендә тауыҡтар тыныс ҡына ем сүпләй, әтәс ҡысҡыра. Әйтерһең дә, бер быуат элек бында үҙәк өҙгөс фажиғәле хәл булмаған!
ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТГөлйыһан Ибраһим ҡыҙы Сәйфуллина (1970 йылғы. Орск ҡалаһында йәшәй, май цехында мастер булып эшләй) үҙ ихаталары эсендә тороп ҡалған ҡәберлек тураһында түбәндә­геләрҙе һөйләне: “Бер быҙау өсөн был кешеләрҙе тереләй күмгә­н­дәр. Ул бик бай кешенеке бул­ған. Аҙаҡ быҙау табылған”.
Гөлйемеш Әхмәҙулла ҡыҙы Аҫылова (ҡыҙ фамилияһы Абдуллина) беҙгә ХХ быуат башында булған был фажиғәле хәл тураһында бәйән итте: “Ата­йымдың бер туған апайы Сәр­хәпъямал, ирле-ҡатынлы татарлар Ғәләүетдин һәм Миң­небикә тереләй күмелгән бында. Кейәүгә сыҡмаған йәш ҡыҙ булған Сәрхәпъямал. Теге татарлар ҡайҙандыр килеп сыҡҡан был ауылға, белмәйем. Етем бала­ларға өйҙәш булып ингәндәр. Тегеләрҙең өс йәшлек балаһы ла бар икән.
1921 йыл булған. Аслыҡ ва­ҡыты. Үлгән башмаҡтың һөйә­ген ҡайнатып, һурпа эсеп утыр­ғаннар. Быҙауыбыҙҙы һуйып ашанығыҙ, тип ғәйеп ташла­ғаннар быларға. Ауыл ситенә алып килеп, ташлар менән туҡмап, халыҡтан ҡәвер ҡаҙҙы­рып, тереләй ергә күмергә мәж­бүр иткәннәр уларҙы. Ауылдашлары: “Сәрхәп – етем генә үҫкән ҡыҙ. Үҙевеҙҙең бала. Ҡотҡарайыҡ уны”, – тип әйтеп ҡарағаннар. “Һуң! Арҡа һөйәге һындыра һуғылды инде. Барыбер үлә ул”, – тип ҡотҡартмағаннар. Сәр­хәпъямал ҡустыһы Әхмәҙуллаға, минең атайыма, иҫтәлеккә тип сәсенән сулпыһын алып таш­таған. Шул сулпыны ла таш менән иҙеп таштаған ярһыған халыҡ.
Тереләй күмелгәннәрҙең тауышлары ҡәверҙән әллә нисә гөн ишетелеп торған. Ер һаман һеркелдәп ятҡан. Теге татар­ларҙың өс йәшлек балаһы берәүҙең таш келәтендә бикле ҡалған булған. Уға тамаҡ бирҙер­мәгәннәр. Биш көндән асһалар, теге бала үлгән, аслыҡтан беләген кимереп бөткән, ти.
Атайыма был саҡта ун өс йәш булған. Кеше ҡулында үҫкән булған өс етем бала. Ҙурайһа, беҙҙән үс алыр тип, ат менеп, ҡамсы менән ярып баҫтырғаннар уны. Ул ҡотолоп ҡала алған. Атайымды Төрткәнгә төшөргәннәр туғаннарына, үлтереп ҡуйырлар тип. Шунда үҫкән. Шунан был ауылға сыҡҡан.
Атайым памятник эшләтте. Йыллар ҡоро килгәндә 40 күнәк һыу ҡоялар ҡәвергә. Һыу ғойоп, аят уҡыйлар, ямғыр теләп. Шунан ямғыр яуып та ебәрә.
Сәрхәп инәйемдәрҙе үлте­реүҙә өс кеше ҡатнашҡан. Береһенең дүрт балаһы менән ҡатыны үлгән. Ә бер бавай атамды “үлтерәм” тип ике тапҡыр килгән. “Уртағыҙҙа ятҡан бала ғына ҡотҡарҙы һеҙҙе”, – тигән үҙе аҙаҡ.
Туғай Бүреһенән күсеп сыҡҡан кешеләр өй төҙөгән был урында аҙаҡ. Ҡәвер өҫтөнә үҙенән-үҙе биш ҡайын үҫеп сыҡҡан”.
ҮРГЕ НАҘАРҒОЛҒА БЕР СӘЙӘХӘТКиләһе әңгәмәсебеҙ 1922 йылғы Мәхмүзә Әхмәтдин ҡыҙы Үҙәнбаева фамилиялашым (ҡыҙ фамилияһы минеке кеүек үк Билалова. – Г.Ҡ.), алыҫ ҡәрҙәшем дә булып сыҡты. Сығышы – Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылынан. Әйткәндәй, Әбүбәкер Билалов та ҡасандыр Ҡаҙырша ауылынан сыҡҡан булған. “95 йәшемде үткәрҙем. Бер гүҙем гүрә, бер гүҙем гүрмәй. Аҡылым дөрөҫ. Урскилә (Орск ҡалаһы – Г.Ҡ.) ғышланым. Ҡыҙымда. Ул мәктәптә эшләй.
Фронтовиктың аҙағы – мин генә был ауылда. Ҙурлайлар гилеп тороп. Өҫ бөтөн хәҙер. Тамағ туҡ. Һәр гемдә бинсиә. Үлеп (в)өттө әвейләр. Ҡышлай барған әвейләр икәүһе үлеп ҡайтты. Хоҙай утыртҡас, утырам инде үлгәнсе. Ошонда ғына үлһәм, кеше йонсотмаҫ инем. Балларым шәп. Кейәүем бөтәһенән дә шәп!
Дүрт баланы аҫрайым тип эшләнем. Үҙемде баҡҡан ҡыҙым атаһынан ике йәшкә ике ай тулмай ҡалды. Утыҙ һыйыр, ун биш быҙау баҡтым. Ҡул менән һауҙыҡ. Дуйка миңә эләкмәне. Өйгә ғайтһаң, дүрт балаң гөтөп утыра.
Ана хәйер һорап утыра ир геше. Алтмыш йәше тулды инде. Икмәк евәргән булып утырам уға килендән. Хәҙер улайтыв утырған геше юҡ. Ошонда килен өс ай аҫраны. Аҙаҡ бер ҡоро өйгә индерҙеләр. Туфалтаға сығарып һалавыҙ, ашарға юҡ, тигәс. Бумағас, һорай. Тәг утыра ҡоро өйҙә. Кеше уны күпме ғараһын?! Ир геше. Үҙевеҙҙең ауылдан, үҙевеҙҙең бала. Мына ерҙә булды нигеҙе. Паспортын юғалтҡас, гурыт тирәһенә һыймай хәҙер.
Бавайымдың исеме Ҡениәт (Ғиниәт – Г.Ҡ.) булды. Таныш буманыҡ. Танышырың, көтөп тор! Һуғыш ваҡыты бит ул. Шал, ойоҡ-бейәләй бәйләнек. Әвейҙең күрмәгәне әҙ инде! Шунда ла утырам. Нишәп утырамдыр, бел­мәйем.
Ҡәйнеттиндең ғыҙымын, ти, һеҙе менән кигән ғыҙ. Атингәндә тора ошо ғыҙ. Саҡырҙыыы”, – тип һөйләне беҙгә Мәхмүзә инәй.
Килене Мәрйәм Һибәтулла ҡыҙы Үҙәнбаеванан Мәхмүзә инәйҙең еңел булмаған яҙмышы тураһында ла ишеттек аҙаҡ. 30-сы йылдарҙа инәйҙең атаһы Әхмәтдин олатай Иркутск эргәһендәге Черемхово ауылына һөргөнгә ебәрелгән булған. Был ауырлыҡтарҙы уның менән бергә ҡатыны Аһылбикә, ҡыҙҙары туғыҙ йәшлек Мәхмүзә менән ете йәшлек Мәғүзә лә күтәрешкән икән. Ире ауырып үлгәндән һуң, Аһылбикә инәй, ике балаһын алып, Черемховонан ҡаса. Рус телен белмәгән, географияны күҙ алдына ла килтермәгән ҡатын тыуған яғына теүәл өс йылдан һуң ҡайтып инеү бәхетенә ирешә. Биш мең саҡрым ерҙе улар йәйәү тигәндәй үтеп сыға. Тәүге йәй улар төндә генә бара, арттарынан ҡыуғын төшөүҙән шикләнә. Ҡышын рус ауылдарында туҡтап, хәлле кешеләргә батраклыҡҡа ялланалар. Йәй юлдарын дауам итәләр. Үҙ өйҙәренә ҡайтыу юлы бикле булғанға күрә, Аһылбикә инәй Төлкүлгән-Наҙарғол ауы­лындағы атаһы йортона ҡайтып инә.
Әйткәндәй, бала саҡта күрмә­гән изгелекте Мәхмүзә инәй әле балаһынан күреп ултыра. “Бағымым һәйвәт килеп тороп! Балларым матур. Баҡмаһалар, утырыр инемме?! Ҡартайҙылар. Балам да етмеш йәштә инде һәҙер”, – ти инәй. Инәйҙең ейәне, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ришат Илшат улы Үҙәнбаев, рус телендә “Үрге Наҙарғол ауылы тарихы” тип аталған китап сығарған. Ул ауылдың тарихы һәм топонимияһы буйынса ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә алған. Мәхмүзә инәйҙең нәҫеле сәләмәт, тамыры ныҡлы, тимәк.
Был сәфәребеҙҙә беҙҙе Үрге Наҙарғол ауылы ҡыҙы, Әбүбәкер килене Фәниә Ғәйнетдин ҡыҙы Билалова (ҡыҙ фамилияһы Дәүләтшина) оҙатып йөрөнө. Өләсәһе Ҡолбәғиҙә Исхаҡ ҡыҙы Нарбутина тураһында иҫтә­лектәре менән ихлас уртаҡ­лашты: “105 йәшкә тиклем йәшәне. Ҡыҙы Бәғиҙә – әсәйем – 1977 йылда вафат булды. Өләсәйҙе “бәләкәй әсәй” тинек. Күвәләг инәй тип йөрөттөләр уны. Ике ҡулы күвәләктеке геүек йәлвер-йөлвөр итеп килә торғайны”.
Фәниә апай беҙҙе атаһының йортона алып килде. Ул 1985 йылда вафат булһа ла, Дәүләтшиндар атай нигеҙен һыуытмай, ҡәҙерләп һаҡлай. Ял көндәре мотлаҡ бында ҡайталар, йәйҙәрен Башбүрелә үткәрәләр. Беҙ барғанда Новотроицк ҡалаһынан Әхмәтдин (1961 йылғы) һәм Сәйфетдин ағайҙар (1973 йылғы) ғаиләләре менән ошонда ине. Аҙағыраҡ Әхмәтдин Ғәйнетдин улы менән әңгәмә ҡороу форсаты ла сыҡты. Ул ҡатыны Нурия менән Новотроицк ҡалаһында йәшәй. “Урал ҡоросо” металлургия комбинатында эшләй. Ҡатыны Нурия Мөхә­мәтғәли ҡыҙы (1966 йылғы) – фармацевт. Ҡыҙҙары Гөлиә менән Лена ла ата-әсәһенең тыуған ерен бик ярата. Башбүре башҡорттары өсөн тыуған ерҙән дә изгерәк төшөнсә юҡ.
Һүҙгә йор, һөйкөмлө, башҡорт теленең көньяҡ диалекты Эйек-Һаҡмар һөйләшенең Һаҡмар һөйләшсәһендә кинәнеп аралаш­ҡан ырыуҙаштарыбыҙ – Үрге Наҙарғол ауылы башҡорттары – менән осрашыу йылы хистәр ҡалдырҙы.



Вернуться назад