Ғабдулла Туҡайҙың барҙа тамырҙары26.05.2017
Атаһы уның исемен метрика кенәгәһенә “Ғабдуллажан”, йәғни “Ғабдуллайән” тип теркәгән. Беҙгә ул Ғабдулла Туҡай булараҡ билдәле. Барлығы 27 йыл ғына ғүмер кисергән талантлы шағирҙың тамырҙары әсәһе яғынан ғәйнә башҡорттарына тоташа. Шағирҙың ҡартатаһы Зиннәтулла Зәйнелбәшир улы Әмиров үҙенең шиғри юлдар менән яҙылған биографияһында “Тыуған илем Ҡажмаҡты ҡәрйәһелер” тип яҙған, йәғни ул хәҙерге Барҙа ауылынан. ХIХ быуат аҙағында Барҙаны Ҡажмаҡты тип йөрөткәндәр.
Төрки донъяһында новатор шағир булараҡ танылыу тапҡан Ғабдулла Туҡайҙың яҙмышы бик тә аяныслы. Ул 1886 йылдың 14 апрелендә Ҡазан губернаһының Ҡушлауыш ауылында ты­уа. Кескәй балаға дүрт ай ярым сағында, йәғ­ни шул уҡ йылдың сентябрендә, атаһы – Ҡушлауыш мәсетенең имам хатибы Мөхәммәт­ғариф мулла вафат була. Үкенескә ҡаршы, өс йәш тә ете ай ваҡытында әсәһе Бибимәмдүҙә лә баҡыйлыҡҡа күсә. Нәҡ әсәһенең тамырҙары Ҡажмаҡтыға, йәғни Барҙа ауылына, тоташа ла инде. Үкһеҙ етем ҡалғас, сабый Ғабдулла үҫеп ир ҡорона еткәнсе тиҫтәгә яҡын кешенең тәрбиәһендә була. Тәрбиәһендә була тигән һүҙ дөрөҫ тә булмаҫ, аҫрау малай, артыҡ тамаҡ, килмешәк хәлендә йәшәй. Бала сағы бик зарлы үтә.
19 йәшендә хәҙерге Көнбайыш Ҡаҙағстан­дың Уральск ҡалаһында туғандарында йәшәй башлай. Ошо ҡалала ул ныҡлап ижад итергә тотона, илдәге сәйәсәтте төшөнә, төрлө журнал­дарҙа нәшер ителә һәм үҙе лә мөхәррирлек эшен башҡара.
Барҙа районының үҙәкләштерелгән китапханасылары, атап әйткәндә, Лилиә Хәмит ҡыҙы Шакирйәнова бынан тиҫтә йыл элек бөйөк шағир, тәржемәсе һәм публицистың яҙмышына бәйле мәғлүмәттәр туплай башлай. Шағирҙың тыуыуына 120 тулыу айҡанлы китапханала Ғабдулла Туҡайға арналған тәүге экспозиция булдырыла. Ә инде былтыр “Ғабдулла Туҡайҙың Барҙа тамырҙары” тип аталған йөкмәткеле күргәҙмә ойошторалар. Унда шағирҙың ҡартаталары, тормош юлы һәм ижады хаҡында факттар бар.
Ғабдулла Туҡай тураһында уның өсөнсө быуын туғаны Рафиҡ Аҡманаев дөрөҫлөккә тура килгән бик күп мәғлүмәт туплаған, уның әсәһе яғынан тамырҙары Барҙанан икәнлеген иҫбат­лаған. Сөнки һуңғы йылдарға тиклем Ҡазан даирәләренең фән, ғилем, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре Ғабдулла Туҡайҙың Барҙа тамырҙарын танырға теләмәй ине. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапханасылар һәм шағирҙың Барҙала йәшәгән вариҫтары бөтә һорауҙарға яуап биргән шәжәрә төҙөнө. Зиннәтулла Әмировтың шәжәрәһендә талантлы кешеләрҙең исемдәре урын алған. Шулар араһынан оҙаҡ йылдар “Таң” район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән Эльмарт Уразов та бар.
Ғабдулла Туҡай икенсе бер шағир – Сәғит Сүнсәләй менән бик дуҫ була. Ғәҙеллеккә ынтылған, ирекле һәм азат күңелле ике зыялы 1910–1911 йылдарҙа Туҡай Уральск ҡалаһынан Ҡазанға күсеп ҡайтҡас таныша. Фекерҙәре уртаҡ була уларҙың. Әммә дуҫлыҡтары оҙаҡҡа һуҙылмай. Туҡай ҡаты ауырыуҙан вафат була.
Яҙмыш буйынса төрлө төбәктәрҙә этелеп-төртөлөп көн күргән Ғабдулла Туҡайға үҫмер һәм егет ваҡытында ҡартатаһы Зиннәтулланың тыуған ере Барҙаға килергә насип булмай. Туҡай үпкә ауырыуын эләктергәс, дуҫы Сүнсәләй уға Барҙа районының Солтанай ауылына килеп, ҡымыҙ менән дауаланырға тәҡдим итә. Бер сығанаҡтарҙа ул Барҙаға килгән, икенсе сығанаҡ­тарҙа килмәгән, тип иҫәпләйҙәр.
Ғүмер буйы Солтанай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Гөлйыһан Мәсәғүтова һөйләүенсә, Солтанайҙа Мөхәммәтғата хәҙрәт Мансуровтың мәсете эшләй. Уның 300 шәкерткә иҫәпләнгән мәҙрәсәһендә дәүеренең алдынғы кешеләре уҡыған. Мөхәммәтғата хәҙрәттең абыс­тайында белем эстәгән Сәмән исемле ҡыҙ хәтерләүенсә, бер мәл “Ҡазандан шағир килә, осрашыу була” тигәс, ҡыҙҙар шағир күрергә мәҙ­рә­сәгә килә. Унда күрмәлекһеҙ генә, үтә ябыҡ, бәләкәй кәүҙәле, бер күҙенә аҡ һалған егет менән осраша улар. Әммә оҙаҡ ваҡыт үтеү менән ул егеттең Ғабдулла Туҡаймы, түгелме икәнен иҫләй алмай Сәмән ҡарсыҡ. Ә инде ысынында ла тормошта шағирҙың күҙенә аҡ һал­ған була. Шуға күрә Ғабдулла Туҡайҙың Барҙаға, Зиннәтулла ҡартатаһының тыуған яҡтарына килеү-килмәү һорауы асыҡ ҡала.
Авар шағиры Рәсүл Ғамзатов: “Беҙҙә тауҙарҙа электр булмағанда ут һаҡсыһы тигән вазифа була торғайны. Туҡай ҙа – үҙ халҡының ут һаҡсыһы. Был – мөхәббәт уты, талант уты, был – боҙоҡлоҡ, ялған менән килешмәү уты”, – тигән. Халҡының ут һаҡсыһы булып торорҙай шағирҙың тамырҙарында ғәйнә башҡорттары ҡаны йүгереүе менән ғорурлана барҙалар.


Вернуться назад