Донъя булғас, төрлө хәлдәр була: шатлыҡлыһы ла, ҡайғылыһы ла. Әммә ниндәй генә ауыр осраҡта ла төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултырыу ярамай. Хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү ҙә күп ҡыйынлыҡтарҙы еңелерәк үткәрергә ярҙам итәсәк.
Ауыр тормош хәленә юлыҡҡанда, кемдәр матди ярҙамға өмөт итә ала? Инвалидлыҡ, өлкән йәштә булыу сәбәпле үҙ-үҙеңде тәрбиәләй алмау, сир, етемлек, ҡарауһыҙ ҡалыу, аҙ тәьмин ителгәнлек, эшһеҙлек, йәшәү урыны булмау, ғаиләлә ирекһеҙләү, яңғыҙлыҡ, янғын йәки тәбиғәт стихияһы, талау һәм башҡа күңелһеҙ хәлдәр матди ярҙам алыу өсөн нигеҙ булып тора. Аҡсалата ярҙам гражданға республика бюджетынан (йылына бер тапҡырҙан да артмаҫҡа тейеш) бүленә. Матди ярҙамдың күләме:
янғын һөҙөмтәһендә мөлкәтен юғалтҡанда — 5000 һум;
тәбиғәт бәлә-ҡазаһына юлыҡҡанда, йорттағы ҡорамалдар, инженер системалары эштән сыҡҡанда, уғрылыҡ, алдаҡсылыҡ ҡорбаны булғанда — 2000 һум;
медицина хеҙмәтләндереүенә һәм дарыуҙарға, теш ҡуйҙырыуға, коммуналь хеҙмәттәргә һәм торлаҡҡа түләүҙәр буйынса өс айҙан ашҡан бурыстарҙы ҡаплатыуға, торлаҡ һәм ҡаралтыларҙы ремонтлауға, ритуаль хеҙмәттәргә (документтар менән раҫланған осраҡта) — 2000 һум;
башҡа тормош ауырлыҡтарына осрағанда — 400 һум.
Матди ярҙам алыу өсөн тейешле документтарығыҙ менән Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының урындағы территориаль органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.