“Башҡортостан-100”: икенсе этап26.05.2017
Былтыр Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыуҙы федераль кимәлдә байрам итеү тураһында Рәсәй Президентының Указы донъя күреү менән республикала 100 һанына бәйле төрлө акциялар ойошторола башланы. Башҡорт Википедияһы был ваҡиғаны үҙенсәлекле ҡаршыларға ҡарар итте һәм Башҡортостан темаһын туған телдә, Википедияның башҡа тел бүлектәрендә үҫтереү, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ тураһында мәҡәләләр әҙерләү һәм яҡшыртыу маҡсатын 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем биш этапта үтәсәк 100-әр көнлөк “Башҡортостан-100” интеллектуаль супер вики-марафон иғлан итте.
Декабрҙә тамамланған беренсе этапта башҡорт ирекмәндәре менән берлектә урыҫ, бүрәт, мари, эрзя, лезгин, удмурт тел бүлектәренән мөхәррирҙәр ҡатнашты. Ә инде украин, грузин википедияларынан ирекмәндәрҙең ҡушылыуы был сараны халыҡ-ара кимәлгә сығарҙы.
Быйыл супер-марафондың ике этабы уҙғарыласаҡ. Уның икенсе этабы 31 майҙа тамамлана. Ошо арауыҡта башҡорт телендә 450 самаһы яңы мәҡәлә яҙылып, 27 мәҡәлә тулыландырылған, бихисап фото дөйөм милеккә тейәлгән.
Былтырғы украин, грузин бүлектәрендәге мөхәррирҙәргә белорус, азербайжандар ҙа ҡушылды. Дөйөм алғанда, хәҙер “Башҡортостан-100” бәйгеһендә 40 мөхәррир ҡатнаша. Был башҡа тел бүлектәре менән генә түгел, хатта Рәсәй, донъя кимәлендә иң күп ҡатнашыусы йыйған конкурс тиергә мөмкин.
Халыҡ-ара кимәлдә ай аҙағына тиклем “Вики-яҙ-2017” конкурсы бара һәм 16—22 май Әрмәнстан менән Башҡортостан буйынса мәҡәләләр яҙыу аҙнаһы булып тора. Тимәк, республика тураһында башҡа телдәрҙә мәҡәләләр һаны артыу менән бер рәттән конкурста ҡатнашыусылар һаны ла артыр тип өмөтләнәбеҙ.
Икенсе яҡтан, бөгөн Бөрйән, Өфө районында, Сибай ҡалаһында вики-клубтар ойошторолдо, һәм улар әүҙем генә эш башланы. Был йәһәттән бигерәк тә бөрйәндәр алдынғылыҡты бирмәй, халыҡ, мәктәп уҡыусылары араһында аңлатыу эштәре алып барып, сафтарын тулыландырыу өҫтөндә ихлас эшләйҙәр.
Ғөмүмән, милләттәштәребеҙҙең яйлап Башҡорт Википедияһына ылығыуы, башҡа тел бүлектәренең Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы артыуы һөҙөмтәһендә “Башҡортостан-100” супер-марафоны һуңында (2019 йыл) ҡатнашыусылар һанының 100 кешегә етеү ихтималлығын күҙаллап, телһөйәр генә түгел, илһөйәр ирекмәндәребеҙ ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн ең һыҙғанды. Ә һеҙ?