Урал батырҙың йәнтөйәгендә йәшәп, ул эскән һыуҙарҙы эсеп, эҙҙәренә баҫып, һүнмәҫ рухы менән һуғарылып та, ҡаһарманлығына мәҙхиәләй яңғыраған эпосты белмәй үҫеү үҙе гонаһ булыр ине. Нәҡ ошо маҡсаттан сығып, 1996 йыл башында Бөрйәндә мәшһүр әҫәрҙе яттан һөйләүселәр конкурсы ойошторолғайны. Ул республикала хуплау табыу арҡаһында райондарҙы гиҙеп-айҡап сыҡҡандан һуң, 2014 йылда үҙебеҙҙең хакимиәт етәкселеге, мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән яңынан тарихи ерлегенә ҡайтарылды.Абруйлы яҡташыбыҙ, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Роза Ғүмәрованың йәнә бер идеяһының бойомға ашыуы был: Бөрйәндә өсөнсө йыл инде балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ла “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе үткәрелде. Тәүгеһендә үк етмешләгән кескәй һүҙ оҫтаһы майҙан тотҡайны. Балаларының сығышын тамаша ҡылырға һәм күтәрмәләргә атайҙарҙың да күпләп йыйылыуы ойоштороусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе. Үҙенә күрә оло тәрбиә һәм рух мәктәбе ул был конкурс.
Быйылғыһына ла бәләкәй яҡташтарыбыҙ бик етди әҙерләнгәйне. Кескәйҙәрҙән бигерәк атай-әсәйҙәр борсола, балаһының сығыш мөҙҙәтен түҙемһеҙләнеп көтә. Ул-ҡыҙҙарына үҙҙәренең шәхсән приздарын тотоп килгәндәр ҙә күренә. Балаларға, йәшенә ҡарап, 50 – 250 юллыҡ өҙөк ятлау шарт итеп ҡуйылғайны.
– Халҡыбыҙҙың баһалап бөткөһөҙ эпик ҡомартҡыһын яттан һөйләп, уның асыл-мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып, ысын мәғәнәһендә Урал батыр вариҫы икәнегеҙҙе сәсәнлегегеҙ менән раҫлап, бик ҙур эш башҡараһығыҙ, – тине район хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы Роза Ғүмәрова, йәш һүҙ оҫталарына уңыш теләп. – Мәшһүр эпосыбыҙ яҡшыны ямандан айырырға, атай һүҙен тоторға, ер-һыуыбыҙға һаҡсыл, хужаларса ҡарашта булырға өйрәтә. Әҫәрҙәге мәсьәләләр әле лә көнүҙәк. Әйтәйек, атай-әсәй һүҙен тотмай, халҡының ғөрөф-ғәҙәтенән ситләшеп, ярамағанды ҡулланып, күпме йәштәребеҙ ғүмерен ағыулай, яҙмышын яралай. Эпосҡа халҡыбыҙҙың быуаттар буйы туплаған аҡылы, тәрбиә өлгөһө, тел байлығы, рух бөйөклөгө, тормошҡа, тәбиғәткә, кешелеккә һөйөүе һыйған. Уны уҡып, яттан һөйләп, һеҙ, балалар, рух ҡанаттарығыҙҙы үҫтерәһегеҙ, ҙур осоштарға әҙерләйһегеҙ. Ошо юлда фәҡәт уңыштар насип булһын үҙегеҙгә!
Ҡатнашыусылар майҙанға сыҡты. Ике төркөмгә (өс-биш һәм алты-ете йәшлектәр) бүленеп һынау тотто улар. Ата-әсәләре, тәрбиәселәре ярҙамында ғәжәйеп матур, үҙенсәлекле костюмда сығыш яһағандар бихисап булды. Күпселек милли кейемде үҙ иткән.
Кескәй сәсән-сәсәниәләрҙең сығышын тамашасылар хайран ҡалып ҡараны, һәр һүҙен әсирләнеп тыңланы. Ә бына сәхнә түренә март аҙағында ғына ике йәше тулған Фаягөл Асҡарова сыҡҡас, залда себен осһа ла ишетелерлек тынлыҡ урынлашты. Әсәһенең ҡулындағы сабый эпостың 40 юлын ятлап ишеттерҙе! Күптәр Ҡурғашлы ауылы ҡыҙсығының сығышын күҙенә йәш алып тамаша ҡылды. Шунһыҙ мөмкин дә түгел ине: бәғзе тиҫтерҙәре әлегә йүнләп һөйләшә лә алмағанда, был сабый, ҙур сәхнәгә сығып, үлемһеҙ “Урал батыр”ҙы яттан һөйләп торһон әле! Бына ҡайҙа ул рух бишеге, бына ҡайҙа ул Урал вариҫтары!
Яңы Монасиптан Софья Григорьеваның эпосты башҡортса сатнатып тасуири ятлауы, Әтектән Наҙгөл Әбдрәхимованың әҫәрҙең өлөшөн урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яңғыратыуы, тыпырлатып бейеп китеүе, Иҫке Собханғолдағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан Розалия Буранованың сығышын тулыһынса тиерлек ҡобайыр рәүешендә башҡарыуы, ҡумыҙ сиртеүе, Наҙгөл Ваһапованың уҡ-һаҙаҡ менән “ҡоралланып” килеп, егеттәрсә таһыллыҡ, мәргәнлек менән уҡ атып ебәреүе, Баҙал биҫтәһенән Ләйсән Ҡарабаеваның тиренән тегелгән кейемендә ялан аяҡ сығып баҫыуы, Байназарҙан Алмас Ишбулатовтың “йәнлек аулауы” һәм башҡа күренештәр иҫ китмәле тамаша булды. Кескәйҙәрҙең сәхнәлә үҙен иркен тотоуы, тасуирилыҡҡа баҫым яһауы, “р” өнөн әйтә алмаған балаларҙың да һынатмаҫҡа тырышыуы күңелгә дәрт өҫтәп кенә ҡалманы, киләсәгебеҙ бар, һәм ул ышаныслы ҡулдарҙа, тигән өмөттө баҙлатып ебәрҙе.
Конкурстың төп героиняһы Фаягөл Асҡарова “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүсеһе булды. Бүләген генә сәхнәгә үҙе сығып ала алманы: ике йәшлек сәсәниә арып-талып йоҡлап киткәйне. Шулай уҡ “Өмөт”, “Иң сағыу сығыш”, “Зауыҡлы башҡарыусы”, “Сая ҡыҙ”, “Сая егет”, “Йәш сәсәниә”, “Оҫта башҡарыусы”, “Урал батыр вариҫы” номинацияларында еңеүселәр ихлас тәбрикләнде. Өс-биш йәшлектәр араһында тәүге урындарҙы Наҙгөл Ваһапова, Айлина Иҫәнгилдина, Илзидә Ғиззәтуллина, Луиза Мөхәмәтова, Алмас Ишбулатов, Азалия Юлдашева, Тайфур Сәйетбатталов бүлеште, төп бүләккә иһә Ләйсән Ҡарабаева лайыҡ булды. Ә алты-ете йәшлектәр араһынан Юлиә Ишбулатова, Наҙгөл Абдрахманова, Айзилә Дилмөхәмәтова, Яҙгөл Зыянбаева, Гөлиә Ғайсина, Тимерхан Мәжитов, Рамаҙан Исмәғилев, Айзәниә Сәғитова еңеүселәр тип табылды, Гран-при хужаһы – Розалия Буранова.
Урал батыр исемен сығышы менән аҡланы, үҙҙәренең башҡортлоғон, рухын яҡланы йәш сәсәндәр. Телдәренә – ҡеүәт, таланттарына – балҡыш, рухтарына көс булһын уларҙың йондоҙло сәғәте!