Дөйөм эшкә һүлпән ҡарама!16.05.2017
Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә капиталь ремонт өсөн иғәнә түләүҙе талап итә ала. Әлбиттә, быға мөнәсәбәт төрлөсә. Берәүҙәр ошо алым ярҙамында үҙем торған өйҙө күркәмләндереүгә өлөш индерәм тип шатланһа, икенсе төркөм бер ҙә генә кеҫәһенән артыҡ аҡсаһын сығарғыһы килмәй.
Башҡортостан буйынса уртаса иғәнә күләме аныҡ билдәләнгән. Тотош илебеҙҙәге шикелле, был тәңгәлдә муниципаль берәмектәр араһында лидерҙар күп кенә, шул уҡ ваҡытта ҡойроҡта һөйрәлеүселәр ҙә юҡ түгел.
“Башҡортостан төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фонд ойошмаһы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан буйынса быйыл март айына иғәнә түләргә тейешлеләрҙең 90 проценты тирәһе бурысын ҡаплаған. Мәҫәлән, Тәтешле, Архангел һәм Ғафури райондары алдынғылыҡты бирмәй. Шулай уҡ Межгорье һәм Салауат ҡалалары ла уларҙан ҡалышмай. Күптәрҙең Өфөнөң был мәсьәләгә мөнәсәбәтен белгеһе киләлер. Баш ҡалабыҙ – 32-се баҫҡыста. Ә бына Балтас, Йылайыр, Иглин, Благовар, Күгәрсен райондарына билде биштән быуып, башҡаларҙы ҡыуып етеү сараһын күрергә кәрәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, бурыслылар менән аңлатыу эштәре алып барыуҙы ла онотмайҙар. Әйткәндәй, һүҙ ҙә юҡ, алға китеш бар – 5,8 миллион һум аҡса йыйылған да инде.
Иғәнәнең нисек йыйылыуына ҡарап капиталь ремонттың күләме билдәләнә икән, эш барышы ла уға туранан-тура бәйле. Шулай булғас, күп фатирлы йорттарҙы һайлаусыларға ваҡытында түләүҙе башҡарыу зарур.