Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?26.05.2017
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?Илгиз ФӘТҠУЛЛИН, Йылайыр районы хакимиәте башлығы:
– “Башҡортостан” – тәрән йөкмәткеле, уҡымлы баҫма. Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә булған гәзит бөтә респуб­ликабыҙ тормошон – иҡтисадын, көнкүрешен, фәнен, мәғарифын, мәҙәниәтен сағылдыра, ябай кешеләрҙең яҙмыштарын яҡтырта, үҙ республикаһына, иленә фиҙакәр хеҙмәт иткән бөйөк шәхестәрен данлай. Ғөмүмән, “Баш­ҡортостан” заман менән бергә атлай, республикабыҙҙың һәр һулышын тойоп йәшәй.
Халҡыбыҙ йәшәйешен “Башҡортостан”һыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Беҙ, йылайырҙар, гәзиттең һәр һанын көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ, рухи байлыҡ, илаһи ҡөҙрәт туплайбыҙ. Республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите Йылайыр районы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең төбәк тормошондағы хәл-ваҡиғаларҙы үҙенең биттәрендә даими яҡтыртып тороуы өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһында тәжрибәле, ижади һәм алдынғы ҡарашлы журналистар эшләй. Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә булған тоғролоғоғоҙ, үҙегеҙҙе яратҡан эшегеҙгә бағышлауығыҙ оло баһаға лайыҡ.


Вернуться назад