О, РАМАҘАН!26.05.2017
О, РАМАҘАН!Эй, мосолман донъяһы,
Көмөш тауышлы аҙан.
Эй, мосолман донъяһы,
Хуш, хәйерле Рамаҙан!


Мосолмандарҙың көтөп алған һөйөнөслө айы етте. Тыуыр таңдарға яҡты өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс менән ҡарап, изге Рамаҙан көндәренә аяҡ баҫабыҙ. Был мөбәрәк айҙа ҡылынған доғаларыбыҙ ҡабул ителеп, әҙәми гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын, эшләгән яҡшылыҡтарыбыҙ сауап булып үҙебеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын!
Ураҙа – тәндең сәләмәтлек шишмәһе.
Ураҙа аҡыл һәм зиһенгә ҡеүәт бирер.
Ураҙа – йәһәннәм утынан ҡалҡандыр.


Вернуться назад