ЙОЛАҺЫН ОЛОЛАҒАН – ХАЛҠЫН ОЛОЛАҒАН26.05.2017
17 майҙа Әбүбәкер ауылының Ташлы йылғаһы буйында районыбыҙҙың ағинәйҙәр коллективтары араһында Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған “Йолаһын ололаған – халҡын ололаған” исемле ҙур конкурс булды. Уның төп ойоштороусылары – район мәҙәниәт йорто, башҡорт ҡоролтайы һәм ветерандар советы, Ағинәйҙәр клубы.
Сараның маҡсаты – халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Унда ун биш коллектив ҡатнашты.
Матур иртәлә ҡояш нурҙарында, байрамса биҙәлгән тәбиғәт ҡосағында сара гөрләп башланып китте. Тәүҙә ауылыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Әлфиҙә Ғәфүр ҡыҙы Ултраҡова һүҙ алды. Барыһы 250-нән ашыу ҡатнашыусы булды. Улар араһында һүҙ оҫтаһы, музыка ҡоралдарында уйнаусылар, бейеүселәр, йырсылар, халыҡ уйындарын тергеҙеүселәр бар ине. Ағинәйҙәр коллективтары башҡарыуында “Сәхрәгә сығыу”, “Ямғыр теләү”, “Тәүге бураҙна”, “Ҡар һыуы”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Һыу буйында”, “Ситән буйында”, “Ҡымыҙ байрамы”, “Йолоҡ туйы”, “Ҡуҙғалаҡ ашы”, “Сөмбөлә байрамы” һәм башҡа сағыу халыҡ йолалары күрһәтелде.
Жюри етәксеһе, район мәҙәниәт йорто белгесе Миңзифа Ишемғолова байрамға йыйылғандарҙың барыһына ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм приздар тапшырҙы.
Конкурс аҙағында ҡатнашыусылар үлән сәйе һәм башҡорт халҡының милли ашы бишбармаҡ менән һыйланды. Бөгөн үткәрелгән был байрамда халыҡ районыбыҙҙа халыҡ йолаларын һаҡлаған, уны киләсәк быуынға еткерә алырлыҡ ағинәйҙәребеҙ барына, киләсәктә ғөрөф-ғәҙәттәрҙең юғалып ҡалмаҫына тағы ла бер ҡат инанды.



Вернуться назад