Тыныс таңдар бергә атһын23.05.2017
Тыныс таңдар бергә атһын Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Ҡырым Республикаһы етәксеһе Сергей Аксёнов төбәктәр араһында эшлекле, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыуға нигеҙ булған килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Республикаларыбыҙ араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. 2014 йылдан алып бергә эшләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлегә республикалар араһында тауар әйләне­ше өс миллиард һумға еткән. Килә­сәктә был һан артыр тигән өмөттәбеҙ.
– Иң ауыр минуттарҙа беҙҙең янда булдығыҙ. Был Башҡортостан Республика­һының Ҡырымдағы ваҡи­ғаларға ҡарата мөнәсәбәтен күрһәтә. Үҙ-ара файҙалы эш итеү һөҙөмтә­һендә бәйләнештәрҙе артабан да үҫтерә алырбыҙ тип ышанам, – тип билдәләне Сергей Аксёнов. – Башҡортостанға ла, Ҡырымға ла тап килгән иҡтисади проекттарыбыҙ сик­тәрендә үҫеш нөктәләрен табырыбыҙға шигем юҡ.
Сергей Аксёнов Өфө менән уны туғандарса мөнәсәбәт бәйләүе хаҡында ла һөйләне. Уның олатаһы менән өләсәһе ошонда хәрби госпиталдә танышҡан. Әсәһе Өфөлә тыуған ҡалалағы авиация инс­титутын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем Өфөнө күргәнем юҡ ине. Бында минең туғандарым да йәшәй, – тине Сергей Валерьевич.
Сарала Ҡырымдың Белогорск районы хакимиәте башлығы Галина Перелович та ҡатнашты. Ул Баш­ҡорт­остан халҡына үҙҙәренең төбәгенә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе:
Тыныс таңдар бергә атһын– Ҡырымдың башҡа райондары беҙгә ҡайһы саҡ көнләшеп ҡарай. Был юҡҡа түгел. Башҡортостан беҙгә сәсеү барышында техника менән дә, тәжрибә менән дә булышлыҡ итте. Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын рәткә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тәртип булды­рыуҙа, гуманитар ярҙам алдыҡ. Быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Тыныс таңдар бергә атһынБашҡортостан менән Ҡырым араһында сауҙа күләме 2,96 миллиард һумға еткән, ошо сумманың төп өлөшө экспортҡа тура килә. 2014 йыл менән сағыштырғанда, Ҡырымға автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы, шулай уҡ һөт аҙыҡтарын оҙатыу иҫәбенә тауар әйләнеше 2,7 тапҡырға артҡан.
Ҡырым делегацияһы “Өфө кабель” заводында, “Фармстандарт-ӨфөВита” асыҡ акцио­нерҙар йәмғиә­тендә, Өфө дәүләт авиация техник университетында, Нестеров исемен­дәге музейҙа, Археология һәм этнография музейында, Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында булды.
Делегацияның сәфәре Конгресс-холда ике төбәктең ижади коллектив­тарының берлектәге концерты менән тамамланды.


Вернуться назад