Күккә нимә күтәрә?19.05.2017
Йәрминкә мәлендә ҡара тәнле бәләкәй малай өрөп тултырылған шарҙар һатыусыны ҡыҙыҡһынып күҙәтә икән. Был кеше изге күңелле булғандыр: бәләкәсте ҡыуандырыу ниәтендә ҙур ҡыҙыл шарҙы осороп ебәргән. Унан зәңгәр, һары, аҡ төҫтәгеләр ҙә һауаға күтәрелгән.
Малай ҡара шарға оҙаҡ ҡарап торған да:
– Ағай, уны ла күккә осорорға мөмкинме? Ҡара шар бейеккә күтәрелә алырмы? – тип һораған.
Һатыусы йылмайған да теге шарҙы осороп ебәргән:
– Эш төҫтә түгел, туғаным. Шарҙы эсендәгеһе күтәрә. Кешене лә төҫө түгел, ә изге күңеле, яҡты уй-теләктәре күккә ашырыр.