Рәсәй төбәктәре буйлап йөрөгәндә шуға иғтибар иткәнем бар: унда ниндәйҙер ваҡиға әллә булған, әллә юҡ, Игорь полкы әллә килгән, әллә үтмәгән, Есенин унда шиғыр уҡыған, әллә юҡ, әммә бер генә мәғлүмәт ишетеп ҡалһалар ҙа, шуға бағышлап сара уҙғаралар, таҡтаташ, һәйкәлдәр асалар. Эйе, был – ыңғай күренеш, ниңә аптырарға, тиерһегеҙ? Аптыраған юҡ та ул, тик эш шунда ғына: Башҡортостан еренең һәр квадрат метры тарих менән һуғарылған, аҙым һайын аҫыл батырҙарҙың, сәсәндәрҙең ҡаны ҡойолған, һөйәктәре ята, әммә беҙ шул хаҡта ауыҙ тултырып һөйләмәйбеҙ, хатта ки шул тиклем өйрәнеп киткәнбеҙ, иҫкә алырға ла онотоп ебәрәбеҙ төҫлө...
Әммә йолалар, халыҡ ижады һаҡланған, бөгөн дә хакимиәт башлыҡтары милли мираҫҡа таянып эш иткән Уралдың көньяғында йәшәгән милләттәштәребеҙ беҙгә үҙҙәренең ғәмәле, әүҙемлеге, тыуған тупраҡтың һәр бөртөгө боронғолоҡ ауазы менән һуғарылыуын аңлауын өлгө итеп күрһәтә. Ни сыҡһа, уларҙан сыға, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит ул: ана бит үҙ хәбәрсебеҙ, Баймаҡ ҡыҙы Кәримә Усманова ла тотто ла, эшлекле яҡташтарына, рухлы төбәктәштәренә таянып, Сибайҙа – был төбәктең баш ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитенең йөҙ йыллығын үткәрергә йөрьәт итте! Рәсмилекте еңгән халыҡсанлыҡСибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов: “Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – “Башҡортостан”. Уның йөҙөндә беҙҙең һәр беребеҙҙең яҙмышы, асылы сағыла. Дәүләтселегебеҙҙең ғорурлығы, таянысы ул”, – тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе А. Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллығын билдәләү тантанаһын. “Республиканың автономияһы башында торған “Башҡортостан” гәзитенең юбилейының төп сараһы сценарийы әле яҙылмаған да, әммә сибайҙар, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, беҙҙе үҙҙәре үк матбуғат баҫмаһының байрамына саҡыра. Был юҡҡа түгел, автономия башындағы бик күп саралар ҙа тап ошо ерлектә үткән һәм Темәс ауылы менән бәйле”, – тине баҫманың баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев. Кисә генә “Сәсмәүерем – селтәрем” тип аталған милли башҡорт кейеме байрамы (был хаҡта айырым мәҡәләлә һөйләшербеҙ) тәьҫиренән арына алмаған күңелдәр яңы тәрән кисерештәр донъяһына, халҡыбыҙҙың асылын сағылдырған сығыштар иленә сумды!..
Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Урал Хәлисов, Хәйбулла районы хакимиәтенең финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альмира Шәйәхмәтова, Йылайыр районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков сығыштарында баҫманың дәүләт сәйәсәтен алып барыуҙағы, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүҙәге ролен баһалап, заман менән бергә атлауын билдәләне. Эйе, барыһы ла рәсми урындарҙа эшләгән вазифалы замандаштарыбыҙ, әммә һәр кем “Башҡортостан” гәзите хаҡында үҙ һүҙен, күңел түрендәге фекерҙәрен еткереүе тойолоп торҙо. Гәзит хеҙмәткәрҙәрен ҙурлап, бүләктәр ҙә тотоп килгәндәр. Хәйбулла районы әлегә тиклемге яҙылыусылар исемлегенә тағы ла 100 уҡыусы өҫтәләсәген белдерҙе: улар баҫманың юбилейы уңайынан ветерандарға, өлкән быуын вәкилдәренә шул рәүешле бүләк эшләгән! Рәхмәт һәр төбәктең етәкселәренә, уҡыусыларына, уларҙың яҡты мөнәсәбәте менән баҫмабыҙҙың тиражы һаҡланып килә лә инде! Йылайыр районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротковтың саф башҡортса ҡотлауы шулай уҡ күңелдәргә май булып яғылды. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытмайҙар тигән башҡорттарға тыңлатырға ине уның кеүектәрҙең телмәрен! Теләгән кеше өйрәнә, һөйләшә, аралаша, теләмәгән – сәбәп эҙләй!
“Башҡортостан” гәзитенең ошо яҡтағы үҙ хәбәрсеһе Шәйхислам ағай Айсыуаҡов, йәмәғәт хәбәрселәре Салауат Мөхәмәтшин, Рәшит Үтәев, яҙыусы, прозаик Хәйҙәр Тапаҡов, “Баймаҡ телевидениеһы” директоры Гөлнур Ишбулатова, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире Вил Илһамов, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Сельские огни” гәзитенең баш мөхәррире Барис Солтанов шиғыр юлдары, ялҡынлы һүҙ аша дәүләттең төп баҫмаһы киләһе быуаттарға ла артылып сығыуын теләне.
Кемдер халыҡ йолаларын тотоуҙы, милләт тарихына таянып йәшәүҙе иҫкелек ҡалдығы тип әйтмәксе була ла, килеп сыҡмаҫ шул. Иманым камил: үтер бына 10-15 йыл һәм бөтә кешелек, үҙенең тарихына йәбешеп, киләсәккә үрләүе хаҡында бөтә донъя халҡына һөйләй башлар. Юҡҡа ғына бөгөн этномәҙәниәт хаҡында һүҙ алып бармай йәштәр! Был бит мода өсөн түгел, ҙур Йыһанда кеше булараҡ, халыҡ булараҡ үҙеңде юғалтмау өсөн!!!
Рухи ҡеүәт, иман ҡото
Һаҡлап торор беҙҙең халыҡтыӨфө халҡын йыр-моң менән аптыратыуы еңел түгел. Беҙ, башҡорттар, моңдоң ни икәнен бәләкәйҙән белеп үҫкәс, һәр сығыш яһаусыға иҫебеҙ китеп бармайбыҙ, ҡул саба һалмайбыҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһы булараҡ, мәркәзгә концерт ҡуйырға кемдәр генә килмәй ҙә кемдәр генә ауыҙ асып уны яуларға тырышып ҡарамай?! Ауыл балалары булһаҡ та, беҙ ҙә Өфөбөҙҙә йәм табып, уны йәмләргә тырышып йәшәп ятабыҙ. Бында ишеткән һәр тауыш моң, яңғыраған ауаз йыр түгеллеген хәҙер инде яҡшы беләбеҙ. Әммә бына төбәктәргә барып халыҡсан, ихлас бер генә тауыш ишетелеп ҡалһын, күҙҙән йәш тәгәрәй башлай. Әбйәлил районының Хәлил ауылы биләмәһе ветерандарының “Малайҙар” вокаль ансамбленең (етәксеһе Әҙеһәм Хәмзин) сығышын ҡарағандан һуң уйландым ошо хаҡта. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында ошо көнгә шаһит булғандар күрҙе был тамашаны. Ҡайһы милләттең аҡһаҡал йәшендәге ир-егеттәре үҙаллы ансамбль төҙөп, ошолайтып йырлап тора алыр ине икән?! Аҡса түләһәләр, төрлө наградалар вәғәҙә итһәләр, йырларҙар ине, бәлки, ә бына башҡорттарҙың күңеле, ғүмере баҡый йөрәге йырлай. Уларға рәхмәт әйтергә сыҡҡан Азамат Рәмил улының: “Башкавдивизия эҙҙәренән йөрөгәндә тамағыма төйөр тығылғайны, һеҙҙе лә мин тыныс тыңлай алмайым. Бындай халыҡты бер ниндәй заман афәте лә еңә алмаясаҡ!” – тигән һүҙҙәре хәҡиҡәттең үҙе түгелме ни?!
Сибай педагогия колледжының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеү ансамбле, вокаль трионың “Беҙ ауылдың шәп егеттәре” йыры, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбленең “Башҡортостан – гөлбостан” бейеүе, Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары сығышы бер тынала ҡаралды. Һәр бер артистың, башҡарыусының ихласлығы, тауышындағы дәрте, бейеү хәрәкәтендәге йәшәү ҡомары сәхнәнән залға табан урғылды. Ошо ерҙең генә түгел, кешеләренең дә энергетикаһы, йөрәк моңо беҙҙең күңелдәргә тулды. Артистарҙы елле әҙерләгәнһегеҙ, рәхмәт Сибай мәҙәниәт бүлеге начальнигы Элиза Кирәйеваға! Әсәнән күргән – тун бескән, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Элиза Ғүмәр ҡыҙының әсәһен мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә эшләгән һәр кем яҡшы белә – күпме йылдар төбәктең рухи майҙанын рухи ҡаҙаныштар менән һуғарҙы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина!
Беҙ студент саҡта шундай әйтем бар ине: бейемәгән Баймаҡ кешеһе юҡ. Шуны раҫлап, был байрамда беҙҙе ҡотларға килгән баймаҡтар исеменән Илшат Ғүмәров “Рекрут” бейеүен башҡарҙы. Йылайыр ҡыҙы Линиза Солтанованың йырын да яратып ҡабул иттек. Хәйбулла районынан килгән гармунсы, йырсы, ҡумыҙсы, һәүәҫкәр композитор Гөлфиә Хәләфетдинованы “Бәйләнештә” социаль селтәре аша ғына белә инек. Талантлы ҡыҙҙың дәртле йырҙарына, моңло көйҙәренә күптәр ғашиҡ. Ул, әйтерһең, һәр ваҡыт ниндәйҙер бер моңға көйләнеп йөрөй: оҡшаған шиғырын күреп ҡалһа, тота ла йыр яҙа. Был кисәлә лә ул дәртле йырҙары менән кәйефтәрҙе күтәрҙе. Төбәктәрҙә йәшәй ул халыҡ моңон һаҡлаусылар!
“Йондоҙ” вокаль-эстрада студияһында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр сығышы йәшлек дәрте, өмөтлө киләсәк нуры менән һуғарылғайны (етәксеһе Әлфиә Балхина). Әйткәндәй, был көндө баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатылды.
Ҡотлауҙар, рәхмәт һүҙҙәре менән кисә тамамланырға тейеш ине кеүек, әммә залда, фойела дауам итте. Шағир Салауат Әбүзәров менән икәүләп сәхнәнән шиғыр уҡығайныҡ. Ниңә тағы ла берәй икешәрҙе һөйләмәнегеҙ, көн дә килеп тормайһығыҙ бит, тинеләр. Эйе, шиғыр ярата, йыр ярата беҙҙең халыҡ. Тыңлаусыһы, уҡыусыһы булғанға яҙылалыр ҙа улар.
Күңелдәр ҡалды сафланыпБыл көнөбөҙҙө беҙ Ғәҙелша шарлауығына сәфәрҙән башлағайныҡ. Башҡортостаныбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе булған шарлауыҡ беҙҙе берсә көлөп, берсә моңайып ҡаршы алды. Һәр беребеҙ ярата тәбиғәт ҡосағында ял итергә. Таштарҙағы яҙмаларға ҡарағанда, бында ниндәй милләт вәкилдәре генә булып китмәгән, әммә үҙе артынан таҙартырға онотҡандар арабыҙҙа етәрлек. Ете тоҡ сүп йыйып алып төштөк шарлауыҡтан. Был беҙҙең өсөн үҙе бер таҙалыҡ байрамы булды. Республиканың күрке булған урындар беҙҙә етәрлек, әммә, хөрмәтле милләттәштәр, ябай ғына хәҡиҡәтте ниңә бер-беребеҙгә әйләнгән һайын ҡабатлайбыҙ икән: таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған урында таҙа! Аҙ ғына булһа ла тәбиғәткә ярҙам итә алыуҙан күңелдәргә лә ҡыуаныс тойғоһо йүгерҙе. Бигерәк тә эленгән теләһә нәмәләрҙән һарғая, кибә башлаған ағасты сепрәк-сапраҡтарҙан арындырғанда. Иманға килгән хөрмәтле замандаштар, бахыр үҫемлек теләк үтәмәй, ата-бабаларыбыҙ күптән инде бер Аллаһтың барлығын һәм берлеген таныған, йонсотмайыҡ донъябыҙ күрке булып ултырған ағастарҙы, бары тик Аллаһтан һорайыҡ, уға һыйынайыҡ, уның менән серләшәйек.
Мин яратам һине, Сибай!Күпме йәш ижадсыларға, милләтебеҙҙең бөгөнгө аҫыл заттарына ҡанат ҡуйған төбәк ул – Сибай. Башҡортостан автономияһы башында торған, милләт яҙмышын яҙған баҫманың юбилей саралары тап ошо төбәктән башланыуы, бер ҡараһаң, һис ғәжәп түгел. Сибайҙар, баймаҡтар, йылайырҙар, хәйбуллалар, әбйәлилдәр был тантананы иң тәү сиратта үҙ байрамы, халыҡ байрамы тип иҫәпләй. XXI быуатта үҙ дәүләтендә үҙ һүҙен әйтеп килгән “Башҡортостан” гәзите милләте ҡеүәте менән көслө!
P.S. Ғүмерҙең төрлө миҙгеле була. Болоттар ҡуйырып киткән саҡтарҙа ошо яҡтың ырыҫлы байрамын ихлас, ысын тойғоло халҡының яҡты мөнәсәбәтен иҫкә алып, шул мәлдәргә һыйынырмын. Өфөгә ҡайтып та өлгөрмәнек, Сибайҙы, Ғәҙелшаны, Манһырҙы – ошо яҡтың көслө рухиәтен һағындым!..
Лариса АБДУЛЛИНА.“Башҡортостан”Һин – халҡымдың һүнмәҫ рухы,
“Башҡортостан”!
Һин – милләттең ҡот-ырыҫы, “Башҡортостан”!
Башҡортома зауыҡ биреүсе – “Башҡортостан”!
Телем, тиеп саң ҡағыусы – “Башҡортостан”!
Халҡым, тиеп, илем, тиеп быуат аштың,
Олатайҙар йәшенә лә килеп баҫтың!
Шаулы-шаңлы замандарҙы һин үткәрҙең,
Ил күргәнде үҙ иңеңдә һин күтәрҙең!
Күпме әҙип һинең аша алға атланы,
Күпме йәштәр һинең һүҙҙән ҡанатланды!
Берәгәйле һүҙең менән дандар алдың,
Инабатын һин күтәрҙең башҡорттарҙың!
“Башҡортостан” – милләтемдең һин бит йөҙө!
“Башҡортостан” – башҡортомдоң әйтер һүҙе!
Йөҙ йәшәгән Аҡһаҡалдай аҡыл биреп,
Киләсәккә етәклә һин, әйҙә, беҙҙе!Мотал РӘМОВ.
Сибай ҡалаһы. Рух мәккәһе Сал быуатлыҡ йәшкә еттең,
Рух илсеһе – “Башҡортостан”,
Тиңләр инем ҡыйғыр ҡошҡа
Бейеклекте иңләп осҡан.
Бейеклектәр яулай-яулай
Әйҙәйһең һин һәр саҡ алға,
Милләтемә маяҡ та һин,
Ҡанатыбыҙ әгәр талһа.
Юҡ, осмайбыҙ упҡынға беҙ:
Юрамаһын дошман мәкер,
“Башҡортостан” йәшәгәндә,
Аҡтамырҙай халҡың ҡалҡыр.
Йәшә шулай паклыҡ бөркөп,
Нурың сәсеп тирә-яҡҡа.
Рухың һынмай алға бар һин,
Дөрөҫлөктө теркәп аҡҡа.
Оло юбилейың ҡотлап
Тәбрик итә бөгөн халҡың,
Рух мәккәһе – “Башҡортостан”,
Йәшә шулай, йәшә балҡып.
Рузидә ҮТӘШЕВА.