Ҡымыҙ һәм уның менән дауалау17.05.2017
Советтар Союзының ҡымыҙ санаторийҙары үҙҙәренең аҙ ғына йәшәү ваҡыттары эсендә ҙур уңыштарға өлгәштеләр һәм туберкулезға ҡаршы көрәштә ҙур роль уйнай торған дауалау учреждение-ларына әйләнделәр.
Ҡымыҙҙың организмға тәьҫире ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланған саҡта бик күп файҙаһы тейә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәтәйек: беренсенән, ҡымыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙләштереүе яғынан ул башҡа бөтә һөт продукттары араһында иң беренсе урында тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡшы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, ашҡаҙандың эшен яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуы һәм был яҡтан апельсин, лимон кеүек емештәргә тиң булғанлығын билдәләргә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организмға көс керетеүҙә лә ҡымыҙҙың файҙаһы ҙур. Уның менән дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡшы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эшен яҡшыртыуы, ауырыу кешеләрҙең нервылар системаһын сыныҡтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Был моменттарҙың бөтәһе лә үпкә туберкулезын дауалағанда айырыуса ҙур әһәмиәт ҡаҙаналар. Үпкә туберкулезы организмды хәлһеҙләндерә, ашты һеңдереү органдарының эшен ҡаҡшата, аҙыҡтың үҙләштереү дәрәжәһен кәметә, аппетитты юғалта, организмдың витаминдарға талабын арттыра.
Санаторийҙарҙа ҡымыҙ менән дауаланыу, туберкулез менән ауырыған кешенең организмын нығытып, уның ауырыуға ҡаршы тороу көсөн арттыра. Үпкәләрҙә туберкулез процесы тыма башлай һәм шешеү күренештәре аҙая. Ауырыу кешеләрҙең эшкә булдыҡлылыҡтары арта, кәйефтәре күтәрелә.
Бына шуға күрә лә ҡымыҙ үпкә туберкулезын дауалауҙа бик ҡиммәтле средство булып тора. Ләкин уны врачтарҙың күрһәтмәһе буйынса билдәле бер күләмдә һәм дөрөҫ итеп эсергә кәрәк. Шунһыҙ ҡымыҙҙың ауырыу организмға зарар килтереүе лә мөмкин.
Ҡымыҙ менән специаль дауалау учреждениеһында, тейешле обстановкала һәм врачтың күҙәтеүе аҫтында дауаланырға кәрәк.
Башҡортостан хәҙерге ваҡытта ҡымыҙ менән дауалауҙың үҙәге булып тора. Башҡортостанда государственный “Шафран” курортынан башҡа, туберкулезды ҡымыҙ менән дауалай торған тағы бер нисә санаторий бар. Чехов һәм Аксаков исемендәге санаторийҙар – иң билдәлеләре.
Айырыуса матур урында урынлашҡан Чехов исемендәге санаторий дауаланыу һәм ял итеү өсөн бик уңайлы урын. Ул урман араһында тора, унда эсеү өсөн тәмле шишмә һыуҙары, ҡойоноу һәм кәмәлә йөрөү өсөн ҙур быуа бар. Бында ябыҡ формалағы туберкулездан, үпкәнең башҡа төрлө ауырыуҙарынан, ашҡаҙандың ҡайһы бер ауырыуҙарынан дауалайҙар.
Аксаков исемендәге санаторийҙа туберкулездың асыҡ (актив) формаһы менән ауырығандар дауаланалар. Бында ауырыуҙарға квалификациялы табиптар хеҙмәт күрһәтәләр. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тулы оборудование, рентген, физико-терапевтик кабинет, лаборатория, бик яҡшы сифатлы ҡымыҙ бар.
Санаторийҙың икеһендә лә ҙур ярҙамсы хужалыҡтар бар.
Уларҙы төҙөкләндереүгә һәм капиталь төҙөлөшкә йыл һайын күп сығым тотола. Башҡортостандың санаторийҙар управлениеһы һәм санаторийҙарҙың етәкселәре алдында хәҙер дауаланыусылар һәм ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм уҙған йылдағы етешһеҙлектәрҙе ҡабатламай йәйге сезонды башлап ебәреү бурысы тора.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1941 йыл, 23 май).
Баҫмаға Китап палатаһы әҙерләне.