Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Төплө тикшереү хәйерлерәк— Күптән түгел юридик ярҙам һорап коммерция нигеҙендә эшләгән адвокат үҙәгенә мөрәжәғәт иткәйнем. Тик улар менән төҙөлгән килешеү һағайтты. Ул бик ҡойто ғына ине, имза һәм мисәттән башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Уларға ышанырға буламы икән?
Миңһылыу, Өфө ҡалаһы.
— Рәсәйҙә ике төр суд вәкилдәре бар: адвокаттар һәм башҡа вәкилдәр. Адвокаттар — квалификация имтиханы тапшырған юристар һәм адвокатлыҡ коллегияһына ингән кешеләр. Ә вәкил булып теләһә кем бара ала, уларға юрист булыу мотлаҡ түгел. Әгәр һеҙ үҙен адвокат тип танытҡан кеше менән эш алып барыуығыҙҙа шикләнһәгеҙ, уның кемлеген тикшереү өсөн адвокат танытмаһын талап итегеҙ һәм адвокаттар коллегияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Унда бындай адвокат бармы-юҡмы икәнлеген әйтәсәктәр. Башҡа күп тармаҡтарҙағы кеүек үк, юридик ярҙам биреү өлкәһендә лә алдаҡсылар һәм квалификацияһыҙ кешеләр йыш осрай. Адвокат танытмаһы булыу ҙа юристың юғары квалификацияһы тураһында һөйләмәй. Үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡлау өсөн юрисҡа мөрәжәғәт иткән саҡта барлыҡ нескәлектәрҙе лә тикшерегеҙ. Бында ваҡ-төйәктәр юҡ, сөнки уның квалификацияһынан һеҙҙең яҙмышығыҙ хәл ителеүе ихтимал. Һеҙҙеңсә, дөрөҫ төҙөлмәгән килешеү тәҡдим итәләр икән, был һағайтырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, юрист судта һеҙҙең мәнфәғәттән сығып эш итәсәк, ә һеҙ уға бар яҡтан да ышанырға тейешһегеҙ. Бындай ышаныс юҡ икән, бергә эшләүе ауыр буласаҡ. Юристың квалификацияһы уның судтағы эштәре менән дәлилләнә.
Суд менән шаярмағыҙ— 2006 йылдан алып килешеү буйынса студенттар ятағында йәшәйем. Яңғыҙым ике бала үҫтерәм. Ай һайын ваҡытында хаҡ түләп барабыҙ. Тик инде ике йыл ятаҡ беҙҙең килешеүҙе оҙайтмай, шулай булһа ла беҙ бүлмә өсөн түләйбеҙ. Хәҙер мине бүлмәнән сығарыу өсөн судҡа биргәндәр. Барыр ерем юҡ. Әгәр мин судҡа саҡырыу ҡағыҙын алмаһам һәм судҡа бармаһам, нимә була? Үҙем бармай тороп эште ҡарай алалармы? Юристарға мөрәжәғәт итһәм, бүлмәлә тороп ҡалыу мөмкинлеге бармы икән?
Фәрзәнә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Судҡа саҡырыу ҡағыҙы яуапсы уны алыу-алмауын контролдә тотоу мөмкинлеге булған элемтәнең барлыҡ төрө менән дә ебәрелергә ихтимал. Был: суд повесткаһы, телеграмма, телефонограмма, факсимиль элемтә һәм башҡалар. Суд повесткаһы йәки заказлы хат менән бергә һеҙгә процессуаль документтарҙың күсермәһен дә ебәрергә тейештәр. Суд повесткаһын алыу тураһында һеҙҙең шәхси ҡултамғағыҙ булырға тейеш. Имзағыҙ ҡуйылған “корешок” кире судҡа ҡайтарыла. Рәсәй Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 117-се статьяһына ярашлы, әгәр адресат суд повесткаһын алыуҙан баш тартһа, ҡағыҙҙы тапшырыусы был хаҡта суд ҡағыҙына яҙа һәм уны кире судҡа ҡайтара. Алыуҙан баш тартҡан кеше тейешле кимәлдә иҫкәртелгән тип иҫәпләнә. Әгәр повестканы ысынлап та алмаған кеше судҡа килмәһә, эште ҡарау икенсе ваҡытҡа күсерелә. Ә инде яуапсы рәсми иҫкәртелеп тә, судҡа билдәһеҙ сәбәптәр буйынса килмәһә, эш уның ҡатнашлығынан тыш та ҡараласаҡ. Дөйөм алғанда, судтар яҡтар килмәгән осраҡта эште ҡарарға тырышмай, шулай ҙа уларҙың билдәләнгән үҙ ваҡыты бар.
Бүлмәнең һеҙгә ҡалыу-ҡалмауы буйынса, барлыҡ документтарҙы ла ҡарамайынса, бер нәмә лә әйтеп булмай. Бөтә ҡағыҙҙарығыҙҙы йыйып, юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ.