Берүк иртәгәгә ҡалдырмағыҙ...16.05.2017
Ауырыуҙы, дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк, тиҙәр. Ошо алтынға тиң һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел.

Өфөлә Рәсәйҙә беренсе булып балалар инвалидлығын булдырмау өсөн абилитация хеҙмәте асыласаҡ, исеме – “Яратҡан бала”. Үҙәк эргәһендә “Үҙенсәлекле балалар” мәрхәмәтлек фонды эшләйәсәк.
Инвалидлыҡты булдырмау юлдары бармы? Белеүебеҙсә, сабыйға бер йәш тулмайынса, уға инвалид тигән мөһөр һуғылмай. Иң мөһиме, малай һәм ҡыҙҙың тәүге айҙарында сирҙе асыҡлау, унан инде дауалау күпкә еңеләйәсәк. Аҙаҡтан бик һуң булыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын әллә күпме сабый инвалидлыҡ ала.
Врач-неанатолог Фәйрүзә Латипова һөйләүенсә, уларҙың эш методикаһы төрлө йәштәге балаларҙы дауалауҙа киң ҡулланыла, әммә сабыйҙы бында ни тиклем иртәрәк алып килһәләр, шул тиклем яҡшыраҡ. “Үтер әле”, “иртәгә барырмын” тип һис кенә лә һуҙырға ярамай. Баланың яҙмышы менән шаярыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереүе көн кеүек асыҡ.
Ғәҙәттә, нисек килеп сыға: башта баланы шул хәлгә алып барып еткерәләр, унан инде сит илгә дауаларға ебәреү маҡсатында, ҙурҙан ҡубып, бөтә ғәләм менән аҡса йыйырға тотоналар.
– Айырыуса әсәләрҙең күбеһе үҙенең ғәзиз кешеһе тураһында дөрөҫөн ишетергә теләмәй, диагнозға ышанмай, – тип борсола Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы. – Бына ошо аҡ халатлылар өсөн оло проблемаға әйләнде, ул инде иң ҡурҡынысы. Шуны тәрәндән аңлау зарур: кемдер ауырыу булып тыуа, ә икенселәрҙә сир бала менән ярышып тигәндәй үҫә. Быларҙы ҡабул итеү, ысынлап та, бик ауыр.
Һуңлау, һуңлау, тағы ла һуңлау... Ябай ғына миҫал ысынбарлыҡты асып һалыр. Әйтәйек, 2-2,5 ай ярымлыҡ бала бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, ти, хатта тауышҡа ла, үҙе лә өн сығармай. Был ваҡытта ни ҡылырға һуң? Әлбиттә, ике уйламай врачҡа йүгерергә. Юғиһә, 3 йәште көтәбеҙ, атлай башлағас, барыһы ла ыңғай булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Фәйрүзә Латипова белдереүенсә, ваҡытында кабинет ишеген асып инеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә күп булыуын теләйбеҙ. Ни өсөн ғәмһеҙҙәр һәм бошмаҫтар ишәйә? Әңгәмәсем шундай хәлде һөйләп аптыратты. Баҡтиһәң, ҡайһы бер ата-әсәләргә карауатта тик ятҡан балаһы шул тиклем уңайлы, ул мыжымай ҙа, ашарға ла һорамай. Үҙәккә битараф малайҙы алып килгәндәр, нисек кушеткаға һалғандар, шул көйөнсә тик ятҡан. Врачтар комплекслы тикшереү үткәреп, үҙ сиратында дауалауҙы башлаған. Ғәжәп бит, тәүге процедуранан һуң ул үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр илап ебәргән. Ата-әсәһе уның тормошон нисек кенә йәнләндерергә тырышмаһын, уға барыбер булған. Шундай шик тыуа: кемгәлер иламаған бала ҡулай түгелме икән?
Балалар беҙҙең киләсәк икәнде һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Тормошобоҙ ышаныслы ҡулдарҙа бул­һын өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек.


Вернуться назад