Өфө тарихынан хроникалар24.05.2017
Өфө тарихынан хроникалар Өфө исеме 1504 йылдарғаса билдәле була. Уғаса ҡаланың хәҙерге урынында, шул уҡ исемдә Нуғай ҡалаһы булған. Ҡаланың Өфө тип аталып китеүе уның Өфө йылғаһы буйында ултырғанға күрә булһа кәрәк.
– 1575 йылда Себер ғәскәр башлыҡтары Аблай һәм Тевкелдәр Өфө ҡалаһы төҙөлөшөнә ҡамасаулыҡ итеү өсөн ғәскәр менән Өфөгә киләләр. Ләкин уларҙың ҡаршылыҡтары ҡаты рәүештә кире ҡағылып, пленға алыналар.
– 1586 йылда Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыу тамамлана. Шуның менән бергә Башҡортостанда беренсе һаҡсылар пункты, нығытылған ағас төрмә һалына.
– 1675 йылда башҡорттарҙың беренсе тапҡыр ҙур ҡуҙғалыштары була.
– 1773 йылда октябрҙә Чики һәм Губановтар етәкселеге менән, Өфө ҡалаһында Пугачев ғәскәре уратылып алына.
– 1774 йылда 25 мартта пугачевсылар Өфө ҡалаһын ташлап китәләр.
– 1790 йылда Өфө ҡалаһында бәләкәй һәм ҙур уҡыу йорттары һалынды.
– 1796 йылда Өфө ҡалаһы өйәҙ ҡалаһы итеп исемләнә.
– 1802 йылда Өфө ҡайтанан губерна ҡалаһы итеп исемләнә.
– 1824 йыл, 11 ноябрҙа, Өфөлә губерна гимназияһы асыла.
– 1847 йыл, 20 ғинуарҙа, Өфөлә кешене яза итеү урыны – эшафот төҙөлә. Төҙөлөш комиссияһы журналға, хурлыҡлы йылдар һәм яза итеү ҡоралдарының башҡа төрҙәре күрһәтелеп, майор Диминов тарафынан эшафот төҙөлөшө өсөн 147 һум 6 тинлек смета төҙөлдө тип яҙылған. Сметала хурлыҡлы йылдар, столбалар тураһында аңлатма яҙма ла беркетелгән.
– 1888 йылда Өфө – Самара тимер юлы асылды.
– 1890 йылда Златоустҡа тиклем тимер юлы һалына.
– 1886 йылда Өфө ҡалаһының 300 йылы тулыу айҡанлы Өфөлә ҙур юбилей үткәрелә. Ул ваҡытта ҡаланың үҙендә 149 һәм Нижегородкала 18 квартал, бөтәһе 59 урам, 12 майҙан, 17 уҡыу һәм тәрбиә йорто була. Уҡыу йорттарында ирҙәр 1193, ҡатын-ҡыҙ 704 кеше иҫәпләнә. Һәм ҡаланың бөтә яҙҙырған ваҡытлы матбуғаты 1463 дананан үтмәй.
Өфө тарихынан хроникаларШулай уҡ изгеләр ойошмалары һәм айырым учреждениелар 20, төрлө ойошма һәм учреждениеларҙың агенттары 13, сауҙа йорттары, магазин, складтар 25, гостиница, ресторандар 9, һәр ваҡытта төшә торған йорттар 11, биржа извозчиктары тора торған урын 14, ремесленниктар йорттары 80, уларҙа мастерҙар 310, эшселәр 308 һәм өйрәнеүселәр 271 кеше иҫәпләнә.
Өфөлә, 1886 йылда 2472 йорт булып, йорттар бәләкәй булалар. Йорттарҙың 90 проценты таҡта менән ябылған була.
1886 йылдың 19 апреленә, Өфөлә тороусыларҙан ирҙәр 13491, ҡатын-ҡыҙҙар 13485 кеше булып, шуларҙан башҡорттар 999 (ирҙәр 752, ҡатын-ҡыҙҙар 247), татарҙар 1194 кеше иҫәпләнә. Бөтәһе 19 төрлө милләт (рустар, поляк, англичан, швед, грек, румын, француз, башҡорт, татарҙар) йәшәй.
Өфөнән, башҡа ҡалаларға барып түбән мәктәптәрҙә уҡыусы ир балалар 392, ҡыҙ балалар 136, урта мәктәптәрҙә ир балалар 343, ҡыҙ балалар 468, юғары уҡыу йорттарында ирҙәр 6, ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер генә кеше иҫәпләнә.
Өфө ҡалаһы губерна ҡалаһы исемен алһа ла төҙөлөш эштәре булмаған тип әйтеп булмай. Үҙенсә төҙөлөш барған. Мәҫәлән: 1908 йылда ғына яңынан 15 сиркәү, 5 мәсет һалына. Бөтә­һе губерна дәүмәлендә 497 сиркәү, 1972 мәсет, 14 монастырь була. Мәктәптәр аҙ булалар. Күпселек балалар мәктәпкә алынмайҙар.

Ф. АЛЕКСАНДРОВ.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1936 йыл, 20 май, № 114).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.
___________________
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад