Ҡотлайбыҙ!19.05.2017
Баймаҡ райо­ны­ның Муллаҡай ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Ҡу­ян­тау ауылында йә­шәү­се ҡәҙерле ту­ға­ныбыҙ Марат Ра­маҙан улы Билаловты 80 йәш­лек күркәм юбилейы менән ҡот­лайбыҙ.
Марат Рамаҙан улы 35 йылдан ашыу районда мал табибы булып эшләне. Хаҡлы ялда булыуына ҡара­маҫтан, әле лә ауылдаштарына кәңәштәре менән ярҙам итә. Шәхси хужалығы күптәргә өлгө бу­лырлыҡ: оҫта умартасы һәм балыҡсы. Ҡәҙер­лебеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, урындағы ветерандар советына етәкселек итә. Улдары Марселгә юғары белем биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер ул ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй.
Уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яҡшы кәйеф, туғандары, дуҫтары менән бергә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Изге теләктәр менән Байсуриндар ғаиләһе.


Вернуться назад