Селтәр, хәситә, һаҡалдар... йәки Асия-ҡашмау байрамы26.05.2017
Селтәр, хәситә, һаҡалдар... йәки Асия-ҡашмау байрамы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түшелдерек кейеп ихлас йылмайып торған бер инәйҙең фотоһы йөрөй. Был рәсем аҫтына замана йәштәре “Деньги – башкирское национальное украшение” тип яҙған. Ошо һүрәтте бер мәл сәхифәмә ҡуйғайным, “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләгән Миңлегөл Абдулова: “Был бит минең Зөһрә Хәсәнова нәнәйем, Әлшәй районының Ҡармыш ауылынан ул”, – тине. Ҡасандыр Мәскәүҙән экспедиция килеп, башҡорт әбейен милли кейемдә төшөрөп алып киткәндәр. Ысын мәғәнәһендә башҡорт ҡатынының хазинаһы ғына түгел, ә милли ҡомартҡыбыҙ булған был селтәр, арҡылы яға, түшелдерек, сулпы, сәсмәүер (махсус рәүештә бөтә төр атамаларын да яҙам, төрлө яҡта төрлөсә йөрөтөлә) бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалған икән, был – үҙе ҙур ҡаҙаныш, быуаттарҙы быуаттарға ялғар рухи биҙәктәр.
Сәсәниә Асия Ғәйнуллина байтаҡ ваҡыт башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү эшен алып бара, уларҙы эшләргә башҡаларҙы ла өйрәтә, төрлө байрамдар ойоштора. Бына шундай сараларҙың береһендә булыу бәхете тейҙе беҙгә лә. Сибай ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллығын үткәргәндә “Сәсмәүерем – селтәрем” башҡорт милли кейеме конкурсы ойошторолдо. Унда Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан оҫталар ҡатнашып, “Алтын ҡуллы оҫта”, “Оҫта өйрәтеүсе”, “Етеҙ ҡуллы оҫта”, “Этнографик костюм”, “Сәхнә костюмы”, “Стилләштерелгән костюм”, “Сәсмәүер”, “Селтәр”, “Ҡашмау” номинацияларында үҙҙәренең ҡул эшенә маһирлығын күрһәтте. Шунда уҡ Асия Солтан ҡыҙы милли кейемдәрҙе эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе.
Балаҫтар тураһында яҙғанда шуға иғтибар иткәйнем: ундағы һәр биҙәк ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә, әһәмиәткә эйә. Милли кейемдәрҙә лә тап шулай уҡ. Бер генә нағыш та, бер генә тамға ла юҡҡа ҡуйылмай, юҡтан бар булмай. Селтәрҙе ҡайһы бер яҡта алмиҙеү тип тә йөрөтәләр. Арҡылы тағылғанын Ҡурған башҡорттары хәситә тип атай. Әйткәндәй, уларҙың музейҙарында боронғо замандан ҡалған кейемдәр һаҡлана. Ҡашмауҙы кәләпүш йәки гәләбәш тип атаған төбәктәр ҙә бар. Был саранан ҡайтып, социаль селтәргә Магнитогорск башҡорттары эшләгән, кейеп йөрөп дефиле күрһәткән кәләпүште ҡуйғайным, Пермь башҡорто, “Бәйләнеш­тә” “Ғәйнә төбәге” төркөмөн алып барған Альберт Мәх­мүтов үҙенә күсереп алып, Ғәйнә башҡорттарында ошо милли баш кейеме­нең һаҡланыуы хаҡында яҙып та ҡуйҙы.
Селтәр, хәситә, һаҡалдар... йәки Асия-ҡашмау байрамыСелтәрҙәр быуынлы була, уны суҡлап эшләйҙәр. Ике ҡатлы суҡ булһа, тимәк, ике быуын кейеп йөрөгән һәм бер-береһенә тапшырған. Селтәрҙә шулай уҡ тотош ырыу хаҡында мәғлүмәт һаҡлана. Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, бөтә ырыуҙар­ҙың тамғаһында ла бетеү булмаған, ә бына Үҫәргән ырыуы тамғаһында ул бар. Һаҡал тип тә йөрөтәләр селтәрҙе. Уны ҡортбаш ҡуйып эшләгәндәр. Бала сағым­дан шуны хәтерләйем: Урта Азия яҡ­тарынан ҡайтҡан ҡортбаштарҙы йәш балаларҙың баш кейеменә, муйынсағына тағып ебәрәләр ине. Был яман күҙҙән, насар ҡараштан һаҡлай, тигән юрамыш йәшәне. Әле лә бар ул. Ҡанатлы бетеү тип тә атайҙар уны.
Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүселәренең милли кейеменә шуны ҡуйып эшләгән Асия Ғәйнуллина. Беҙҙекеләр Кореяла сығыш яһағанда бер буддист: “Һеҙ ниндәй халыҡ вәкиле булаһығыҙ? Бик боронғо тамғалар бар милли кейемегеҙҙә!” – тигән. Донъя халҡы һәр тамғаны, биҙәкте белә, аңлай, уҡый. Шуға күрә беҙгә лә үҙебеҙҙең ҡомарт­ҡыларҙы тергеҙеү эшен киң йәйелдерергә кәрәк. Асия Солтан ҡыҙының оҫталыҡ дәрестәре хаҡында этнофильм төшөрөү тураһында юҡҡа әйтмәне бит баҫманың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев. Был өлкәлә фиҙакәрлек күрһәткән аҫыл замандашыбыҙҙың исеме менән “Асия-ҡашмау” байрамы тип атарға теләк тыуҙы хатта был сараны! Ана шулай бер кешенең эске инанысы, тәрән аңлауы, ниәтле ғәмәле менән милләтебеҙ өсөн бик күп эштәр башҡарыла.
Балаҫтарҙағы һымаҡ, ҡашмауҙарҙа ла “Ете ожмах асҡысы” тигән биҙәк бар.
Милли кейемдәрҙе эшләгәндә мәрйен ҡулланыла. Сәсәниә әйтеүенсә, япондарҙыҡы чехтарҙыҡына ҡарағанда ла сифатлыраҡ. Яҡуттар, мәҫәлән, үҙҙәренең милли кейемен тик шунан эшләй. Баҡтиһәң, ҡыҙылы – ирҙәргә, ағы ҡатындарға көс бирә икән. Милли кейемдә һәр бер мәрйен, һәр бер нағыш ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бирә, көс, ҡеүәт хаҡында һөйләй. Шуға күрә сәйләндәрҙән, мәрйендәрҙән теләһә ниндәй биҙәктәр яһап, башҡа нимә килә, шуны эшләп ҡуйыу һис дөрөҫ түгел. Быуаттарҙан быуаттарға олғашҡан халҡыбыҙҙың мәҙәни, рухи мираҫының тамыры бар. Тап ана шул тәү инешкә, ҡарһүҙҙәргә тоғролоҡ беҙҙе ошо көнгә тиклем алып килеп еткергән дә инде. Бөгөн төбәктәрҙә ағинәйҙәр тарафынан милли кейемдәр тергеҙелә икән, был эште райондарҙың мәҙәниәт бүлектәре күтәреп алырға тейеш. Урындағы ҡоролтай ағзала­ры ла әүҙемлек күрһәтергә бурыслы. Был – беҙҙең уртаҡ эшебеҙ, уртаҡ байлығыбыҙ! Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәт­кәре, халыҡ ижадын тергеҙеү­ҙә әүҙемлек күрһәткән милләттәшебеҙ Гөлгөнә Бай­мыр­ҙинаны саҡырығыҙ, төбәктәге ошо эштең нескәлегенә төшөнөргә теләгәндәр!
Шулай итеп, төрлө номинацияларҙа гран-приға Нәжиә Байсыуаҡова (Сибай), Диана Вәлиева (Сибай), Зәлиә Ишморатова (Сибай), “Яйыҡбикә” этно-музыкаль төркөмө ( Магнитогорск, етәксеһе Әнүзә Исхаҡова), “Гөлдәр” балалар өлгөлө ансамбле (Сибай, етәксеһе Луиза Яхина), “Ҡурай” балалар баҡсаһы (Сибай, етәксеһе Гүзәл Хәлисова), “Талир тәңкә” этнотөр­көмө (Сибай сәнғәт колледжы, етәксеһе Азат Ҡамбулатов), “Дар” халыҡ клубы (Бай­маҡ ҡалаһы), “Ете ҡыҙ” халыҡ студия­һы (Сибай, етәксеһе Асия Ғәйнуллина) лайыҡ булды. Уларға бүләккә тундар магазинына сертификаттар тапшырылды.
Сараның икенсе өлөшөндә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары менән берлектә төбәктәге инәйҙәрҙең милли кейемдә дефилеға сығыуы тулҡын­ландырғыс күренеш булды. Күңел күтәренкелеге менән бергә был бит кемдәрҙеңдер ҡул эштәре, этномәҙәниәт хәрәкәте күренеше лә! Тап ошо ысул менән ҡатын-ҡыҙҙар аҡса эшләү юлын да асҡан. Эйе, осһоҙ түгел бындай тауарҙар, әммә ошо донъяла бер йәшәп, халҡыңдың милли кейемендә мәркәзең буйлап бер үтмәгәс, ни мәғәнә башҡортмон тип яр һалыуыңдан. Бына мин дә Баймаҡ районы оҫтаһы Миңлегөл Килмәкованан ҡашмау алып ҡайттым. Бик яратып эшкә кейеп йөрөйөм. Ҡулығыҙҙан ҡыуанығыҙ, милли кейемде тергеҙеүсе оҫталар!


Вернуться назад