Һөйәм тип әйтһәң, ни була ине, Абдулла?!19.05.2017
Драматург Флорид Бүләковтың маһирлығын кем инҡар итә алыр? Бөтәбеҙ ҙә күреп өйрәнгән хәл-ваҡиғаларҙан ул ана ниндәй тормошсан әҫәрҙәр ижад итте, таныштарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың – милли характерҙы ҙур сәхнәләргә алып сыҡты. Эш шунда, һоҡланғыс әҫәрҙе лә зауыҡһыҙ постановка менән юҡҡа сығарырға була. Эйе, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” трагикомедияһы кеше ғүмеренең ошо Ер йөҙөндәге йәшәү теоремаһы төҫлө – бөтәһе лә үҙ урынында, бөтәһе лә шулай булырға тейеш, бөтәһе лә таныш, бөтәһе лә тетрәндергес... Әммә хис-тойғоларҙың, уларҙың сағылышы, кисерештәрҙең тап шул рәүешле йәшәргә тейешлеге, камил хаоста көн итеүе шарт. “Әйткән һүҙ – атҡан уҡ”, ти бит халыҡ мәҡәле. Ирҙә лә, ҡатында ла барыһы ла йүгәндә торорға тейеш, улай булмаһа, эштәр харап! Әйтмәгәнһең икән, әле килеп ниңә ул тойғоларыңды белдерергә булдың һуң, Абдулла?
Тамашаның аҙағында тап ошолай тип ҡысҡырғым килде минең төп геройға. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов шул тиклем тәрән нескәлек менән башҡарҙы, әйтерһең, ошо роль тап уның өсөн генә яҙылған да ул йөҙөп йөрөп үҙенең әйтергә теләгәнен еткерә. Ирҙәрҙең, хатта әйтер инем башҡорт ирҙәренең, асылы сағыла был образда. Бер ҡараһаң, ҡырыҫ, икенсегә баҡһаң, нескә күңелле был заттар ысын тойғолар йөрөтә белеүе, ихласлығы, ҡырыҫлығы менән дә арбамаймы икән беҙҙе? Әммә бер йылы һүҙгә зар-интизар булған ҡатын-ҡыҙ асылы, яҡтыға ынтылған гөлдәй, бер көн килеп һулымаҫмы, әллә, киреһенсә, нур булып күккә үрелмәҫме? Хәйер, был – беҙҙең тормошобоҙ, йәшәү рәүешебеҙ. Әйтер һүҙҙәр һуңлай, уйланған ғәмәлдәр тотҡарлана, ашыҡһаҡ та, барып етә алмайбыҙ, яйлаһаҡ та, өлгөрәбеҙ. Сөнки барыһы ла Күк кәнсәләрендә хәл ителә. Фатиманың яҙмышы ла шулай. Абдулланыҡы ла. Беҙ бабай өсөн яндыҡ, көйҙөк, баҡтиһәң, ҡарт менән ҡарсыҡтың асылы бер бөтөн икән дә! Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова асҡан образ шул тиклем үҙ, яҡын, беҙ ауылдарҙа күреп үҫкән өләсәйҙәребеҙ, күрше инәйҙәр сағылышы. Ирекһеҙҙән, әллә уларҙы һағынып, әллә таныш образдарҙың яҙмышын уйлап, күҙ йәштәре йәнде таҙартыр көсө менән биттән юллай.
Бында хатта әйтеүе лә ҡыйын кем кемде һағыныуын: Олег Хановтың, Рәмзиә Хисамованың сәхнәләге уйынын, образдарын күреп үҫкән быуындан мин. Шуға ошо уҡ мәлдә уларҙы, тәрән кисерешле геройҙарын һағыныуымды ла төшөнәм. Башҡорт сәхнәһенең көсө лә – тап ана шундай артистарҙа! Башҡорт театр сәнғәтенең бәҫе лә – тап ана шундай образдарҙа!
Йәш артистар Юлиә Ғәләүетдинова менән Азат Вәлитов та ҡарт менән ҡарсыҡтың йәшлеген бик оҫта сәхнәләштерҙе. Себеште башҡарған З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенткаһы Анастасия Буркова һәм билдәле артист Артур Ҡунаҡбаев уйнаған кәзә тәкәһе образдары Фәрештә менән Шайтан булып та күҙ алдына баҫа. Шул уҡ ваҡытта бәндәләрҙең яҡшы һәм яман ҡылыҡтарын яҙып барған ике фәрештәне лә хәтерләтә. Изге китаптарҙа әйтелгәнсә, беҙ көнөбөҙ матурлығына бер ҡыуанһаҡ, донъяның фанилығы тураһында ла иҫебеҙҙән сығарырға тейеш түгелбеҙ. Бына нимәләр хаҡында уйландым мин был премьераны ҡарағандан һуң.
Спектаклдән сығыу менән үк ашығып Олег ағайға, Рәмзиә апайға шылтыратам. Эскә һыймаған кисерештәр хаҡында уртаҡлашҡы килә. Бар ғүмерҙәрен милли сәнғәтте үҫтереүгә, күңелдәрҙе сафландырыуға бағышлаған артистарға ҡарата йылы һүҙҙәрҙе әйтеп тә бөтөрөрлөк түгел. Фиҙакәрлек, тоғролоҡ кешеләрҙе һөнәренең оҫтаһы итә, күрәһең.
Ҡулда программа булмағас, режиссеры кем икәнен дә белмәй ҡайтып киткәнмен. Илсур Ҡаҙаҡбаев беҙҙе сираттағы уңышы менән ҡыуандырған икән. Режиссер эше тәжрибә, ваҡыт талап итә, тиҙәр. Күрәһең, Илсур әкиәттәге йыл үҫәһен ай үҫкән, ай үҫәһен көн үҫкән батыр кеүек ижад итә!