Ҡөрьәнгә шиғри аңлатма17.05.2017
Ҡөрьәнгә шиғри аңлатма 19 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйы була. Мөхтәрәм ҡан-ҡәрҙәштәр, диндәштәр, рәхим итегеҙ мәрхәмәтлек кисәһенә!
Сарала театр артистары шиғри сүрәләрҙе уҡып ишеттерәсәк. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты менән берлектә ойошторолған байрамда ғына һатып алып буласаҡ “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын. Сәхнәләштереүсе режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.


Вернуться назад