Аҡһаҡал Руфтың рух ныҡлығы17.05.2017
Аҡһаҡал Руфтың рух ныҡлығыОшо көндәрҙә Татарстан халыҡтары дуҫлығы йортонда яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Руф Зиннуровҡа арналған тантаналы кисә үтте. Сараны Татарстан башҡорттары ҡоролтайының төбәк милли-мәҙәни автономияһы ағзалары ойошторҙо.
Руф Хәлил улы Башҡортостандың Салауат районындағы Лаҡлы ауылында тыуып үҫкән, әле Ҡазанда йәшәй. Яугир-фронтовик, музыкант, йырсы, бер нисә шиғырҙар һәм йырҙар йыйынтығы авторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе. 83 йәшкә тиклем Ҡазан проект институтына етәкселек итә.
Кисәлә ветеран үҙенең тормошо, яу юлдары, ижады хаҡында һөйләне. Рух ныҡлығын, йәштәргә хас көс-дәртен юғалтмаған аҡһаҡал осрашыуға килгәндәргә күңел йылыһын йәлләмәне, аҡыллы кәңәштәре, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.


Вернуться назад