Күптән түгел Мәғариф музейы хеҙмәткәрҙәре башҡорт әҙәбиәтендә иң һөҙөмтәле эшләгән әҙиптәрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ноғман Мусинды – китап уҡыусылар менән осрашыуға саҡырҙы. Билдәле булыуынса, яҙыусының төп темаһы – урман һәм уны һаҡлау. Шуға ла уның “Мәңгелек урман” романы, “Күксә урманында”, “Ер биҙәге”, “Сәскәләр керпеген аса”, “Ауылым юлы” һәм башҡа повестарын уҡыған китап һөйөүселәр Ноғман Сөләймән улын тәбиғәт йырсыһы тип атай.Тәбиғәт йырсыһы менән фәһемле осрашыу Нөгөш ҡасабаһынан башланды. Яҙыусы урта мәктәптең тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышҡас, уны “Башҡортостан” милли паркында ҡаршы алдылар.
Мәғлүм булыуынса, экология мәсьәләһе йәмғиәттә һуңғы йылдарҙа ғына киҫкен төҫ алды. Ә Ноғман Мусин бынан бик күп йылдар элек үк үҙенең әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлауҙы ҙур социаль проблема итеп күтәрҙе. Милли парк хеҙмәткәрҙәре шуны иҫәпкә алып, билдәле әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған бай йөкмәткеле сара әҙерләгәйне.
Сәфәрҙең икенсе көнөндә яҙыусы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында йыл һайын ойошторолған “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” форумының пленар өлөшөндә ҡатнашты.
Артабанғы маршрут мәғариф музейы ине. Билдәле прозаик иң тәүҙә балалар экология үҙәге әҙерләгән матур күргәҙмә менән танышты. Уның үҙенсәлеге шунда: үҫмерҙәр пластик шешә, ҡалай банка кеүек кәрәкмәгән әйберҙәрҙән иҫ киткес уйынсыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр һыны, ваза, һауыттар эшләп, икенсе һулыш биргән. Күргәҙмә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған.
Мәғариф музейында осрашыу “түңәрәк өҫтәл” ултырышы төрөндә барҙы. Унда педагогия хеҙмәте ветерандары, мәктәп уҡыусылары, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Музей директоры, педагогия хеҙмәте ветераны Вера Чараева, талантлы яҙыусы менән осрашыуҙы асып, һүҙҙе йәш экскурсоводтарға бирҙе. Улар музейҙың тарихы, экспонаттары, әһәмиәте тураһында һөйләне. Наталья Кочетова яҙыусының тормош һәм ижад юлына байҡау яһағас, Ноғман Мусин үҙенең балалыҡ йылдары, әҙәбиәткә илткән һуҡмаҡтар, ҡайһы бер әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы тураһында сығыш яһаны.
Үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Тамара Веревкина “Башҡорт еренә дан йырлап...” тип аталған китаптар күргәҙмәһен әҙерләгән. Сара барышында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Эльза Хужахмәтова, ветеран-уҡытыусы Тәнзилә Малабаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмәһе етәксеһе Гөлфара Әлиева, мәҙәни ял үҙәге директоры Булат Биков, Сәйфулла Әмиров, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәевалар Ноғман Мусиндың шәхесенә, ижадына, геройҙарына ҡағылышлы тәьҫораттары, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Гүзәл Асҡарова етәкселегендәге “Йәйғор” театр берекмәһенең йәш артистары “Йәтимәк болан” хикәйәһен яттан һөйләне.
Педагогия хеҙмәте ветерандары советы рәйесе Лидия Шлычкова райондың башҡорт, урыҫ телдәре һәм әҙәбиәттәре уҡытыусылары, китап һөйөүселәре, педагогтар исеменән республика халҡының экология мәҙәниәтен формалаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Ноғман Сөләймән улына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ойоштороусылар шулай уҡ яҙыусыны Өфөнән барып алып, ике көн буйы оҙатып йөрөргә ярҙам иткән эшҡыуар Илшат Мәжитовҡа һәм “Үҙәк баҙар” йәмғиәте етәксеһе Марат Вәлиевкә йылы һүҙҙәрен еткерә.
Прозаик үҙенең бөтә әҫәрҙәрендә тиерлек тирә-яҡ мөхиткә дан йырлай. Кешене лә шул тәбиғәттең бер өлөшө тип ҡарай. Шуға ла уның ижады заман үҙгәрештәренә бирешмәй, һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала, уҡыусылары ла йылдан-йыл арта.
Осрашыуҙа сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә Ноғман Мусиндың геройҙары китап уҡыусыны тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ һалырға мәжбүр итеүен билдәләне. Ысынлап та, прозаик һәр әҫәрендә намыҫ, хеҙмәткә, кешегә, тирә-яҡ мөхиткә яуаплы мөнәсәбәт, Тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй, рухи яҡтан байыта.