– Атай-әсәйем ғүмер буйы колхозда эшләне, мин дә мәктәптән һуң ҡайҙалыр бәхет эҙләп ситкә китмәнем, – ти Миәкә районының Крупская исемендәге ауыл хужалығы кооперативының алдынғы һауынсыһы Людмила Микишкина. – Бына 35 йылға яҡын туған хужалығымда намыҫлы хеҙмәт итәм. Шөкөр, беҙҙә эшләгән кешене хөрмәт итә беләләр.
Йәмғиәттең Һуҡкүл һөтсөлөк фермаһы алдынғылар рәтендә, йыллыҡ күрһәткестәре лә яҡшы ғына. Бында мал һанын арттырыу, тоҡомсолоҡто яңыртыу буйынса ла ҙур эш алып барыла.
– Аҙыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Төрләндереп биргәс, һөт мул, – ти Людмила. – Бергә эшләгән әхирәттәрем Нина Федотова, Мария Азанова һәм Люция Тихонова ла юғары күрһәткестәргә эйә.
Хужалыҡтың бөтмөр һәм тырыш һауынсыһы Людмила Микишкина — эштә лә алдынғы, ғаиләһендә лә уңған хужабикә, яратҡан әсә. Ике ул, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән ул, тик ире генә яҡты донъянан бик иртә киткән. Әммә балаларына бына тигән тәрбиә лә, белем дә биргән.
Бөгөн улар шәхси хужалығында мал-тыуарын да аҫрай, ҡош-ҡортон да үрсетә, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Газ үткән, һыуы булған иркен, яҡты йортта матур донъя көтәләр.
Самат ҒӘЛИН
Миәкә районы.