Илдус Илишевты ҠОТЛАЙБЫҘ!17.05.2017
Илдус Илишевты ҠОТЛАЙБЫҘ!Яҡын Көнсығыштағы Катар илендә Рәсәй дипломаты булып эшләгән Илдус Ғөбәйҙулла улы Илишев үҙенең күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләй.
Ул Күгәрсен районының Санъяп ауылында тыуып, бала сағы Өфө ҡалаһында үтә. 91-се мәк­тәпте тамамлағас, Мәскәүҙә Ленин исемендәге педагогия институтында уҡый. Башҡорт дәүләт университетында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Төрөк, герман, славян телдәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, өлкән ғилми хеҙмәткәрҙән етәксе дәрәжәһенә күтәрелә.
1998 – 1999 йылдарҙа Американың Бөтә донъя институты иғлан иткән конкурста еңеп сығып, шунда эшкә саҡырыла. 2000 йылда иһә Санкт-Петербургта докторлыҡ диссер­тацияһын яҡлай һәм сәйәсәт фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен ала.
2005 – 2010 йылдарҙа республи­кабыҙҙа милли сәйәсәт һәм мәҙәниәт министры, Премьер-министр урын­ба­ҫары вазифаларында эшләй. Бына хәҙер ете йыл инде Яҡын Көнсығышта Рәсәй дипломаты.
Илдус Ғөбәйҙулла улы ҡайҙа ғына булһа ла, һәр эшкә күңел һалып, оло яуаплылыҡ, ҙур тырышлыҡ менән башҡарҙы. Әлеге вазифа­һында ла иң бай ғәрәп илдәренең береһе менән Рәсәй араһында дуҫлыҡ күпере һалыуҙа уның хеҙмәте ҙур. Уны башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре – Зәки Вәлиди, Кәрим Хәкимовтың ерҙәше тип хөрмәт итәләр. Ә инде күп телдәрҙе белеүе уға ҡарата ихтирам уята.
Илдус! Ғүмер байрамың менән ихлас күңелдән ҡотлап, яуаплы эшеңдә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, әлегесә көслө рухлы булып, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән әсәйең, Гүзәл һылыуың, барлыҡ туғандарың – Илишевтар, Ғәлиндәр, Дәминевтәр, Игелековтар ғаиләләре.


Вернуться назад