Мәғлүмәтле булығыҙ!23.05.2017
Кем мәғлүмәтле – шул донъяға идара итә. Мәғлүмәт кешелек тарихында элек-электән бик мөһим роль уйнаған. ХХ быуат уртаһында фән алға табан иҫ киткес ҙур аҙымдар яһағандан һуң, уның әһәмиәте бермә-бер артты.
Бөгөн иһә, ХХI быуат башында, мәғлүмәт – кешенең был тормошта уңышлы икәнлеген билдәләгән факторҙарҙың береһе: ни тиклем белемле булһаң, мөмкинлектәрең шул тиклем юғарыраҡ баһалана. Ә мәғлүмәт – шәхси белем багажын тулыландырған төп төшөнсә, теге йәки был өлкәлә мәғлүмәтле хеҙмәткәр башҡаларҙан күпкә өҫтөнөрәк.
Шул уҡ ваҡытта миҙалдың икенсе яғы ла бар: фәнни-техник прогрестың тиҙлеге үтә шәп, яңылыҡтар көн һайын тиерлек барлыҡҡа килеп тора. Мәҫәлән, ҡитғаның икенсе яғында барған ваҡиғаларҙы тура эфирҙан был яҡта ҡарап булған заманда кеше аңына көнөнә ни тиклем мәғлүмәтте эшкәртергә тура килгәнен аңлайһығыҙ бит инде. Ошо шарттарҙа нисек иң мөһим төшөнсәләрҙе тотоп алырға һәм хәтерҙә ҡалдырырға, көндәлек ығы-зығы араһында әһәмиәтле хәлдәрҙе билдәләргә? Ошо йәһәттән һеҙгә бер нисә кәңәшебеҙ бар.