“Беҙ юл ҡағиҙәләрен беләбеҙ!”24.05.2017
“Беҙ юл ҡағиҙәләрен беләбеҙ!” Өфө районының “Муйылҡай” балалар лагерында “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсының финалы башланды. Сарала республиканың төрлө төбәгенән 60-тан ашыу команда ҡатнаша.
Конкурсты асыу тан­танаһында Башҡорт­остан буйынса эске эштәр министры Роман Деев, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, ЮХХДИ идаралығы етәк­сеһе Динар Ғилмет­динов ҡатнашты.
Конкурс биш этаптан тора. Балалар төрлө йәһәттән үҙен һынап ҡараясаҡ. 44-се тапҡыр үткәрелгән сара балаларҙа юл ҡағиҙәләренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, пропагандалау йәһәтенән ойошторола. Еңеүселәргә тос ҡына бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Уңышлы сығыш яһағандарға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре велосипедтар бүләк итәсәк.
– Балалар юл ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән белергә тейеш. Шул саҡта ғына юлда йөрөгәндә уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡмаҫҡа булыр ине. Йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 105 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ете бала һәләк булған, йөҙҙән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Айырыуса балалар ҡатнашлығында бындай бәхетһеҙлектәр каникул ваҡытында йышая. Шуға был сараның оҙайлы каникулдар алдынан үткәрелеүе лә юҡҡа түгел, – тине Динар Ғилметдинов.
Ярышҡа Әбйәлил районынан килгән команда үҙенең сағыу костюмдары менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Илмир Ильясов, Нурия Вәлиева, Нәркәс Малыбаева, Азамат Ғаззатов: “Беҙ юл ҡағиҙәләрен беләбеҙ!” – тип бер тауыштан яуаплай. Барыһының да атайҙары рулдә йөрөй. Йәш инспекторҙар, аталары юл ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта, уларға шелтә лә яһай икән. Илмир хатта, юл ҡағиҙәһен атайымдан яҡшыраҡ беләм, тип маҡтанып ташланы. Конкурс һөҙөмтәләре бының шаштырыумы, юҡмы икәнен күрһәтер әле.



Вернуться назад