Йыраҡ сәфәр кискән саҡтарымда...17.05.2017
Йыраҡ сәфәр кискән саҡтарымда...
Тыуған яҡ

Нимә барҙыр инде ҡәҙерлерәк
Тыуған илдән, тыуған ауылдан!
Әле булһа, гүйә, бала сағым
Атлағандай минең янымдан.

Тыуған яғым, көсөм, маяғым һин,
Йәркәй исеме йөрәк түрендә.
Минең бишек һинең күкрәгеңдә
Тибрәләлер төҫлө бөгөн дә.

Тыуҙым изге тупрағыңда һинең,
Тамырҙарым киткән тәрәнгә.
Аяҡтарым менән сығып баҫтым
Йорт алдында үҫкән сирәмгә.

Тәүҙә ауылымдың наҙлы еле
Тарап үткән минең сәсемде;
Кесерткәне ҡулды сағып алғас,
Ағыҙғандыр минең йәшемде.

Беренсе ҡат һинең яҡты күгең
Емелдәгән минең күҙемә.
Шырпы кереп, кескәй табанымдан
Тәүге ҡаным тамған үҙеңә!

Үҫкән саҡта булған йыртыҡтарҙы
Сабыр ебе менән яманым.
Беренсе һәм тәрән мөхәббәтте
Ғүмерлеккә һиндә татыным!

Әкиәттәрең, һинең моңоң менән
Ҡанатланды сабый саҡтарым!
Беренсегә ҡулға китап тотоп,
Хәрефтәрҙе таный башланым!

Ә һуңынан ҡыҙыл галстук тағыу
Нурҙар сәсте, балҡып, йөҙөмә.
Йылдар үтте... Мәктәп төшөндөрҙө
Китаптарҙың серле теленә!

Эҫелектә елдәй бөтөрөлөп,
Иҫкән һымаҡ булдың йәнемдә.
Әйтерһең дә, остом бейек күктә,
Окоптарҙа ятҡан сағымда.

Төшкә керә ине тыуған йортом,
Ҡышҡы таңдай аҡ шәл ябынып.
Ысынында таныҡлыҡта ғына
Йәркәй исеме ҡалған яҙылып.

Һөйәм һине, бөтөн барлығыңды —
Бәхетемдең алтын тотҡаһы.
Һин, Йәркәйем, илем картаһында
Бер кескенә, бәләкәй нөктәһең.

Тибрәләлер ағас башы йәнә
Тыныс ҡына елдәр иҫкәндә.
Иҫкә төшә үҫмер, йәшлек сағым
Йәркәй ҡайындарын күргәндә.

Маяҡ булып, юл күрһәттең миңә
Тормош ышанысы булғанға.
Йыраҡ сәфәр кискән саҡтарымда,
Ҡайтырһың, тип теләп ҡалғанға.

Тыуған яғым, һиңә бағышланым
Йөрәгемдең барлыҡ йылыһын.
Ышан, тап төшөрмәм һинең йөҙгә,
Таҙа булыр минең намыҫым.

Әсәй

Беҙҙә яҙҙың ҡар һыуҙары ташып,
Болондарҙың битен йыуғандыр.
Һағыныуҙан, юҡһыныуҙан, бәлки,
Йөрәккәйең әрнеп ҡуйғандыр.

Әсәй! Мин дә бик һағындым һине,
Шуға, ахыры, тибрәй ҡәләмем.
Шифа булып ятһын күңелеңә
Йыраҡтарҙан килгән сәләмем.

Хеҙмәт бара, артыҡ моңһоуланма –
Моңһоулана фәҡәт ай ғына.
Барыһы ла яҡшы, дуҫтар янда,
Урын бирмә, әсәй, ҡайғыға.

Бик һағынһаң, сығып баҡсалағы
Тыңла һандуғастың һайрауын.
Минең сәсем итеп таңдарыңда
Алмағастың һыйпа япрағын.

Күп тә үтмәҫ, бына мин ҡайтырмын,
Ҡайнар хистәр менән ҡосорға.
Хеҙмәт көнө тулғас, мин осормон,
Һин сығырһың ҡапҡа асырға.

Яҙғы елдәр иҫеүенә сығып,
Сәстәремде елдән таратам,
Ерҙән күтәрелгән татлы парҙы
Әсәм һулышылай яратам.

Вәғәҙә

Бул вәғәҙәле, һүҙеңдә тор,
Бушҡа вәғәҙә бирмә кешегә.
Күңел бит ул — аҡ күбәләк,
Яңылыҡты күрергә ашыға.

Сикһеҙ күңел сикһеҙ осошта —
Күбәләктәй ҡуна гөлдәргә.
Ҡунһа ла ул төрлө гөлдәргә,
Ҡунмай ул һис тиң түгелдәргә.

Ә һин түҙ, ашыҡма! Сабыр бул,
Ғорур атла тормош юлыңда.
Һүҙеңдә тор, вәғәҙәңдә тор,
Йөрәк менән һөй һин илеңде!

Марат МАЛИКОВ.
Өфө ҡалаһы.



Вернуться назад