Аҡ халатлы “фәрештәләр”23.05.2017
Үҙәк район дауаханаһына иғтибар күберәк бүленәлер. Ә ауылдарҙағы амбулатория, фельдшер пункттарының күҙ уңынан ысҡынғанлығы унда аяҡ баҫыу менән күҙгә салына.
Иҫән-һау, сәләмәт саҡта табиптарҙың хеҙмәте тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ, ләкин сирләгәндә, кем булыуға ҡарамаҫтан, барыбыҙ ҙа уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Һүҙем — халыҡ һаулығы һағында торған аҡ халатлы “фәрештәләр” тураһында.
“Амангилде” совхозы бөтөрөлгәс, идаралыҡ йортонда амбулатория асылды. Был ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуанысҡа әйләнде. Унда Амангилде, Ҡаҙмаш, Рыҫҡужа, Әбделғәзе, Үтәгән, Хәмит, Мәйгәште, Шәрип ауылдары халҡы дауаланырға йөрөй. Көндөҙ дауаланыу өсөн 12 койка-урын булдырылған.
2009 йылдан алып Амангилде амбулаторияһына Зөһрә Булат ҡыҙы Аҡманова етәкселек итә. Ул Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ҡаланың 17-се дауаханаһында тәжрибә туплаған.
Әбйәлилгә килеп эшләй башлаған көндән үк ул халыҡ күңелен яуланы. Тыныс, һәр кемгә иғтибарлы булыуы менән генә түгел, үҙ һөнәренең алмаштырғыһыҙ оҫтаһы булыуы һөҙөмтәһендә лә ҙур ихтирамға лайыҡ.
Уға мөрәжәғәт иткән һәр кем Зөһрә Булат ҡыҙының тап ошо сифаттарын юғары баһалап, “үҙебеҙҙең табип” тип кенә йөрөтә. Ҡала ҡыҙы ауыл егетенә кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтә.
2013 йылда табип-педиатр Роза Абдуллина эшкә килде. Бөгөн амбулаторияла 14 хеҙмәткәр эшләй. Өлкән шәфҡәт туташы Әнүзә Фәсхетдинова, Сәйҙә Сәлмәнова, Наилә Атанғолова, Гөлсара Оморҙаҡова, Фәнүзә Баязитованың шифалы ҡулдары тураһында олоһонан да, кесеһенән дә маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Миңзәлә Сабитова, Бибиямал Фәттәхова, Ләйсән Низамова — үҙ һөнәрен яратҡан тәжрибәле белгестәр.
Яҡшы тәрбиә алған ишле ғаиләлә үҫкән балалар үҙ тырышлыҡтары менән тормошта юл яра. Мәҫәлән, Амангилде ауылында Дәүләтша ағай Баҡыевтың тормош иптәше һигеҙ балаһын ҡалдырып мәрхүм булған. Шуларҙың өсәүһе медицина юлын һайлаған: Миңлегөл — Учалыла, Шәүрә Асҡарҙа дауаханала эшләй. Илһам Амангилделә теш дауалай, үҙ эшен ихлас башҡарған табип кабинетынан кеше өҙөлмәй.
Халыҡты теркәүсе Гөлнәфис Мөлөкова, санитарка Зөлфиә Латипова, водитель Салауат Фәсхетдиновтың да үҙ эштәренә талапсан булыуы күренеп тора.
Уйлап ҡараһаң, амбулаторияла заманса технология ҡорамалдары бөтөнләй юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ белемдәренә таянып, ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуя, дауалау сараларын билдәләүҙе теүәл үтәйҙәр.
Район үҙәгендә, ҡала ерлегендә эш сәғәтенән һуң улар ҡалған ваҡытҡа тулы­һынса үҙҙәре хужа. Ауылда иһә эштән һуң ҡышҡы һалҡын көнмө-төнмө, ҡойма ямғырмы – “Ашығыс ярҙам” күрһәтеү өсөн улар яуаплы. Унан тыш, ғаиләлә бала­лар­ҙы, ихаталағы мал-тыуарҙы ҡарау мәшәҡәттәре, уға өҫтәп Буранғол ауылынан да йөрөп эшләгәндәрҙең булыуын иҫәпкә алһаң, аҡ халатлыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Яҡты йөҙ, яҡшы мөнәсәбәт, эштә­рен урын-еренә еткереп башҡа­рыуҙары өсөн уларҙың халыҡтан меңләгән рәхмәт һүҙен ишетеүҙәренә иманым камил.


Вернуться назад