Ил яҙмышы беҙҙең йөрәктә19.05.2017
Ялҡын Ялҡын, ялҡын – ҡоштай талпын,
Тик ташлама минең йөрәкте.
Ерҙә матур йәшәр өсөн,
Мин табалмам һиндәй терәкте.
Ялҡын, ялҡын – данла халҡың,
Һандуғаслы яҙың, бар илде.
Һин онотма ватан өсөн
Яу ҡырында ҡалған яугирҙе.
Ялҡын, ялҡын – ҡыл изгелек,
Шиңмәһендәр яҙын сәскәләр.
Буш йәндәргә бул нәфрәтле,
Улар илгә ҡайғы сәсәләр.
Ялҡын, ялҡын – еңеп яуҙа,
Бөгөнгө көн мине ташлама.
Ҡәҙерен белеп йәшәгәнгә
Данлы йәшәү әле башлана. Турғай Турғай, турғай, һин осаһың,
Иҫкән елдә елпеп ҡанатың.
Һинең кеүек осалманым,
Ҡараһам да елгә мин ятып.
Турғай, турғай, Аллаһ биргән
Киң ғаләмде гиҙер сараһын.
Ниндәй телдә һайранығыҙ,
Ҡабындырып йөрәк яраһын?
Турғай, турғай, мин көнләшәм,
Булһаң да һин көнһөҙ көндәшлек,
Ҡанатым юҡ, осалмайым шул,
Ҡайҙа үтте икән был йәшлек?..
Турғай, турғай, киң ғаләмдә
Ниндәй хыял, ниндәй яҙмыш
бар?!
Йәшәр өсөн йәм ҡалмаҫтыр,
Осмаһағыҙ күктә һеҙ, дуҫтар. Шунда ғына бәхет табыла Йәшәр өсөн имәндәр ҙә
Елгә ҡаршы елдә ҡағыла.
Йәш сағында янып-көйһәң,
Ысын күңелдән эшең һөйһәң,
Шунда ғына бәхет табыла.
Тормош юлын үтер өсөн
Ҡулың-ҡулға бәйләп ғүмергә:
Мең сәскәнән бер сәскәне,
Һиңә булған миләүшәне,
Кәрәк дуҫты таба белергә.
Һәр ваҡытта йәшендән һуң
Тыуа ерҙең матур иртәһе,
Арымай-талмай эҙләүсегә,
Ер ҡатлауын өҙөп сыға,
Йәшләүектең бәхет шишмәһе. Ил яҙмышы беҙҙең йөрәктә
Күреп туймам гүзәллегең,
Күңел күҙең минән туймаһа.
Яңғыҙ башың ни эшләрһең,
Тыуған ерең ғәзиз булмаһа.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Бар булмышым,
тиле йәш сағым…
Яңғыҙ башым ниҙәр күрмәҫ,
Ил асмаһа наҙлы ҡосағын.
Кем булһам да, ни ҡылһам да,
Мин юҡ һымаҡ илгә ҡарата:
Мин туҙанмын ел туҙғытҡан,
Кемгә үгәй, кемдер ярата.
Яратыуҙар булһа ине,
Янһа ине һәр бер йөрәктә.
Йөрәктәрҙе яндырырҙай,
Ил яҙмышы беҙҙең йөрәктә. Тау араһы Тауҙар менән тауҙар араһы,
Өҙөлөп янған йөрәк дауаһы.
Кемде генә әсир итмәҫ
Күҙкәйҙәрҙең үтә ҡараһы.
Тауҙар менән тау араһы,
Яҙмыш менән яҙмыш араһы.
Аҡҡоштарға саф һыу хөрмәт,
Ҡул һуҙмаһа әҙәм балаһы.
Тауҙар менән тау араһы,
Өмөт менән хыял араһы.
Кем һөйкәлмәҫ һөйгәненә
Янған саҡта йөрәк яраһы.
Тауҙар менән тау араһы,
Көндәр менән төндәр араһы.
Кемдең күңеле алһыу таңда,
Бараһы ла әле, бараһы.Өфө уттары Һәр ваҡыт күктә көнөн-төнөн дә
Яналар уттар ҡала өҫтөндә.
Тормошомда маяҡ булып,
Киң Уралды, әй, балҡытып
Яналар уттар,
Ҙур күркәм йорттағы заводтағы
Өфө уттары.
Ул уттар менән беҙ тыуҙыҡ бергә,
Йәшәйбеҙ бергә йәмле ғүмерҙә,
Ауырлыҡты бергә кисеп,
Тыуған илде йәмле итеп
Эшләйбеҙ бергә –
Ҡайғы күрмәҫкә,
Мәңге һүнмәҫкә.
Балҡып Уралға саҡыра улын,
Яҡын дуҫтарға ул һуҙа ҡулын.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып,
Киткән саҡта оҙата барып,
Яҡтырта юлын –
Өфөм уттары,
Хеҙмәт уттары.
Күңелең киң булып… Күңелең киң булып,
Теләгең изге булһа,
Үҙ тыуған ереңә,
Дуҫ-ишкә ҡарата,
Кешенең ҡулында
Гөлдәр генә түгел,
Таштар сәскә ата.
Күңелең киң булып,
Теләгең изге булһа,
Кешенең йөҙөнә
Ҡояш нуры ята.
Үҙ тыуған еренә
Кеше генә түгел,
Аҡҡоштар ҙа ҡайта.
Күңелең киң булып,
Теләгең изге булһа,
Бер киҫәк икмәкте
Бишкә бүлеп була.
Кешенең зарына,
Изге теләк менән,
Кеше күңеле тула.