– Башҡарған эштәрең, уйлаған уйҙарың ҡартайғас туранан-тура йөҙөңдә, сәләмәтлегеңдә сағыла икән, тигән һығымта яһарға мәжбүр итте тормош тәжрибәм. Шуға күрә зарланып йәшәүгә ҡарағанда, донъяны йәмлерәк итергә ынтылыу, ҡарашыңды матурлыҡҡа йүнәлтеү хәйерлерәк, – ти 1-се республика психиатрия дауаханаһының шәфҡәт туташы Рәзидә Баһауетдинова.
Үҙе лә ошо һүҙҙәрен раҫлап йәшәй. Тормош ҡәҙерен белгәнгә күрә эштәре уң уның. Мәҫәлән, кемебеҙ Рәзидә Хәниф ҡыҙы кеүек ҡырҡ йәшендә медицина колледжында белем алырға дәрт итер ине икән?! Еңел булмаған эшендә алсаҡ ҡатынды коллегалары ла, пациенттар ҙа хөрмәт итә. “Күңеле йомшаҡтың ҡулы ла йомшаҡ”, – тип маҡтап бөтә алмайҙар, ул наҙлап үҫтергән матур гөлдәргә ҡарап ҡыуаналар.
Өйөндә иһә уңған ханым ожмах баҡсаһы үҫтергән, тиерһең! Уның тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә лимон, нар емеше уңа; орхидея, йәсмин, гортензия кеүек наҙлы гөлдәр күҙҙең яуын ала. Түбәгә етә яҙған финик үҙеңде йылы яҡта икән тип хис иттерһә, хуш еҫле кофе күңелде иркәләй. Тиҙҙән ананас емеш бирергә тейеш, ти хужабикә.
Йылытылған балконының бер өлөшөн Рәзидә Хәниф ҡыҙы “Сәләмәтлек мөйөшө” тип атаған. Унда йәнгә һәм тәнгә шифа биреүсе үҫемлектәр тупланған.
– Бынау ете быуындың япрағы менән һабағын бер нисә көнгә спиртҡа һалһаң, быуындар һыҙлауын бөтөрә торған ифрат яҡшы төнәтмә килеп сыға. Уның һуты тән һәм бит тиреһе өсөн дә шифалы. Монстера гөлө нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә: күңел ҡуҙғып йә болоҡһоп торған саҡта киң япраҡтары аҫтында бер сәғәттәй ултырып алһаң, барлыҡ кире уйҙар юҡҡа сыға, кәйеф күтәрелә. Һинд һуғаны, юл япрағы һымаҡ, яраны тиҙ бөтәштерә, микробтарҙы юҡ итә. Хәҙер алоэнан төрлө крем эшләп һаталар, ә уны үҙең үҫтереп, һутын биткә һөртһәң, күпкә файҙалыраҡ. Каланхоэ гөлө матур сәскәләре менән генә ҡыуандырып ҡалмай, өй эсендәге һауаны таҙарта, кондиционер урынына уны үҫтерергә кәңәш итәләр. Мирт тигән ағасымдың бер нисә япрағын итле ашҡа һалып бешерәм, магазин тәмләткестәре ары торһон, – тип һәр үҫемлек тураһында мауығып һөйләй Рәзидә ханым.
Шау сәскәле өй эсенә үҙенсәлекле төҫ ҡундырып, аквариумда Тити менән Коко ҡушаматлы гөбөргәйелдәр йөҙә, уларҙы ялбыр һоро йөнлө ҙур бесәй – Тимофей күҙәтә. Һиллек, матурлыҡ, йылылыҡ хакимлыҡ иткән йортҡа Рәзидә Хәниф ҡыҙының һөйөклө ире һәм ике ғәзиз балаһы ашҡынып ҡайта.
– Өфөлә транспорт күбәйгәнлектән, урамда тауыш көсәйҙе, һауа бысранды. Эштә лә ярайһы ғына арыта. Ошондай тормош ығы-зығыһынан арына торған берҙән-бер урын – ул өй. Шуға күрә бында һәр кем рәхәтләнеп ял итерлек, яңы көс-дәрт йыйырлыҡ булырға тейеш, – ти ҡатын-ҡыҙҙың төп бурысын – ғаилә усағы йылыһын һаҡлау ғәмәлен күңел һалып үтәүсе Рәзидә ханым.
Нурзиә ХӘСӘНОВА
Өфө ҡалаһы.