Өс миллиондан баш тартҡан24.05.2017
Ил етәкселеге ришүәтселеккә ҡаршы әүҙем көрәш алып бара. Бөтөн ерҙә коррупция осраҡтары тураһында хәбәр итергә кәрәклеген белдергән телефондар эленгән, ришүәт алыусылар тураһында мәғлүмәт саралары туҡтауһыҙ һөйләй. “Коррупцияға ҡаршы көрәш һинән башлана!” тигән яҙыуға иғтибар иткәнегеҙ бармы? Был социаль рекламалағы бармаҡ, әйтерһең, тап һиңә янай. Әммә ғәмәлдә ришүәттән баш тартыусылар бармы икән? Булмаҫ, тиер ҡайһы берәүҙәр. “Ришүәт бирһәләр, алыр инем”, – тип кеҫә һуғыр икенселәр...
Баҡһаң, бөгөнгө ауыр тормошҡа зарланмай, тәҡдим ителгән өс миллионды кеҫәһенә һалмай, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүселәр ҙә арабыҙҙа бар икән. Ул ханым баш ҡалала уңышлы эшләгән кол­ледждарҙың береһендә директор вазифаһын башҡара. Ә уға ришүәт тәҡдим иткән ир тиҙҙән хөкөм язаһына тарттырыласаҡ.
Хәл былайыраҡ була: Шәрип Шәрипов (исеме үҙгәртеп алынды) колледждың элекке директорынан 2,6 мең квадрат метр майҙанлы туғыҙ бинаны һатып алған. Был килешеүҙең законһыҙлығын тикшереүҙе республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ойоштора һәм судҡа мөрәжәғәт итә. Шул арала Шәрипов бер бинаны икенсе кешегә һатып өлгөрә. Уны артабан үҙенең исеменә күсереү ниәтенән эшҡыуар колледж директорына өс миллион һум ришүәт тәҡдим итә. Был ғәмәлдең законһыҙ икәнен яҡшы аңлаған ханым Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.
Шәрип Шәриповты енәйәт өҫтөндә ҡулға алалар. Ул үҙенең ғәйебен таный. Әгәр эшҡыуар артабан да хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән эш итһә, суд быны иҫәпкә аласаҡ. Ҙур күләмдә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн Шәрип Шәриповты 11 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.


Вернуться назад