Шешәләрҙе ҡайҙа итергә? Тапшырырға!23.05.2017
Шешәләрҙе ҡайҙа итергә? Тапшырырға!“Ҡайҙа, сит илдәме?” тип аптырама, уҡыусым. Баймаҡта! Германияла, Америкала һәм башҡа илдәрҙә полимер ҡалдыҡтарын йыйып эшкәрткән тиҫтәләрсә экологик предприятие барлығы билдәле. Был тармаҡта йөҙҙәрсә миллиард евро һәм доллар әйләнештә йөрөй. Экология бизнесын яҡын күреүселәр республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә бына Баймаҡ яғында был өлкәне үҙ иткән эшҡыуар Анатолий Журавлёвты ғына билдәләргә мөмкин.
Тап Экология йылында үҙ эшен асыуы ла юҡҡа түгел эшҡыуарҙың. Йылдан-йыл тирә-яҡта күбәйә барған буш шешәләр, пластик һауыттар Анатолий Ивановичтың кәйефен төшөрә. Ҡасандыр көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың юҡҡа сығыуы, кешеләрҙең төрлө урында сүп-сар ташлап китеүе, һөҙөмтәлә киләсәктә тәбиғәтебеҙгә оло хәүеф янауы һәр кемгә билдәле. Әммә әлегә етәкселәр ҙә, ошо ерҙә йәшәгән халыҡ та был хаҡта өндәшеүҙе кәрәкле һанамай, бар эштәр экологик өмәләргә генә ҡайтып ҡала.
Үҙенең яңы эшмәкәрлеген йүнсел ошоға тиклем сафта булған “Строй-Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлашҡан урында аса. Бер келәттә пластик шешәләр урын алһа, икенсеһендә төрлө йәшник, ҡаптар өйөлгән. Улар пресс аша үткәс, махсус мейескә ебәрелә һәм ҡом ҡушып иретелеп, канализация люктарына әүерелә. Эшҡыуар полимер плитә етештереүҙе лә яйға һалған. Әйткәндәй, һуңғылары халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
— Әлегә дүрт кешегә эш урыны булдырылды, сеймал менән проблема юҡ. Халыҡтан уның бер килограмын биш һумға һатып алам, балалар көн һайын килтереп тора. Әлегә ҡала янындағы сүплектәрҙә йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итәбеҙ. Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа — автовокзал, дауахана, баҙар кеүек урындарҙа пластик шешәләр өсөн махсус урналар урынлаштырҙыҡ. Совет осоронда яңғыраған “Ҡалдыҡтарҙы — килемгә” лозунгыһы бөгөн дә мөһимлеген юғалтмай, — тип йылмая эшҡыуар.
Яңы йүнәлештә эш башлаусыға бер ваҡытта ла еңел булмаған. Әлегә уның хеҙмәтенең ни тиклем кәрәкле һәм файҙалы икәнлеген аңлағандар, ярҙам ҡулы һуҙғандар күп түгел. Хөкүмәт тарафынан да экологик эшҡыуарлыҡҡа субсидия, грант биреү ҡаралмаған. Әммә Анатолий Журавлёвтың күңеле күтәренке. “Беҙҙең урамға ла байрам киләсәк”, — тип ышана ул.
Эш алымдары көндән-көн төрләнә. Һуңғы ваҡытта ул авторезина, иҫке көнкүреш әйберҙәре корпустары йыя башлаған.


Вернуться назад