Айлыҡ аҡсалата түләү (ЕДВ) ғариза биреүсенең йәшәгән урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау органдары тарафынан тәғәйенләнә. 2011 йылдың 1 ғинуарынан айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме — 354,77 һум.
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәргә сығымдарҙы аҡсалата компенсациялау (ЕДК) ай һайын башҡарыла. Бөтә кәрәкле документтар (паспорт, пенсия танытмаһы, торлаҡ-эксплуатациялау участкаһынан ғаилә ағзаларының һаны, торлаҡтың дөйөм майҙаны тураһында мәғлүмәт тупланған белешмә) менән үҙегеҙ теркәлгән урындағы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ.
Хеҙмәт ветераны пенсияға сыҡҡанға тиклем ҡайһы медицина учреждениеһында беркетелгән булһа, аҙаҡ та шунда уҡ хеҙмәтләндерелеү хоҡуғына эйә. Медицина күрһәтмәләре булғанда, шифаханаларға путевка юллап алырға хоҡуҡлы. Хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам иткәндә, үҙенә уңайлы ваҡытта йыллыҡ отпускыһын файҙалана ала. Шулай уҡ йылына 30 эш көнөнә ҡәҙәр хеҙмәт хаҡы түләнмәгән ялға китеү мөмкинлеге лә бар.
Пенсия танытмаһында льготаларға хоҡуғы тураһында вкладышы булған хеҙмәт ветерандарына 137,67 һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнгән. Оҙайлы эш стажына эйә ветерандарға ай һайын 145,93 һум күләмендә аҡсалата түләү ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны” исеме 40 йылдан да кәм булмаған хеҙмәт стажына эйә ир-атҡа һәм 35 йыл хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙға бирелә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.