“Кил беҙҙең яҡтарға, солтан булырһың!” – тип саҡырһын ине берәйһе. Солтан тәхете, әлбиттә, беҙҙең кеүек ҡараһөйәктәргә тәтемәҫ, тик, шулай ҙа, етеш, уңайлы тормош шарттары вәғәҙәләгән тәҡдимдән кем баш тартыр? Был фани донъяла һәр әҙәм балаһы Ҡояш аҫтында йылынырлыҡ урын эҙләй. Беҙ ҙә үҙ төйәгебеҙҙәге ҡояштан ала алмаған йылылыҡты алыҫ Себер тарафтарында билдән көрт йырып, һалҡынға, ауырлыҡҡа бирешмәйенсә нефть скважиналарынан эҙләргә мәжбүрбеҙ. Юҡ, беҙ күктән төшкәнде көтөп, кемдеңдер бөрккән йылылығына өмөт итеп ултыра торғандарҙан түгел. Уҡыу йорттарында алған белемебеҙ, ит-май, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ кеүек туҡлыҡлы ризыҡтарҙы ейеп йыйған көс-ҡеүәтебеҙ, илһөйәр рухыбыҙ, республикабыҙ күгендә бөтә халҡыбыҙҙың тәнен генә түгел, йәнен дә йылытырлыҡ яңы Ҡояш яһап элеп ҡуйырлыҡ дәртебеҙ етерлек. Уй-теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырырлыҡ мөмкинлектәр, шарттар булғанда, ғорур ҡаялар, саҡма тояҡ аттар, ҡурай илен һаҙлыҡлы, серәкәйле, тарбағай мөгөҙлө кәрлә боландар иленә һис тә алыштырмаҫ инек.
Беҙ, ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороуҙар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформалар заманында донъяға килеп, буй еткергән йәштәр, тыуған төйәгебеҙгә ашаған икмәгебеҙ әжерен ҡайтарырлыҡ та файҙабыҙ теймәүенә үкенес белдерәбеҙ. Иң көслө, энергиябыҙ ташып торған эшлекле саҡтарыбыҙҙы осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡалын урмандар, тулы һыулы йылғалар, зәңгәр күлдәр иле – Юграға (Ханты-Манси автономиялы округы) хеҙмәт итеүгә бағышлағанбыҙ. Күптәребеҙ инде ғаилә ҡороп, тормош арбаһына төптән егелгән, бер-беребеҙ менән уҙыша-ярыша донъя көтәбеҙ.
Атай-әсәйҙәребеҙҙең ҡулъяулыҡҡа төргән һуңғы тиндәрен тотоноп, үҙебеҙҙең тырышлыҡ арҡаһында төрлө уҡыу йорттарын уңышлы тамамланыҡ. Ҡайһы ғына ойошманың ишеген шаҡыһаҡ та, эшкә урынлашам, тормошомдо яйға һалам тигән яҡты өмөттәребеҙ селпәрәмә килде: йә вакансия буш түгел, йә кәм тигәндә лә өс йыл стаж талап ителә, йә... арыу ғына сумманы “төртөргә” кәрәк. Хеҙмәт биржаларында икенсе һөнәр үҙләштерергә, минималь эш хаҡы түләнгән урам һепереүсе, йыйыштырыусы, һауыт-һаба йыуыусы һәм башҡа ҡара эштәргә барырға, хатта үҙ эшеңде асырға (кисәге студентҡа!) тәҡдим иттеләр. Супермаркеттарҙағы һатыусы, менеджер, һаҡсы кеүек һөнәрҙәрҙең дә тәмен татып ҡарағандар булды, эшләгәндәрен дә ала алмай ыҙаландылар.
“Баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә!” – тигән уй ана шундай ваҡыттарҙа килә лә инде. Күптәребеҙҙең “баш һуҡҡаны” – ҡарлы-буранлы Себер тайгаһы, “ҡара алтын”ға бай төпһөҙ һаҙлыҡтар. Ризабыҙ, тик эшебеҙ, үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ, аяҡҡа баҫырлыҡ эш хаҡы ғына булһын, ҡалғаны үҙебеҙҙән тора. Себер нефть сығарыусы һәм ҡыуыусы ойошмаларының тимер ҡапҡалары Уралдан килгән башҡорт балалары өсөн, әлбиттә, шар асып ҡуйылмағайны. Шулай ҙа өмөтләндерҙеләр, резюмеғыҙҙы ҡалдырығыҙ, урын булғас та шылтыратырбыҙ, тинеләр. Теркәү урынын (прописка) табып, булған дипломыбыҙ, уларға ҡушылып практика үткәндән һуң бирелгән төрлө “корочка”ларҙан тыш, тағы ла бер нисә һөнәр “үҙләштереүебеҙ” тураһында “ҡатырға”ларҙы юллап, эшкә ең һыҙғанып тотонорға йыйындыҡ. Артҡа табан юл юҡлығын яҡшы аңлап, ниндәй эшкә лә сат йәбештек. Хеҙмәт хаҡы бында сағыштырмаса юғарыраҡ (ә магазиндарҙа хаҡтар Башҡортостандағы менән бер сама), торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, хеҙмәтләндереү тармағында эшләһәң дә, бик тырышҡанда, үҙ йүнеңде үҙең күреп була. “Сорғотнефтегаз” тигән мәшһүр ойошманың бейек тупһаһы аша атлау бәхете бөтә кешегә лә тәтемәй. Бында эләккәндәрҙең дә күбеһе бер туҡтауһыҙ уҙғарылған имтихандарға, һынауҙарға абынып һөрлөгә, уҡыу йортонда алған белемен практикала ҡуллана алмай, юғары талаптарға түҙә алмайынса эштән китергә мәжбүр була. Белемле, булдыҡлы, яңыса уйлай, эшләй белгән сабыр хеҙмәткәрҙәр ҙә карьера баҫҡысынан бер үрмәләй, бер кире тәгәрәй. Себергә үҙе теләп киткән
“Буранбайҙар”ға кеҫәләрендә ҡыштырлаған төрлө төҫтәге ҡәҙерле ҡағыҙҙар һис кенә лә еңел бирелмәй.
Ауырлыҡтарға бик бирешмәй беҙҙең халыҡ. Артынан этеп, ҡулынан тартып әйҙәп барған “йөнтәҫ ҡуллы” ағайҙары булмағандар ҙа генераль директор, база, цех начальнигы, инженер-технолог, ҡала, район, округ депутаты вазифаларын уңышлы башҡара. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сауҙа өлкәләрендә йәнен аямай хеҙмәт өлгөләрен күрһәткән яҡташтарыбыҙ тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Ватандаштарыбыҙ араһында эшҡыуарҙар ҙа етерлек: кемдер икмәк, тәмлекәстәр бешерә, кемдер автомәктәптәр, сауҙа нөктәләрен аса, кемдер шәхси төҙөлөш алып бара, кемдер, мәңгелек ҡыш илендә алтмыш градуслы һыуыҡҡа ҡарамайынса, теплицаларҙа йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, фермаларҙа һыйыр аҫрай.
Ғөмүмән, Ханты-Манси автономиялы округын күптәр икенсе Башҡортостан тип йөрөтә. 40 меңдән ашыу яҡташты үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған (был һанға вахта ысулы менән эшләүселәр инмәй), уларға йәшәү көсө биргән изгелекле төйәк ул. Йыйнаҡ ҡалаларыбыҙҙа төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу йәшәй. Лянтор ҡалаһындағы үҙәк урамдар Салауат Юлаев һәм ошо ҡасаба янында нефть скважиналарынан беренсе нефтте урғылтҡан яҡташыбыҙ Б. Назарғәлиев исемдәрен йөрөтә. Ҡалаларыбыҙ майҙандарында уҙғарылған байрам сараларында башҡорт һәм татар йырҙары күңелдәрҙе елкендерә. Башҡортостан артистары ла беҙҙең яҡтарҙы үҙ итә. Улар ҡуйған концерт-тамашаларға теләп йөрөйбөҙ. Дини йолаларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы үткәрергә күркәм мәсеттәребеҙгә йыйылабыҙ.
Иң мөһиме – эшебеҙ бар, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы (кемгә нисектер, ҡайһы бер әҙәм балаһына булған һайын етмәй) алып һөйөнәбеҙ. Ғаиләләребеҙҙе тәьмин итерлек, балаларыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртырлыҡ мөмкинлегебеҙ булғанға шөкөр итәбеҙ. Бер ҡат кейемдә, ике ҡулын һелтәп был яҡтарға килгән күптәребеҙҙең фатиры (хатта бер нисәү), һәйбәт машинаһы (уныһын инде йыл аша алмаштыралар), өйө тулы затлы йорт-йыһазы, бөтә кәрәк-ярағы бар. Әлбиттә, былар барыһы ла ипотекаға, кредитҡа алынған. Донъялар имен тороп, Хоҙайыбыҙ эштән, һаулыҡтан айырмаһа, барыһын да йырып сыға алырбыҙ. Бында ла ҡыҫҡартыуҙар, ҡулайлаштырыуҙар көндән-көн нығыраҡ ҡолас йәйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы властарҙың, предприятие етәкселәренең социаль өлкәгә ҡарашы маҡтауға лайыҡ.
Фатир алғанда балалы ғаиләләргә бирелгән субсидиялар, льготалар, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе төрлө яҡлап хәстәрләү, эш хаҡтары, пособие, пенсияларға өҫтәлгән төбәк түләүҙәре, эш хаҡына өҫтәмә арыу ғына премиялар, бушлай медицина ярҙамы, уларҙың балаларының ялын, отпускыһын ойоштороу, мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереү кеүек матур күренештәр халыҡтың күңелен күтәрә, иртәгәһе көнгә ышаныс уята. Юграның власть органдары ла асығыраҡ: урындағы телевидение хәбәрселәре эшлекһеҙ түрәләрҙе тәнҡит утында тотҡан тапшырыуҙарҙы эфирға сығара, муниципаль район депутаттарының эше, ҡаҙна аҡсаһының әйләнеше тураһында чиновниктар отчет тота, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу, теге йәки был ташламаларҙы юллатыу маҡсатында көнүҙәк темаларға тура эфирҙа һөйләшеүҙәр уҙғарыла.
Ҡалаларыбыҙҙа әүҙем эшләгән башҡорт ҡоролтайҙарына элегерәк милләттәштәребеҙҙе күрергә, күңелдәребеҙҙәге әсе һағышты баҫырға йөрөһәк, хәҙер барыбыҙҙы ла “донъя баҫты”. Ваҡытында мәктәптәребеҙҙә балаларыбыҙға башҡорт телен өҫтәмә дәрес итеп уҡытып маташтыҡ. Урыҫ мөхитендә тәрбиәләнгән балаларыбыҙ был изге эшкә әҙер булмай сыҡты. Өйҙә бер ауыҙ башҡортса һөйләшмәгән ата-әсәләрҙең сабыйҙары был сит телде ҡайҙан белһен? Башҡортса һөйләшкәндәрҙең дә балалары яуапты русса бирә. Йәйге каникулдарын Башҡортостанда уҙғарғандары: “Унда өләсәйҙән, олатайҙан башҡа бер кеше лә башҡортса һөйләшмәй”, – тип аптырата. Хатта уларҙы ла “руссаға өйрәтеп” ҡайтыусылары күп. Күрше фатирҙарҙа йәшәгән тажик, әрмән, дағстан, азербайжандарҙың балалары үҙ телдәрен “һыу кеүек эсә”. Беҙҙекеләр был тере һыуҙың мөһимлеген аңламай, уны белеү бында кәрәк тип тә һанамай, сөнки күптәребеҙҙең ғаиләләрендә быуындар бәйләнеше өҙөлгән, тәрбиә башы булған өләсәй-әсәйҙәребеҙ, әле бөттө онобоҙ, әле бөттө тоҙобоҙ тип, донъя хәстәрендә беҙҙең күңелдәребеҙҙә ныҡлы уйылырға тейеш булған рухи байлыҡҡа ваҡытында иғтибарын кәметкән. Урыҫ телле мәктәптәрҙә белем, тәрбиә алғас, сабыйҙарыбыҙҙы ла үҙебеҙ белгәнсә тәрбиәләйбеҙ: бишек йырын урыҫса йырлайбыҙ, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыйбыҙ, заманса “бейеү”ҙәрҙе бергәләп бейейбеҙ. Башҡортостанда йәшәгәндә үҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы аҙ булһа ла белә, үҙ телебеҙҙә нисек тә һөйләшергә тырыша торғайныҡ. Сит ерҙәрҙә ассимиляцияға бирелеп, сит милләттәр менталитетының ҡайһы бер кире сифаттарын да үҙләштереп барабыҙ, ахырыһы. Йәл, ләкин быны таныу кәрәк. Башҡорттоң ҡунаҡсыллығы, ихласлығы, бер-береһенә туғандарса ярҙамсыллығы Себерҙә оҙаҡ йәшәп “бөйөрөн май бөргәндәр” араһында тарих төпкөлөндә ҡалып бара, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ.
Ситтән килеп, тормошобоҙҙо бынамын тигән итеп ҡороп ебәрһәк тә, ерле халыҡ – ханттарға аҡ көнләшеү менән баҡҡан саҡтарыбыҙ була. “Их, ниңә мин хант түгелмен икән?” – тип уфтанып та ҡуябыҙ. Улар ҙа – беҙҙең кеүек, “тәбиғәт балалары”, аҫаба ерҙәрендә ата-бабаларының милли кәсептәрен дауам итеп, йолаларын йолалап көн күрә. Төҫ-башҡа ла беҙгә тартымдар, айырма шунда: уларҙың күбеһе һары сәсле, йәшел күҙле. Уғыр-фин телле, йыйнаҡ кәүҙәле был тыныс халыҡ көндәлек тормошта ла үҙ ҡулдары менән теккән милли кейемдә йөрөүҙе хуп күрә. “Уларҙан көнләшерлек нәмә бар һуң?” – тип аптырайһығыҙҙыр. Бар шул. Илде туйҙырған нефть скважиналары уларҙың аҫаба биләмәләрендә урынлашҡан. Нефть сығарыусы һәм ҡыуыусы предприятиелар бының өсөн ер хужаларына төргәк-төргәк аҡсаһын, тайгала елдереү өсөн елле ҡаргиҙәрен былай ғына, бушҡа бирә, ҡаргиҙәрҙең багын һәр ваҡыт яғыулыҡ менән тәьмин итә. Аҫаба халыҡҡа фатир алыу, йорт төҙөү, эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн бөтә юлдар ҙа асыҡ, уларҙы бер һүҙһеҙ эшкә, уҡырға алалар. Себерҙең аҙ һанлы халыҡтары исемлегенә ингән был милләттең юҡҡа сыға барған телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн күп көс һалына. Башҡорттар ҙа бит аҫаба халыҡ, тик Башҡортостанда төп халыҡҡа ниндәйҙер өҫтөнлөктәр биреү тураһында яңылыш ҡына ауыҙыңды асһаң да, урыҫ әйтмешләй, яҡ-яғыңа ҡаранып, “сто раз нужно перекреститься”. Ниндәйҙер өҫтөнлөктәргә өмөт итеү өсөн башҡортҡа Рәсәйҙең аҙ һанлы халыҡтары исемлегенә теркәлеүҙе көтөү кәрәктер, күрәһең...
Ә ватандаштарыбыҙ боландар иленә ағыла ла ағыла. Көткән донъяларын, малдарын пыран-заран килтереп, ғаиләләре менән бәйләнеште өҙөп, берәҙәк, уңайлыҡтары булмаған тормош шарттарына күнеп, күпме ир-ат вахта ысулы менән Себер юлын тапай. Һалҡын тәбиғәт шарттарында алһыҙ-ялһыҙ эшләү күптәренең һаулығын ҡаҡшата. Эш ваҡытында йәрәхәтләнгән, вафат булған, юлда юғалған, фажиғәгә тарыған яҡташтарыбыҙ тураһында ишетеп, уфтаныуҙан башҡа нимә эшләй алабыҙ? Эшһеҙлек, бәләкәй хеҙмәт хаҡы кешене түбәнһетә, бөлгөнлөккә төшөрә, меҫкенгә әйләндерә. Бахыр хәлендә ҡалырға теләмәгән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар Себер киңлектәрендә үҙ төйәктәрендә тапмаған етеш тормошто, бәлки, уға эйәреп килер йән тыныслығын, бәхет эҙләп, яҙмыш һынауҙарын өнһөҙ үтергә батырсылыҡ иткәндер...
“Сит яҡтарҙа йөрөмәгеҙ, олоғайғас булһа ла, Башҡортостаныбыҙға ҡайтығыҙ, башҡорттарым!” – тип ихлас өндәшә беҙгә гәзит аша оло йәштәге милләттәшебеҙ. Рәхмәт, ағай, халҡыбыҙҙы тупларға, күбәйтергә теләгәнегеҙ, ситтә йәшәгән милләттәштәрегеҙҙең ҡартлығын ҡайғыртҡанығыҙ өсөн. Совет заманында бөйөк илебеҙҙең ҡайһы тарафында ла солтан булып йөрөгән ватандаштарыбыҙ, республикабыҙҙа ла, ябай хеҙмәткәр, эшсе-крәҫтиән булыуына ҡарамаҫтан, солтандарса күкрәк киреп, ышаныслы баҫып йөрөй, иртәгәһе атасаҡ таңына ҙур өмөттәр бағлай ине. Комсомол путевкалары менән ҙур төҙөлөштәргә эләккән, яҙмыш ташлауы, үҙ ирке менән сит төбәктәрҙә “аҡса һуҡҡан” рухлы, телле милләттәштәребеҙ үҙен үҫтергән, әсәйҙәрсә ҡайғыртҡан тыуған Башҡортостанына имгәкләп булһа ла ҡайтып, олтан булып йәшәргә лә риза булғандыр. Беҙҙең, башҡаса мөхиттә тәрбиәләнгән, әсе тормош һабағы алған йәштәрҙең, көс менән яйға һалған тормошобоҙҙо яңынан башларға, үҙ илебеҙҙә, мәҡәлдә әйтелгәнсә, олтан булып йөрөргә һис кенә лә теләгебеҙ юҡ. Олоғайып, пенсия йәшенә еткәс, телһеҙ, йөрәктәрендә башҡорт иле булмаған балаларыбыҙҙы, уларҙан, улар ише башҡорт һәм татарҙарҙан тыуған маңҡорт ейәндәребеҙҙе, мәрйә килендәребеҙҙе, урыҫ, хохол кейәүҙәребеҙҙе эйәртеп, ҡанбабалар иленә аяҡ баҫырбыҙ. Ҡартайған көндәрендә беҙ терәкһеҙ ҡалдырған атай-әсәйҙәребеҙ кеүек, беҙ ҙә, ҡәҙерле балаҡайҙарыбыҙ Башҡортостаныбыҙҙың саф һауаһын һулап, йылға-күлдәрендә ҡойоноп, шифалы үләндәрен, емеш-еләген йыйып, итен-ҡаҙылығын, балын, майын тейәп тыуған илдәренә кире китеп барғас, һағыш уттарында һарғайып, ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе яңғыҙлыҡта кисерербеҙ...
Юҡ, беҙҙең ситтә ғүмер итеүебеҙҙә кемделер ғәйепләргә, кемгәлер үпкә һүҙҙәрен белдерергә йыйынмайбыҙ. Барлыҡ бәләләребеҙҙе замандың ауырлығына, Яҙмыш тигән Ғәли йәнәптәренең аяуһыҙлығына япһарырға күнегеп бөткәнбеҙ. Йылдар үтер, илебеҙҙә тормош яйланыр. Тик... Рәсәйҙең, хатта ҡитғаның төрлө тарафтарына һибелгән йәш, көслө, аҡыллы, рухлы башҡорт балалары, уларҙың вариҫтары үҙҙәрен башҡорт итеп таныр, ҡан тартҡан Атайсалдарына башҡорт булып кире әйләнеп ҡайта алырмы? Милләтебеҙ аҙ һанлылар исемлегендә теркәлмәһен, ҡурайыбыҙ музей экспонатына әүерелмәһен тиһәгеҙ, йәштәрегеҙҙе ситкә типмәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ, ҡайғыртыусаныраҡ булығыҙ, ватандаштар!
Себерҙә йәшәгән башҡорт йәштәренең уй-кисерештәрен Ҡәҙриә ҒӘЙФУЛЛИНА
аҡ ҡағыҙға төшөрҙө.