Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң... Мәләүезгә бар24.05.2017
Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң... Мәләүезгә барСығарылыш класы уҡыусылары хәҙер махсус урта белем алыуға ҡарағанда юғары белемгә өҫтөнлөк бирә. Йәштәр түләп булһа ла вуздарға уҡырға инергә тырыша. Һайлаған һөнәрең күңелеңә ятырға тейеш, шул уҡ ваҡытта, уҡып сыҡҡас, хеҙмәт баҙарында кәрәкле булыуы мөһим. Ошондай маҡсатҡа ынтылған йәштәр күберәк лицей-техникумдарға бара.
Ышанысты яулаған уҡыу йорттары араһында Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы ла бар. Бөгөн бында Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Стәрлебаш райондарынан, хатта Себер, Волга буйы, Ырымбур төбәктәренән килеп белем алалар. Уны тамамлағандар “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”, “Вимм-Билль-Данн”, “Мәләүез шәкәр заводы”, “Мәләүез төҙөлөш компанияһы”, “Нумик” ит эшкәртеү заводы”, “Стәрлетамаҡ һөт комбинаты”, “Мәләүез элеваторы”нда һәм башҡа ойошма-предприятие­ларҙа уңышлы эшләй. Колледждың ғорурланырлыҡ уңыштары байтаҡ. Ул баҙар иҡтисады шарттарында конкурентлыҡ һәләтен юғалтмаған, сәнәғәт тармағы өсөн төплө ғилемле белгестәр әҙерләү буйынса алдынғы белем биреү учреждениеһы булып тора. 2010/11 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса техникум Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломы менән бүләкләнде, ә 2014 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы 100 уҡыу йорто иҫәбенә инде. Иҡтисад, төҙөлөш, механика, технология бүлектәрендә меңдән ашыу студент белем ала.
Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң... Мәләүезгә барКолледждың матди-техник хәленә килгәндә, ул заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Утыҙҙан ашыу кабинет, 16 лаборатория, оҫтахана, спорт, тренажер залдары тейешенсә йыһазландырылған. Тамаша бүлмәһе лә һис ҡасан буш тормай.
Етәксенең ойоштороу һәләте, хеҙмәткәрҙәргә яҡшы мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Хужаның оҫталығы ҡоймаһынан уҡ билдәле, тиҙәр. Колледжға йәмғиәттә ҙур хөрмәт ҡаҙанған педагог, Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре Хәмит Ҡунаҡҡолов етәкселек итә. Ул үҙен ойоштороуға һәләтле, тырыш етәксе итеп таныта. Уҡыу йортона 16 йылдан ашыу етәкселек итә. Һәр ерҙә тәртип, коллективта ла, студенттар араһында ла дуҫлыҡ, татыулыҡ күҙгә ташлана. Уҡытыусылар агросәнәғәт тармағына кадрҙар әҙерләүҙең яңы алымдарын даими өйрәнә.
Студенттарға тәжрибәле, эшенә тоғро остаздар белем бирә. Уларҙың өсәүһе – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, икәүһе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә. Хәмит Рәшит улы хеҙмәттәштәренең эшен юғары баһалай. Людмила Ефремова, Людмила Головицына, Айһылыу Әбйәлилева, Нәфисә Баһманова, Марина Дементьева, Алексей Сурков, Людмила Дегтярева, Людмила Прокудина, Әнүәр Баянов, Венера Ибраһимова, Евгений Маврин, Миңлегөл Яппарова, Светлана Неведрова, Людмила Ефремова, Зөлхизә Вәлитова, Лена Кәримова, Райхана Исхаҡова, Сәриә Кәримова һәм башҡаларҙың исеме колледж тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған, улар белгестәр әҙерләүгә ҙур көс һала.
Һөнәрле һәм эшле булам тиһәң... Мәләүезгә бар– Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү – көн талабы, әммә уҡытыу һәм матди-техник базаны нығытмайынса быға өлгәшеп булмай. Беҙҙә эшсе кадрҙар әҙерләү өсөн төплө база бар. Уҡыу йортобоҙ заманса технологиялар, инновациялы белем программалары менән тәьмин ителгән. Белгестәрҙе әҙерләүҙә колледжда төп көстө ғәмәли күнекмәләргә һәм практикаға йүнәлтәбеҙ. Тәжрибәһеҙ студент эшкә килгәнгә тиклем үк һөнәренең нескәлектәрен төплөрәк өйрәнә. Уҡытыусылар дәрестәрҙе, күнекмәләрҙе ҡыҙыҡлы итеүгә күп көс һала, – тине Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы етәксеһе Хәмит Ҡунаҡҡолов.
Колледж студенттары менән дә ғорурлана: улар араһында Башҡортостан Президенты стипендиаттары бар, төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурста еңеүселәр күп. Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып миҙалһыҙ ҡайтҡандары юҡ. Быйыл Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсында ҡатнашып, “100 иң яҡшы урта белем биреү йорто” номинацияһында еңеү яуланылар. Еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы Мәскәүҙә үтәсәк.
Инновациялы программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә уңыштар бар. Бөтә Рәсәй WorldSkills конкурсында ҡатнашып, 2015 йылда Илья Погорелов өсөнсө урынды яулай. 2016 йылда Айрат Ибраһимов менән Альберт Исмәғилев “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатур эштәре” проекты менән – икенсе, ә Алмас Сәлимгәрәев беренсе урынға сыға.
Колледж студенттары һәр ваҡыт үҫеш юлында һәм бер саранан да ситтә тороп ҡалмай. Башҡорт теле олимпиадаларында, немец йыры республика фестивалендә, эссе һөйләү буйынса республика конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашып, төрлө урындарға лайыҡ булыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Урта белем биреү йорттары араһында наркотик­тарға ҡаршы иҫкәртеү эше алып барыу конкурсында ла тап улар беренсе урынды яулай. Йыл һайын колледжда “Ғилемгә аҙым” конференцияһы үткәрелә.
Ғәмәлдә эшмәкәрлек дәүерендә уҡыу йорто 18 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Колледждың республикала ике филиалы бар: береһе – Күгәрсен районының Мораҡ ауылында, икенсеһе Көйөргә­ҙенең Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан. Уларҙа тракторсы-машинист, умартасы, ветеринар, иретеп йәбештереүсе, машиналарҙы ҡарау һәм ремонтлау буйынса оҫта, һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү оҫтаһы, электромонтер һөнәрҙәренә уҡыталар.
Һөнәри белемде нығытыу маҡсатында колледж­да төрлө факультативтар, түңәрәктәр эше ойошто­ролған. Шулай уҡ ижади яҡтан үҫеш өсөн йыр, бейеү ансамблдәре бар, сәхнә оҫталығына, ҡурайҙа, гармунда уйнарға өйрәтәләр. Спортҡа ла ҙур иғтибар бүленә, уның 15 төрө буйынса секциялар эшләй. Студенттар йыл һайын ҡала, республика ярыштарында лайыҡлы урын яулай.
Ғөмүмән, Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы коллективы студенттарҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Һөҙөмтәлә йәштәр оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән баҫа, йәмғиәттә үҙ урынын табыуға өлгәшә.
Студенттар артабан юғары белем алһын өсөн, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты менән килешеүҙәр төҙөлгән.



Вернуться назад