Исемлек тә ҙур, атҡараһы ғәмәлдәр ҙә күп26.05.2017
Исемлек тә ҙур, атҡараһы ғәмәлдәр ҙә күпНи бары ике йыл ғына ҡалған. Хатта уныһы ла тулы йыл түгел. Һүҙем – Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуҙы билдәләү хаҡында. Яңыраҡ Өфөлә үткән башҡорт ҡоролтайҙарының Үҙәк төбәк-ара берләшмәһенә ингән башҡарма комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән семинар-кәңәшмәлә тап ошо хаҡта етди һүҙ алып барылды.
Иң тәүҙә Үҙәк төбәк-ара ҡоролтайҙар берләшмәһе рәйесе һайланды: уға Ниязбай Булатбай улы Сәлимов етәкселек итәсәк. Уның урынбаҫарҙары – Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зиннур Ғайсин, Өфө районының Шамонин мәктәбе директоры Рәшиҙә Әҙеһәмова (мәғариф буйынса), Иглин ҡоролтайы етәксеһе Рәүеф Кәлимуллин (спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса), Шишмә ҡоролтайы етәксеһе Салауат Ғилметдинов (мәҙәниәт буйынса).
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев Үҙәк төбәк-ара берләшмәгә ҡараған ҡоролтай етәкселәренең эш пландарына ярашлы башҡарылған ғәмәлдәре, бигерәк тә республиканың 100 йыллығына арналған сараларҙың әһәмиәте ҙур булыуына баҫым яһаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ сығышында: “Төбәктәрҙә милләтте рухландырған, уларға дәрт-дарман өҫтәгән кешеләр, алдан юл күрһәткән заттар ул ҡоролтай ағзалары. Беҙҙең милләттең ғәскәри ҡатламы көслө булған, шуға күрә ул юлбашсыһы артынан эйәрә, уға ышана. Терәк, таяныс булырҙай әйҙәүселәр булырһығыҙ тип ышанам!” – тине.
Телсе ғалим Искәндәр Сәйетбат­таловтың сығышы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, сөнки бөгөн башҡорт теленең диалекттары хаҡында бәхәстәр, фекерҙәр йәнә ҡуйырып китте. Үҙ заманында тел белгестәренең бер яҡлы ғына ҡарашы тәьҫирендә башҡорт милләтле күпме ватандашыбыҙ ситтә тороп ҡалған, башҡа телдәрҙәге әсбаптарҙы ҡулланған... Хәйер, был хаҡта мәсьәләнең яңынан көнүҙәккә әйләнеүе юҡҡа түгел, сөнки халыҡта үҙаң уяна, ул телдәренә, төҫтәренә ҡарап түгел, рухына ҡарап, ҡан саҡырыуын танып, шәжәрәһен барлар, үҙенең башҡортлоғон таныр. “Тел ул милләтте, үҙаңды билдәләгән фактор түгел. Бөгөн бик күп башҡа телдә аралашҡан, әммә халҡының тарихын яҡшы белгән милләттәштәребеҙ бар”, – тине Искәндәр Рәсүл улы.
Башҡортостандың Китап палатаһы директоры, тарихсы Азат Ярмуллин республиканың 100 йыллығын билдәләү буйынса саралар хаҡында һүҙ алып барҙы. 2016 йылдың июлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин “2019 йылда Башҡор­тостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү” тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
– Был иҫтәлекле ваҡиғаны 2019 йыл менән генә сикләргә ярамай. Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороу буйынса хәрәкәт 1917 йылда уҡ башлана. Ошо уҡ йылдың йәйендә милли хәрәкәттең идара органы – Башҡорт мәркәз шураһы ойошторола, һәм башҡорттар йәшәгән һәр губернала уның урындағы органдары – өйәҙ шуралары һәм төбәк шуралары барлыҡҡа килә. Үкенескә ҡаршы, 1917 йылғы төбәк шураларының рәсми ҡағыҙҙары һаҡланмаған. Ҡайһы берҙәренең генә документтары бар. Мәҫәлән, Бәләбәй өйәҙенең Башҡорт милли шураһы Дәүләкән ҡасабаһында урынлаш­ҡан булған. Төбәктең ҡоролтай ағзаларына, бәлки, таҡтаташ менән был күренеште билдәләргәлер? 1917 йылдың июлендә Ырым­бурҙа 1-се Дөйөм башҡорт ҡорол­тайы, август айында Өфө ҡалаһында 2-се Дөйөм башҡорт ҡоролтайы була. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһы иғлан ителгән. Декабрҙә үтәсәк 3-сө Дөйөм ойоштороу, йәғни учредительный съезд, ҡоролтайға әҙерлек эштәре башлана. Ноябрҙең икенсе яртыһында Башҡор­тостан төбәктәрендә улыс-ара йыйындар уҙғарыла. Мәҫәлән, Раевка-Әлшәйҙә Юлмөхәмәт Арыҫланбәков етәкселегендә йыйын үтә. Борайҙа – Насретдин Мирбаисов, Балаҡатайҙа Хәкимйән Мөхәммәтов ойоштора.
1917 йылдың декабрендә 3-сө Ҡоролтай­ҙа автономия раҫланып, Башҡортостан хөкүмәте ойошторола. Ҡоролтай ҡарары буйынса автономияны тәүге этапта Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә ғәмәлгә ашырырға ҡарар ителә. Бында административ берәмектәр – кантондар барлыҡҡа килә. Автономия тәүҙә – туғыҙ, һуңынан 13 кантонға бүленә, Табын, Күҙәй, Ҡошсо, Дыуан, Тамъян-Ҡатай кантондары ойошторола. 1918 йылға автономияны ғәмәлгә ашырыуҙың икенсе этабы планлаштырыла. Әммә 1918 йылдың февралендә Баш­ҡор­тостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алына, артабан Граждандар һуғышы башлана, шуға күрә Оло Башҡортостанда автономия 1922 йылдың июнендә генә ғәмәлгә ашырыла. Әйткәндәй, Оло Башҡортостанды төҙөү башланғысы менән хөкүмәт рәйесе Бүздәк районының Аҡтау ауылынан Муллаян Халиҡов сыға, – тине Азат Шакирйән улы, фекерен 100 йыллыҡ юбилей планына бәйләп.
Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Башҡорт­остан автономияһына нигеҙ һалған 100 шәхестең исемлеген раҫла­ғайны. Ошо уңайҙан сығып, Азат Ярмуллин: “Был исемлекте киңәйтеп ҡарарға һәм төбәктәрҙә һәр шәхестең исемен мәңге­ләштереү эшен башларға кәрәк”, – тине. Тарихсы булараҡ, архив сығанаҡ­тарына нигеҙләнеп табылған шәхестәрҙең исемлеген дә тәҡдим итте. Бына улар:
Благовар районынан Усман, Хәлил Тереғоловтар, Хажиәхмәт Ишбулатов;
Дәүләкән районынан Юлмөхәмәт Арыҫланғолов (өйәҙ шураһына таҡтаташ асырға кәрәк);
Ҡырмыҫҡалы районынан М. Өмөт­баевтың улы Баязит, Ғәдиәхмәт Өмөтба­евтар;
Шишмә районынан Фәтхей Әхмәҙуллин;
Татарстандың Мәстей ауылынан Искәндәрбәк Солтанов, Кисеүсаттан Ғабдрахман Фәхретдинов, Яңы Зияштан Тәҡиулла Әлиев, Субыҡлынан Фәтих Төхвәтуллин, Таҡталасыҡтан Мутиндар.
Әйткәндәй, Мутиндарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы, урындарҙағы әүҙемлекте артабан да дауам итергә кәрәк. Үҙәк төбәк-ара ҡоролтайҙар берләшмәһенә ҡараған Кушнаренко, Иглин, Өфө, Нуриман, Архангел райондары буйынса эҙләнеүҙәр алып барыу зарур. Һәр төбәктә йәшәгән кешеләр ауылдаштары, уларҙың яҙмыштары хаҡында яҡшы хәбәрҙар, шуға күрә һәр ауыл 100 йыллыҡ уңайынан үҙенең ғәмәлен атҡарырға, мәңгелек өсөн һүҙен әйтергә бурыслы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты баш белгесе Рәйсә Күзбәкова үҙ сығышында йәнә лә туған телде уҡытыу мәсьәләләре хаҡында һөйләне. “Мәғариф буйынса бер генә закон да, федераль дәүләт стандарттары ла башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы түгел. Йә, әйтегеҙ, кем һеҙгә тел уҡытырға ҡамасаулай?! Бына бөгөн генә ҡоролтай Мәғариф министрлығы менән берлектә ата-әсәләрҙән, уҡытыусылар коллективынан килгән мөрәжәғәттәргә нигеҙләнеп, төбәктәргә тикшереү эштәре алып барыу өсөн юлға сыҡты. Ғөмүмән, һәр ауылға, һәр мәктәпкә барып, дәүләт теле булараҡ ҡына түгел, туған тел булараҡ та башҡорт теленең уҡытыу кимәлен ҡараясаҡбыҙ!”– тине ул.
Йәнә бер мәсьәләне айырым әйтеп китергә кәрәк: ул да булһа Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан 100 шәхесте билдәләү БЮТ каналында ғына түгел, һәр районда, һәр төбәктә ойошторолорға тейеш. Әйтәйек, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты үҙе айырым 100 шәхесте билдәләй. Әйткәндәй, был исемлек артҡандан-арта бара. Сығышы менән Миәкә районының Илсеғол ауылынан булған мәғрифәтсе, заманының алдынғы шәхесе, мулла Сафуан Яҡшығолов та ошо исемлеккә инергә тейеш!
Әгәр былтыр ғалим Әхәт Сәлихов ярҙамында Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы зыяратындағы ҡәбер таштары уҡылып, Сафуан хәҙрәттең һуңғы төйәге урыны билдәләнһә, июнь айында Ҡырҡ өйлө мең башҡорттары әйҙәүселәре тарафынан ҡәбер ташы ла яңыртылды. “Башҡортостан” гәзите менән берлектә атҡарылған был эштең дауамы булып ошо көндәрҙә С. Яҡшығоловтың “Башҡорт хәлдәре” китабы ла донъя күрергә тора. Дини предметтарҙы ғына түгел, донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған, үҙ заманында уҡ ер, тел, зыялыларҙың тарҡаулығын тәнҡитләгән шәхестең Зәки Вәлиди менән осрашыуы ла билдәле. Был хаҡта ауыл ҡарттары һөйләй, ваҡытлы матбуғатта ла мәғлүмәт булды. Тимәк, бына ошо ваҡиғаны ла иҫтәлекле таҡтаташ менән билдәләп китергә була. Хәйер, 100 йыллыҡ датаны билдәләйбеҙ икән, беҙҙең исемлек тә ҙур, ата-бабалар атҡарған ғәмәлдәр ҙә күп!
Ошо уңайҙан Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив тарафынан 15 майҙан ойошторолған “Халҡым тарихында минең нәҫелем тарихы” тигән конкурс хаҡында ла ҙур ҡыуаныс менән хәбәр итәбеҙ. Ярышта IX – XI класс уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары, 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша һәм, документтарға нигеҙләп, туғанлыҡ атамаларын дөрөҫ файҙаланып, үҙҙәренең нәҫел ағасы менән таныштырырға тейеш. Сара ике этапта үтә: тәүҙә һайлап алыу туры була, 20 декабрҙә йомғаҡ яһала, икенсеһендә, 2018 йылдың ғинуарында, еңеүселәр баш ҡалаға саҡырылып бүләкләнәсәк. Йәгеҙ, йәштәр, көсөгөҙҙө, аҡыл-зиһенегеҙҙе файҙаланып, нәҫел ағасығыҙҙы төҙөгөҙ, еңеп, ҡиммәтле бүләктәр отоғоҙ! Материалдар [email protected] йәки [email protected] адрестарына “На конкурс” тамғаһы менән ҡабул ителә.
Ҡоролтай ултырышында шулай уҡ киләһе йылда Башҡорт теле уҡытыу­сыларының съезын уҙғарыу хаҡында ла һүҙ алып барылды. Әмир Ишемғолов: “Башҡорт телен белеү беҙгә донъяға ишектәр аса, сөнки уны белгән кеше 41 төрки телле милләт вәкиле менән рәхәтләнеп аралаша ала, шуға күрә телебеҙҙең мөмкинлектәрен иркен файҙаланайыҡ!” – тип киләсәктә буласаҡ “Башҡорт теле халыҡ-ара майҙанда” тигән форумға ла ойотҡо һалды



Вернуться назад